Мирза Муллағоловтың яңы хеҙмәте – этнографиябыҙ өсөн ҙур бүләк
Тарихын белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ, тигән ниндәйҙер аҡыл эйәһе. Ысынлап та, үткәнеңде белмәйенсә алға барырға тырышыу ҡараңғыла һәрмәнеүгә тиң. Уҙған йыл аҙағында Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә тарихсы-этнограф Мирза Муллағоловтың “Башҡорттарҙың хужалыҡ итеүендә боронғо ысулдар: традициялар һәм яңы күренештәр” тигән фәнни-популяр хеҙмәте донъя күрҙе. Автор унда халҡыбыҙҙың быуындан быуынға күсеп килгән туҡланыу һәм кәсеп итеү ысулдарын тикшерә, уларҙың ҡоролоҡ һәм ҡытлыҡ осоронда ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләй.
Мәҫәлән, 1921 – 1922 йылдарҙағы йотлоҡ мәлендә, Бөйөк Ватан һуғышы дәүерендә һәм унан һуңғы ауыр осорҙа халҡыбыҙҙың байтаҡ өлөшөн тап тәбиғәтебеҙ ҡотҡара ла инде. Ашарға яраҡлы тамыраҙыҡ, емеш-еләк менән туҡланыу, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеү ул быуынды үлемдән аралап ҡалған. “Әммә һуңғы 50 – 60 йыл эсендә башҡорттарҙың көнитмеше тулыһынса тиерлек үҙгәрҙе: элеккебеҙ тураһында хәтирәләр бик аҙҙарҙың ғына иҫендә һаҡланып ҡалды. Ҡалала йәшәүселәр иһә уның тураһында бөтөнләй белмәй тиерлек. Балыҡсылыҡ менән дә шул уҡ хәл: был кәсептең боронғо ысулдары тураһында яйлап онотоп барабыҙ”, тип яҙыла китапта. Ысынлап та, ҡабат инер ишегеңде ҡаты япма тигән әйтем бар бит. Әгәр милләтебеҙҙе этнос булараҡ киләһе быуындарға һаҡлап ҡалырға теләһәк, традицион хужалыҡ итеү өлкәһендәге был үҙенсәлектәрҙе иғтибарҙан ситтә ҡалдыра алмайбыҙ.
Китап өс бүлектән тора. Тәүгеһе ашарға яраҡлы үлән, тамыраҙыҡ һәм емеш-еләкте башҡаһынан айырыуға, уларҙы дөрөҫ итеп йыйыуға һәм ҡулланыуға арналһа, икенсеһендә автор балыҡсылыҡ тармағын ентекләп тикшерә. Мәҫәлән, ғалимдар араһында башҡорттарҙа балыҡсылыҡ булыуын инҡар итеүселәр ҙә юҡ түгел, әммә Мирза Ғизетдин улы был фекерҙе ҡәтғи кире ҡаға һәм аныҡ факттарҙа уның элек-электән булыуын раҫлай. Шулай уҡ бында балыҡ тотоуҙың боронғо ысулдары, ҡулланмаларҙың бихисап төрө тураһында һүҙ алып барыла. Автор көнүҙәк мәсьәләләрҙе лә ситләтеп үтмәгән: мәҫәлән, Көньяҡ Уралда балыҡ кәмеүенең төп сәбәптәрен асыҡларға тырышҡан.
Өсөнсө бүлектә халҡыбыҙҙың ошо ғилеменең ҡоролоҡ һәм аслыҡ кеүек киҫкен шарттарҙағы әһәмиәте тураһында һүҙ алып барыла. Мәҫәлән, афәт йылдарында кешеләр хатта йүкә, тал, ҡарама кеүек ағастарҙың ҡайырыһы менән туҡланып көн иткән. Был турала ла тарихсының хеҙмәтендә мәғлүмәт етерлек.
Мирза Ғизетдин улы яҙыуынса, ата-бабабыҙҙың тәбиғәт байлыҡтарына ҡарата мөнәсәбәте лә иғтибарға лайыҡ. Улар быуаттар дауамында был йәһәттән яҙылмаған ҡағиҙәләргә һәм йолаларға таянып эш иткән: мәҫәлән, бер ҡасан да тәбиғәтте тәләфләүгә юл ҡуймағандар. Миҫал өсөн, оҫҡон йә талғыр йыуа кеүек ашарға яраҡлы үләндәрҙе йыйғанда ла, уларҙың тамырына зыян килтермәҫкә тырышҡандар. Емеш-еләккә барғанда ла ҡыуаҡлыҡтарҙы һындырыу бөтөнләй рөхсәт ителмәгән. Күсеп килгән башҡа халыҡтарҙан айырмалы рәүештә, балыҡ та бер ашау өсөн генә тотолған, ә ауға эләккән ваҡ-сыуағы ҡабат һыуға ебәрелгән. Былар барыһы ла тирә-яҡ мөхиттә тәбиғи баланс һаҡланыуына, тәбиғәт менән кешенең гармонияла йәшәүенә булышлыҡ иткән.
Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың туҡланыуы ҙур үҙгәрештәргә дусар ителде: мәҫәлән, яһалма өҫтәмәләр ҡушылған һәм генетик модификацияланған аҙыҡ-түлектең өлөшө бермә-бер артты, уларҙың күбеһе сит илдәрҙән индерелә. Был, әлбиттә, халыҡтың сәләмәтлегенә кире йоғонто яһамай ҡалмай. Уға ҡаршы көрәштә тап ошо тәбиғәттең ифрат файҙалы байлыҡтары ярҙамға килә ала бит. Автор яҙыуынса, биологтар донъяла ашарға яраҡлы үҫемлектең 80 меңгә яҡын төрө барлығын асыҡлаған, шуның ни бары өс меңе бөгөн аҙыҡ булараҡ ҡулланыла, ә 150-һе махсус үҫтерелә икән.
Башлыса төрлө йылдарҙа халыҡтан йыйылған этнографик мәғлүмәттәргә таянып әҙерләнгән был баҫманың баһаһы шунда: тарихсы үткәнебеҙҙең әһәмиәте һис юғалмағанлығын раҫлай. Әлбиттә, аслыҡтар һәм афәттәр халҡыбыҙға башҡаса янамаһын, әммә урманда аҙашҡандар тап үлән һәм емеш-еләк менән туҡланып иҫән ҡалған осраҡтар бөгөн дә бихисап. Тимәк, был турала һәр кемебеҙгә белергә кәрәк. Тарихсының яңы хеҙмәте шулай уҡ – милләтебеҙҙең үткәне аша уның асылын нығыраҡ төшөнөүгә лә этәргес. Мәҫәлән, башҡорт этнографияһын пропагандалауҙа баҫманың баһаһы ҙур. Ике мең дана тираж менән сыҡҡан китапты төҫлө фото һәм һүрәттәр биҙәй, был уҡыусыға нимә тураһында һүҙ барғанын яҡшыраҡ төшөнөргә ярҙам итә.
Раил Кузеев исемендәге премияның тәүге лауреаты Мирза Муллағолов – әүҙем эшләүсе башҡорт тарихсыларының береһе. Уны этнограф булараҡ Англия, Ирландия, Франция, Германия кеүек сит илдәрҙә лә беләләр. Тарихсының “Башҡорт халыҡ транспорты”, “Башҡорттарҙа урман кәсебе”, “Башҡорттарҙа ыласын һунары” һәм башҡа хеҙмәттәре милләтебеҙҙең тарих төпкөлөндә ҡалып барған биттәрен асырға ярҙам итте. Яңы китап менән сит илдәрҙә лә ҡыҙыҡһынасаҡтарына ышаныс ҙур. “Баҫманы сығарыуҙа ярҙам күрһәткәне өсөн “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтовҡа айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Үткәнебеҙҙең тарих төпкөлөндә юғалып ҡалыуына юл ҡуйырға ярамай, ул киләсәк быуындарға ла барып етергә тейеш”, – ти автор.