Әҫәрҙәр көтәбеҙ!31.01.2015
Хөрмәтле дуҫтар, хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Башҡортостан” гәзите Әҙәбиәт йылына арнап “Әҙәби тулҡын” тип аталған хикәйәләр конкурсы иғлан итте. Ғәҙәттә, әҙәбиәт донъяһына ҡәләм тирбәтеүселәр быуыны тулҡын-тулҡын булып ағылып тороусан. Һәр тулҡындың үҙ ҡеүәте, үҙенә хас йырлар йыры бар.
Заман башҡа – заң башҡа тигәндәй, һуңғы ваҡытта әҙәбиәтебеҙҙә тулҡындар һүлпәнәйә төштө: бөгөнгө яҙыусыларыбыҙға лайыҡлы алмаш булырҙай йәштәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шуға күрә әҙәбиәттә әлегә тиклем исемдәре күренмәгән йә һирәк күҙгә салынып ҡалған ижадсыларҙы дәртләндереү маҡсатында “Әҙәби тулҡын” уларҙы үҙенә тупларға булды.
Шулай итеп, заман һулышын сағылдырған, социаль мәсьәләләрҙе күтәргән хикәйәләр көтәбеҙ һеҙҙән. Әҫәрҙәрҙең күләме 10 – 15 биттән артмаҫҡа тейеш. Авторҙарҙың йәше сикләнмәй.
Конкурсҡа йыл аҙағында йомғаҡ яһаласаҡ. Тәүге өс урынды яулағандарҙы ҡиммәтле бүләктәр көтә. Бынан тыш, әҫәрҙәр “Башҡортостан” гәзитенең сайтына ҡуйылып барасаҡ, һәм унда иң күп тауыш (“лайк”) йыйған авторға дәртләндереү призы эләгәсәк.
Бөгөн һеҙҙең иғтибарға редакцияға килгән тәүге әҫәрҙе тәҡдим итәбеҙ.