Яҡташыбыҙ, бик күп романдар авторы Яныбай Хамматовтың яҡты рухына бағышлап яңыраҡ Сермән ауылында әҙәби кисә үткәрҙек. Әйткәндәй, бындағы моделле китапхана уның исемен йөрөтә. Осрашыуға килеүселәр әҙипкә арналған “Башҡорт тарихының аҡыны” күргәҙмәһе менән танышты. Унда яҙыусының китаптары, шәжәрәһе, ғаилә архивынан алынған фоторәсемдәре ҡуйылды. Уҡыу залы мөдире Гөлнур Мусина кисәне Яныбай Хамматовтың биографияһы менән таныштырыуҙан башланы.Яныбай Хаммат улы Хамматов 1925 йылдың 16 ғинуарында Белорет районының Исмаҡай ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Уға биш йәш тулыуға әсәһе Сәрбиямал вафат була. Тәүге ауырлыҡтарҙы Яныбай ошо йылдарҙан башлап күрә. Башланғыс белемде Исмаҡайҙа ала, уҡыуын Инйәр ауыл мәктәбендә дауам итер өсөн бик күп михнәттәр, ҡаршылыҡтар кисерергә тура килә. Инйәрҙә уҡығанда йәйге каникул ваҡыттарында алтын йыуыу приискыларында эшләй. Ошонда тәүге шиғырҙарын яҙа, старателдәр тормошо менән таныша. Инйәр мәктәбен тамамлап, тыуған ауылында эш башлай. Әммә илгә ҡаршы немец фашистары һуғыш башлай, һәм 17 йәшлек Яныбай хеҙмәткә алына.
Яуҙан ул 1946 йылда әйләнеп ҡайта, төрлө урында эшләй. ВЛКСМ-дың Белорет ҡала комитетында беренсе секретарь, “Башзолото” тресының сәйәси бүлек начальнигы урынбаҫары, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, Әбйәлил район Советының башҡарма комитеты рәйесе, БАССР Эске эштәр министрлығының ойоштороу бүлеге начальнигы... Ҡайҙа ғына эшләһә лә, ул үҙенә ышанып тапшырылған эште ҙур яуаплылыҡ менән башҡара.
Я. Хамматов әҙәбиәткә, яҙыу эшенә ныҡлап тотонорға форсатты һуңғараҡ таба. Тәүге хикәйәләре һәм мәҡәләләре башҡорт старателдәре тормошона арналған. Тарихи әҫәрҙәр яҙыусы булараҡ киң танылыу ала Яныбай Хаммат улы. Ул – егермеләгән роман авторы. «Бөртөкләп йыйыла алтын» пенталогияһы ХХ быуат башынан 1980 йылдарға тиклем Башҡортостанда алтын сығарыуҙы сағылдыра. Яҙыусы тарихи тема өҫтөндә ентекле эшләй. Ике ҡалын китаптан торған «Төньяҡ амурҙары» роман-дилогияһы ХIХ быуатта Башҡортостанда барған хәлдәрҙе Рәсәй тормошона бәйләүе, башҡорт полктарының 1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында ҡатнашыуын күп яҡлы һүрәтләүе һәм ата-бабабыҙҙың француздарға ҡаршы һуғышта күрһәткән батырлыҡтарын күрһәтеүе менән әһәмиәтле. “Башҡорттар китте һуғышҡа…” романы иһә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы үткән данлы, шанлы юлды тасуирлаусы эпик әҫәр булараҡ билдәле. “Тыуған көн” романы ла ҡаһарман яҡташыбыҙ Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың биографияһына таянып яҙылған.
Күп яҡлы талант эйәһе, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Яныбай Хамматов яҙған әҫәрҙәр урыҫ, украин, азербайжан телдәренә тәржемә ителгән. Әҙиптең исемен мәңгеләштереү йәһәтенән Белорет районында Яныбай Хамматов исемендәге премия булдырылды.
...Был кисәгә Сермән ауылы аҡһаҡалдары, яҙыусыны күреп белгәндәр саҡырылғайны. Беренсе булып оҙаҡ йылдар Сермән ауыл Советы рәйесе булып эшләгән хеҙмәт ветераны Солтан Сиражетдинов һүҙ алды.
– Яныбай Хаммат улы беҙҙең ауылға ҡышҡы һалҡын көндә бер төркөм күренекле яҡташыбыҙ менән ҡунаҡҡа килде, – тип хәтирәләргә бирелде аҡһаҡал. – Улар араһында шағир Сафуан Әлибаев, композитор Заһир Исмәғилев һәм башҡалар бар ине. Яныбай ағай үтә лә тыйнаҡ, йомшаҡ һүҙле, тыныс холоҡло, һәр һүҙен үлсәп һөйләүсе шәхес булараҡ хәтерҙә ҡалған.
Һөйләшеүҙе дауам итеп, халыҡ мағарифы отличнигы, хеҙмәт ветераны Хаммат Әғзәмов тәьҫораттары менән бүлеште. Ул әҙиптең һәр әҫәрҙе еренә еткереп яҙыуын, тарихи документтарҙы ныҡлап өйрәнеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Бик күп конкурстар лауреаты, ҡурайсы Әсхәт Хәйернуров иһә, дәртле көйҙәр башҡарып, кисәне тағы йәмләп ебәрҙе. Ә инде башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Вәсилә Мәхмүтова ошо йылдың нәҡ Әҙәбиәт йылы тип билдәләнеүенә ҡыуанысын белдерҙе. Тимәк, алдағы көндәрҙә лә бындай күркәм кисәләр, яҙыусылар менән осрашыуҙар йышыраҡ булыр тигән өмөттә ҡалды һәммәһе.
Зилә Фәхрисламова,
Яныбай Хамматов исемендәге Сермән китапханаһы мөдире.