“Һәйкәлдәргә лайыҡ әсәләр”28.01.2015
“Һәйкәлдәргә лайыҡ әсәләр” Һуңғы йылдарҙа үҙ ауылының тарихына, шәжәрәһенә битараф булмаған зыялыларҙың арта барыуы һөйөндөрә. Уларҙы өйрәнеп кенә ҡалмайынса, киләһе быуындарға еткереп, матбуғат биттәрендә сығыш яһарға, китаптар сығарырға өлгөргәндәрҙең береһе Салауат Мөхәмәтшин һуңғы өс йылда бер-бер артлы ике китап баҫтырған. Ул ошо көндәрҙә “Һәйкәлдәргә лайыҡ әсәләр” исемле йәнә бер өр-яңы баҫмаһы менән китап уҡыусыларҙы һөйөндөрҙө. Ҡолсора ауыл мәҙәниәт йортонда ошо уңай менән исем туйы үтте.
Атаһының Бөйөк Ватан һуғы­шын­да алыш яланында ятып ҡа­лыуы, тап шул йылдарҙа ирҙәре һуғышҡа алынған, тол ҡатын-ҡыҙ­ҙарҙың, йәш кенә үҫмерҙәр­ҙең ир-егеттәр урынына баҫыуҙа бил бө­гөүҙәрен үҙ күҙҙәре менән күр­гән һуғыш дәүере малайына һис тынғылыҡ бир­мәй. Шуға күрә лә жур­налист, йәмәғәт эшмәкәре, С. Мифтахов исемендәге премия лауреаты С. Мөхәмәтшин дуҫ-ишенең, ауылдаштарының һора­уы буйынса “тыл һалдаттары” ту­ра­һында материал туплай. Ав­тор­ҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, ки­таптың үҙенсәлеге шунда: Бөйөк Ватан һу­ғышы осоронда фиҙакәр хеҙмәт өл­гөһө күрһәткән, социализм осоронда колхозды аяҡҡа баҫты­рыуҙа үҙҙәрен аямай эшлә­гән гүзәл зат, йәм­ғеһе 200-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ хаҡында биографик белешмә алырға мөмкин.
– Киләсәк быуын ошо баҫма аша өлә­сәй, әсәйҙәренең, туған­да­рының исем-шәрифен эҙләп та­бып, улар тураһында уҡып, ғо­рур­лыҡ тойғоһо кисерәсәк һәм күңелендә һаҡлая­саҡ, – ти С. Мөхәмәтшин.
Сараға йыйылғандар араһын­да ошо китап геройҙарының ҡат­на­шыуы үҙе бер тулҡынландырғыс һәм һөйөнөслө ваҡи­ғаға әйләнде. Үҙ ваҡытында күп ауыр­лыҡтар кисергән, сәстәренә сал йүгергән оло йәштәге инәй-апайҙар хеҙ­мәт­тә­ренең баһа­ланы­уына, исем­дә­ре­нең ниндәйҙер кимәлдә мәң­ге­ләш­терелеүенә ҡыуа­нып бөтә алманы. Ысынлап та, һәйкәл­дәр­гә лайыҡ әсәләр ултырҙы был көндә залда.
– Бөгөн тулҡынландырғыс та, шат­лыҡлы ла көн. Апай-инәй­ҙә­ребеҙ оло­ғайған. Үҙҙәре иҫән-һау саҡта ошондай кисә үткәреп, уларға йәнә бер тапҡыр рәхмәт әйтеп, иғтибар бүлеп, онотол­маҫ­лыҡ ял минуттары бүләк итке кил­де, – тине сараны ойошторған Баш­ҡортостандың атҡаҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флүрә Туйсина.
Китаптың исем туйында Ҡолсо­ра ауыл биләмәһе башлығы Фи­рүзә Ар­ғынбаева, сығышы менән ошо яҡтарҙан, хәҙерге ваҡытта Мейәс ҡалаһында йәшәгән, бар ғүмерен дәүләт ракета үҙәгендә конструктор булып эшләүгә ар­наған Салауат Аҙнағолов, хеҙмәт ветераны Фрунзе Исрафилов, Ҡолсора мәктәбе исе­менән профсоюз ойошмаһы рәйесе Тәслимә Мөхитова, мәғариф ветераны Тән­зилә Абдуллина, хеҙмәт ҡа­һарманы, ордендар кавалеры Әлифә Вәлиева һәм башҡалар сығыш яһаны.
Беҙҙә ғаиләһенә, балаларына, эшенә бар ғүмерен арнаған ҡа­тын-ҡыҙҙар, әсәләр күп. Китаптың ге­рой­ҙары ауыр ваҡытта йәшәһә лә, эш айырмай күп көс, тир түкһә лә, күмәк бала үҫтереп, уларға лайыҡлы тәр­биә биреүгә өлгәш­кән. Ошондай әсәйҙәргә, инәй-апайҙарға һоҡ­ла­на­быҙ. Салауат ағайҙың китабы аша тарихыбыҙ киләсәк быуынға етәсәк. “Тарихты һанлаған халыҡтың килә­сәге бар”, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит.
Автор инеш һүҙендә билдә­ләүенсә, архив материалда­ры­ның юҡҡа сығыуы сәбәпле, күп кенә шә­хестәрҙең исеме телгә алынмай ҡалыуы бер аҙ үке­нес­ле. Әммә шулай булыуға ҡара­маҫтан, китап­тың әһәмиәте һис тә юғалмай. Районда ғына түгел, республикала тыл һәм хеҙмәт ветерандарына арнап сығарылған китап юҡ тиерлек, шуға күрә лә авторҙың был хеҙмәте оло хуплауға һәм маҡтауға лайыҡ.






Вернуться назад