АКАДЕМТЕАТР27.01.2015
Буталып та китте ҡиблаларым,
Ҡояш ҡалҡты, ана, Ай булып.
Бушанып та ҡалған асылымда
Үкһеҙлегем йөрөй зыу олоп...
Арынырға ине был хәлдәрҙән,
Ҡотолорға микән барынан?..
Кемдер берәү ымлап
өндәшкәндәй,
Ҡул болғаны Моңдар ярынан.
Доға кеүек булды йөрәк һүҙе,
Сәхнә әллә үҙе манара?
Ус төбөндә был илаһи донъя,
Булмағандай йәндә һис яра.
Зөбәржәттәй булып тәүбә итәм,
Прометей ҙа булып яҡтырам!
Фатиманың мөхәббәтен тойоп,
Тоҡанырға тора ҡырҡ сыраҡ.
Икеләнеү йөрәгемде үртәй,
Эй, шундай үҙ һүҙе батырҙың!..
Өмөт нурын күреп һалдаттарҙың,
Һағышымдан ҡабат яҡтырҙым.
Кәкүк ояһында йәшәнем мин,
Үгәй ине халҡым бер талай...
Былай барһаң, юғалаһың, тиеп,
Бүленде бит донъя урталай.
Сәхнәләрҙән аҡҡан яҡты йырҙар
Әрнеүҙәрҙе бәреп сығара.
Туҡталҡаһын табалмаған йәнем
Яҡтылыҡҡа атын туғара.
Сат йәбешәм ошо миҙгелемә –
Кеше иткән мәлем шул микән?
Сыуалып та киткән һуҡмағымды
Асылыма илткән юл микән?
Замананың еле китһә әгәр,
Булмышымды ергә тигеҙләп,
Киләм бында йәшкә ҡойонорға,
Үҙ-үҙемде киләм мин эҙләп!
О, театр!
И зиннәтле һарай –
Ғибәҙәттәр ҡыла кешеләр.
Юҡ мин генә түгел бында килеп,
Йылынып та ҡайтҡан ишеләр.
О, театр!
Мең ҡөҙрәтле һөнәр
Һәр бер һүҙгә, өнгә йән өрә.
Артистарҙың йөрәк һүҙе, гүйә,
Сафландыра беҙҙе, өшкөрә.
О, Күктәрем!
Биргәнһең бит беҙгә
Ерҙә таҙарыныр саф ҡибла.
Өмөт көткәндәргә яҡты сыраҡ
Был донъяла һәр саҡ табыла!