Һүҙ-наҙыңды меңәр ҡабатлайым,
Һалып барам хәтер төбөнә.
Һөйөүебеҙ күккә олғашҡанға,
Бөйөк Күстән ғәфү үтенмә,
Тәҡдиребеҙ шулай, үкенмә!..
Күкрәгемдә наҙҙар кисергәндә,
Әйтеп һалһам
Яттар аттарын,
Исемемде хәтер төпкөлөңдән
Мәңгелеккә ташла аҡтарып!
Яҙыҡ булһын биргән анттарым!..
ЫшанысАптырама, һис аптырай күрмә,
Һалҡын елдәр иҫһә беҙҙең яҡҡа.
Гелән матур һүҙҙәр һөйләмәҫтәр,
Ғәйбәттәр ҙә йөрөр беҙҙең хаҡта.
Беҙ кергәнбеҙ икән
Ят телдәргә,
Кәрәгебеҙ әле бөтмәҫ тиҙҙән.
Ышанысым һиңә арта ғына
Ҡиблаларҙан иҫкән йылы елдән.
Бөрйәндә таң
Кәкүккәйем!
Ниңә иртә таңда
Тынғы бирмәй йылдар һанайһың?!
Таң нурына сумған был иртәләр
Йәшәү йәме — шуны аңла һин!
Таңды ҡаршылайым
Бөрйәнкәйҙә.
Күтәрелә томан Иҙелдә.
Йыл, айҙарҙы, әйҙә, һанамайыҡ,
Үтмәһенсе улар тиҙ генә!
Һанар булһаң, кәкүк,
Һанай бир һин
Иң бәхетле минең бер мәлде:
Һағыштарға һин сорналған саҡта,
Һөйә алдым мең ҡат Бөрйәнде!
***
Һин китмәйһең минән мәңгелеккә,
Осраҡлы хәл беҙҙең аңлашмаулыҡ.
Күҙҙәребеҙ текләп баҡһын әле,
Ваҡытынан алда хушлашмайыҡ.
Йондоҙ булып атылыуҙар анһат,
Аҡ нур һуҙылыр күктә бер мәлгә.
Әйтеләһе һүҙҙәр әйтелмәйсә,
Ғазап булмаҫ, тимә, беҙҙең йәнгә.
Ҡойон булып дауыл уйнатыуың
Нисек ҡупҡан – шулай баҫылырҙар.
Сетерекле хәлдән анһат ҡына
Сығыу юлы бер саҡ асылырҙар.
Изгелек Изгелектәр ҡылып һыуға һалдым,
Халыҡ түгел, белде балыҡтар.
Тәбиғәттә беҙ төшөнөп бөтмәҫ
Күпме сер һәм тәрән аҡыл бар!..
Кешеләргә әле тирә-йүндән
Бик күпте бит барҙыр алаһы:
Йыртҡыс хайуан ҡылыр изгелекте
Ҡасан аңлар әҙәм балаһы?!.
ХыянатӨфө урамынан толпар килә,
Эйәрендә ниндәй һылыу ҡыҙ!
Ә юртағы ниңә артыҡ уйсан,
Аҙымдары ниңә ҡыйыуһыҙ?
Йылҡы малы ғәфү итәлмәйме,
Хыянатын ғәмһеҙ ир-аттың?!
Күҙҙәреңдән йәшең тамыҙҙың да,
Башҡорт аты, мине илаттың...
Эй, замана!
Ниндәй йола менән
Был теҙгендәр күсә ҡыҙҙарға?..
Ир-егеткәй менән ат башҡайы
Ҡаламы ни бары йырҙарҙа?!
Ир аҫылы Искәндәргә.
Йәшлек тигән бәйһеҙ мәлдә
Йөрөмәнең ирәүәнләп.
Заман һине тиҙ өлгөрттө,
Тай-тулаҡтан ир әүәләп.
Йөктәрҙең дә иңдәреңә
Иртә ятты ауырҙары.
Ваҡыт шулай һынай бит ул
Ышанырҙай ир-аттарҙы.
Хафаланма аҡ ҡарҙарҙың
Күпкә иртә ятҡанына,
Һәлмәгерәк тейәйҙәр шул
Аттарҙың да тартҡанына.
Ир ҡорона керҙең, улым,
Күңелемдең иң көр сағы.
Һынатманың быға тиклем,
Һынатмаҫһың әле тағы.
Халҡым һине яҡын итһен,
Ышанысы, бул намыҫы.
Исемең дә есемеңә
Тура килһен, ир аҫылы!
***
Һынатмаҫтай ине иңдәребеҙ,
Уртаҡ булды гелән уй-фекер.
Кемдәрҙең һуң көнсөл ҡарашынан
Дуҫлығыбыҙ ҡалды көл-күмер?!
Был донъяны аңлап бөтөр өсөн,
Етмәй, ах(ы)ры, етмәй бер ғүмер...
Арынырмын бер саҡ ғазаптарҙан,
Утҡа һалған мәлдәр бер үтер.
Ерҙә бер ни эҙһеҙ үткәне юҡ, —
Беҙҙе күрәалмаған ни күрер?!
Был донъяны аңлап бөтөр өсөн,
Етмәй, ах(ы)ры, етмәй бер ғүмер...