Ил төкөрһә, күл булыр07.02.2012
Ил төкөрһә, күл булырЯңыбай ауылы район үҙәгенән йыраҡта урынлашҡан, Ырымбур өлкәһе менән сиктәш, туранан юлы ла һикәлтәле, бер тауға үрмәләйһең, бер төшәһең, тигәндәй. Әммә кемгә был ауылда булыу насип итә, шул кеше күңелендә матур тәьҫораттар ҡала.
Берҙән, Яңыбай төҙөклөгө, күркәмлеге менән үҙенә тартһа, икенсенән, дәртле, эшһөйәр, киң күңелле, йүнсел халыҡ йәшәй бында. Яңыбайҙар рухи яҡтан камиллыҡҡа ла ынтыла, республика гәзит-журналдарын да, район баҫмаһын да яратып уҡый. Әлбиттә, матбуғатҡа яҙылыуҙа оло быуын кешеләре, уҡытыусылар әүҙемлек күрһәтә. Шуныһы һөйөндөрә: улар гәзитебеҙҙең акцияһына дәррәү ҡушылды — барыһы ла "Башҡортостан"ға яҙылды. Башҡаларға өлгө күрһәтеп, республика баҫмаһына иң беренсе булып мәктәп директоры Әсҡәт Хужәхмәтов квитанция тултырҙы. Әйткәндәй, был вазифаны ул ун дүртенсе йыл башҡара.
Бөгөн Яңыбай урта мәктәбендә йөҙҙән ашыу бала уҡый. Шуларҙың 25-е тик "биш" билдәһенә өлгәшә. Улар араһында Башҡортостан, төбәк, район кимәлдәрендә мәктәп данын уңышлы яҡлаған уҡыусылар бар. Мәҫәлән, унынсы кластан Фәнил Ҡарасурин, Гөлсиә Хужәхмәтова, Динә Дәминева, Гөлназ Күҙәшева, туғыҙынсыларҙан Рүлә Бармакова, Луиза Хужәхмәтова төрлө фән олимпиадаларында тәүге урындарҙы ала.
Быға тиклем дә уҡыу яғынан айырылып торғандар була. Әйтәйек, былтырғы уҡыу йылын өс кеше көмөш миҙалға тамамлай. Шулай итеп, һынатмай йәш яңыбайҙар. Башҡаса мөмкин дә түгел, сөнки бында үҙ эшенең оҫталары күп. Оҙаҡ йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан, хаҡлы ялдағы Рәшиҙә Ҡәҙербәкова һәм әлеге көндә һабаҡ биргән Ғайса Ишмөхәмәтов "Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы" тигән исемгә лайыҡ була. Римма Дәминева, Хөсәйен Күҙәшев – Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы. Лилиә Ҡотошова туған телдәрҙе уҡытыу буйынса грант ала. Ул алып барған әҙәби түңәрәктә шөғөлләнеүсе уҡыусыларҙың шиғыр, хикәйәләре район, республика баҫмаларында донъя күрә. Ғөмүмән, ижади ҡарашлы, эҙләнеүсән, заман менән бергә атлаған уҡытыусылар тупланған был коллективта.
Ф. Ғафаров.
Ейәнсура районы.


Вернуться назад