Бер шиғыр, ике шиғыр, йәки Тәржемә эше алға барамы?31.01.2015
Тәржемә эше тураһында әллә күпме оҙайлы, осһоҙ-ҡырыйһыҙ әңгәмә ҡорорға, бәхәсләшергә була. Был хаҡта “Ағиҙел” журналында ла яҙып сыҡҡайным, сөнки әҙәби хәл-торош, яңы фекер тап ошо баҫма аша халыҡҡа, юғары даирәләргә еткерелергә тейешлеген һәр беребеҙ яҡшы аңлай. Кемдер тәржемә эшен бөтөнләй һанламай, йәнәһе, ул – ҡуян һурпаһының һурпаһы, төп нөсхәнән бер ни ҙә ҡалмай тиергә лә була, тип иҫәпләй. Икенселәр, киреһенсә, тәржемә аша донъя, Рәсәй әҙәбиәтен белеүен таный, милли әҙәбиәттәрҙе донъя кимәленә сығарыу өсөн юғары кимәлдәге сәнғәт институты икәнен иҫбатлай. Икенсе фекер миңә лә яҡын, нимә генә тимә, төрлө телдәрҙәге һүҙ сәнғәтенең үҫеше тап тәржемә эшенә бәйле.
Совет осорона әйләнеп ҡайтайыҡ. Уҙған быуатта Рәсүл Ғамзатов, Ҡайсын Кулиев, Давид Кугультинов һәм, әлбиттә, Мостай Кәрим исемдәрен әҙәбиәт һөйөүселәр яҡшы белә. Тәржемәнең дәүләт тарафынан юғары маҡсатта файҙаланыуы һөҙөмтәһендә донъя әҙәбиәте тап ошо ҡәләм оҫталарының шәп әҫәрҙәре менән байыуын танырҙар. Илдәге идеология әҙәбиәтте үҙ маҡсатында ла, халыҡ менән идара итеү йәһәтенән дә бик оҫта файҙаланған, нимәһе яҡшы – әҙиптәр ҙә был осорҙа күп әҫәрҙәр ижад иткән, төрлө телдәргә тотош китаптарҙы ауҙарған, дәүләт наградалары алған, илдең иң шәп яҙыусылар йорттарында фекер алышып, ялҡынланып бергә әҙәбиәт үрҙәрен яулаған. Ленин әйткәнсә, “революция яһарға теләһәң, гәзит сығарырға кәрәк”, йәғни ул һүҙ аша фекер халыҡ аңына тиҙерәк барып етеүен таныған.
Бөгөн һүҙ телевидение, радио, Интернет майҙандарында эшен дауам итә. Нимәһе ҡыҙыҡлы – киң билдәле күп әҫәрҙәр дәүләт заказы булараҡ яҙылған. Тимәк, дәртләндереү ижад иткәндәрҙе илһамландыра ғына түгел, ә кимәл хаҡында ла уйларға мәжбүр итә!
Әле хәл нисегерәк һуң? Тәржемәгә гонорар баҫмаларҙа мәҡәләгә ҡаралғандың яртыһы самаһындай ғына түләнә. Эш хаҡы ғына түгел, мәҡәлә гонорары ла бик ныҡ кәмегәнен иҫәпкә алғанда, тәржемә хаҡында әйтеп тә торорға түгел. Был эш тотошлайы менән әҙәбиәтселәрҙең үҙ иңенә йөкмәтелгән һүҙ сәнғәте төрө булып йәшәй. Бер ҡараһаң, дөрөҫ тә һымаҡ. Һәр кем үҙе һайлаған юлының яҙмышын үҙе хәстәрләй. Дәүләт кимәлендә булдырылған гранттар ҙа ниндәйҙер кимәлдә өмөт уята. Ә бит икенсе яҡлап ҡараһаң, алда әйткәнемсә, тап тәржемә аша беҙ теге йәки был донъя әҙәбиәтен уҡып беләбеҙ, шул рәүешле ул донъя кимәленә сыға. Был төр хеҙмәт бер нисек тә әҙиптең шәхси эше генә була алмай. Әҙәбиәттең тәрбиәүи әһәмиәтен, көсөн баһалаған дәүләттә тәржемә аша милли һүҙ сәнғәтенең үҫешен тәьмин итеү мөмкинлеге тураһында фекер йөрөткән власть вәкилдәре лә бар. Йылдың Әҙәбиәткә бағышланыуы тап ошо хаҡта һөйләй түгелме?
Донъя әҙәбиәтенең аҫыл өлгөләрен башҡортсаға тәржемә иткән халыҡ шағиры Рәми Ғарипов көндәлектәрендә эшенең ни тиклем мөһимлеген һәм кәрәклеген ҡат-ҡат билдәләп китә. Тәржемә – ул һәр яҙыусының гражданлыҡ позицияһы ла, минеңсә. Эйе, был эшкә һәр әҙип, бәлки, тотона ла алмайҙыр, әммә һүҙҙе тәрән тойорға өйрәтә.
“Бельские просторы” журналы тап башҡорт әҙиптәренең әҫәрҙәрен Рәсәй кимәленә, урыҫ аудиторияһына сығарыу маҡсатынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарары ярҙамында нәшер ителә башлай. Әммә нимәһе ҡыҙыҡ: унда тәржемәсе вакансияһы юҡ. Хәйер, “Истоки” гәзитендә лә ошо уҡ хәл. Әҙәби баҫмаларҙа – тәржемә хеҙмәтен даими атҡарыу бурысы йөкмәтелгән матбуғат баҫмаларында тәғәйен ошо эш урыны булдырыу кәрәкмәйме икән?
Милли республикаларҙа тәржемә эше – юғары кимәлдә ҡаралырға тейешле мәсьәлә. Граждандары яҡшы китап уҡыуын, яҡшы әҫәрҙәр рухында тәрбиәләнеүен теләгән дәүләт был эште мотлаҡ хәстәрләргә бурыслы. Тәржемә менән тегендә бер яҙыусы, бында икенсе әҙиптең айға бер шөғөлләнеүенең бер ниндәй һөҙөмтә бирмәүе ихтимал. Башҡортостан Республикаһында – күп милләтле төбәктә – нәфис әҙәбиәтте тәржемә итеү буйынса дәүләт һүҙ сәнғәте институты булырға тейештер, бәлки?! Шул саҡта “Бельские просторы” журналы асҡан йәш тәржемәселәрҙең дә ҡанаттары кирелеп, әҙәбиәт күгендә киң ҡолас ташлап осорҙар ине. Кристина Андрианова, Лилиә Кликич, Андрей Кадынцев, Любовь Колоколова, Артур Гәрәевтәрҙең һәләте тап был баҫма йыл да үткәргән шиғыр тәржемә итеү конкурсында Р. Түләктең, М. Кәримдең, Р. Назаровтың, Р. Хисаметдинованың, Ш. Бабичтың, Ғ. Ишкининдың әҫәрҙәрен урыҫсаға ауҙарыу осоронда билдәле булды. Уларҙы ошо өлкәләге эштәргә йәлеп итергә ине. Әгәр тәржемә эшен йәнләндереп ебәрергә теләйбеҙ икән, иң беренсе ижадсыларҙың хеҙмәтен лайыҡлы баһалау мәсьәләһен хәл итергә тейешбеҙ! Һүҙ сәнғәте әҫәре – ул шул уҡ тауар, тик ул рухи тауар. Магазинда беҙ түләмәй бер нәмә лә һатып ала алмайбыҙ, бында ла шул уҡ хәл.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимов хөрмәтенә Дәүләкән районы һәм ҡалаһы хакимиәте тәржемә өлкәһендә премия ла булдырҙы. Марсель Ғафуров – күп башҡорт әҙиптәренең әҫәрҙәрен урыҫсаға ауҙарған автор – ул ваҡытта иҫән ине әле. Миңә ҡалһа, ағай тәржемә эшендә иң күп эшләгән яҙыусыларҙың береһе булды, әммә лайыҡлы баһаһын алмай китеп барҙы. Йәл... Ана шул тәржемә өлкәһендәге һәр эште яйға һалыу өсөн Һүҙ сәнғәте институты кәрәк милли төбәгебеҙҙә!
Шуныһы ҡыуаныслы: Мәҙәниәт йылында Әхиәр Хәкимовтың ҡатыны Лидия Хәкимова үҙе иҫән саҡта һәм билдәле тәржемәсе Гөлфирә Ғәскәрова тәүгеләрҙән булып Ә. Хәкимов исемендәге әҙәби премияның лауреаттары булды.
Әйткәндәй, быйыл да иғлан итте “Бельские просторы” журналы шиғыр тәржемә итеү конкурсын. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың “Тулҡынлана, шаулай аҡ ҡайын” әҫәре тәҡдим ителде һүҙ оҫталарына. Эйе, ошо рәүешле баҫма тәржемә эше хаҡында журнал уҡыусыларҙың иҫенә төшөрөп тора, әммә был ғына етмәй. Әҙәбиәт йылында башҡорт әҙәбиәтен Рәсәй, донъя кимәленә алып сығыу тураһында ла хәстәрлек күреү зарур!