Ни сыҡһа, ошо М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетынан сыға. Йыл аҙағында улар, Наил Ғәйетбайҙың “Ауылға ҡыҙҙар килде” пьесаһын сәхнәләштереп, Өфө тамашасыһын таң ҡалдырҙы. Әҫәрҙе М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы Илнур Лоҡманов сәхнәгә алып сыҡты, тауыш ҡуйыусыһы — Илшат Зарипов, яҡтыртыусыһы Виталий Соколов булды.Эштән һуң, йыл аҙағы бит инде, арып-талып, филологтар ролгә нисек ингәнен күрер өсөн барғайным. Ә улар барлыҡ икеләнеүҙәрҙе, йонсоғанды оноттороп, сәхнә тормошо менән йәшәтте. Мәстүрә әбей ролен башҡарған Зөлхизә Сәлихова бар ҡыланыштары менән ауыл әбейҙәрен хәтерләтте. Алға эйелеп йөрөүенә, башын сайҡай-сайҡай һөйләүенә ҡарап торһаң, йәш кенә ҡыҙ бала әбей сүрәтенә ингән тип уйламаҫһың да. Гәзитебеҙҙең авторы, әүҙем студент Гөлнур Хужәхмәтова Рәйлә ролен шундай килештереп уйнаны, әйтерһең, ул тормошта ла уҫал, етәкселек итергә яратҡан ҡыҙыҡай. Режиссер Илнур Лоҡманов йәштәрҙең күңел төпкөлөндә йәшеренгән һәләттәрен аса алған. Хәйбулла булып уйнаған Инсаф Хужабиргәновты күреп, бөтөнләй телһеҙ ҡала яҙҙым. Тыныс ҡына, әллә ни күҙгә ташланып та бармаған егеттең эсендә эйәрле-йүгәнле ат ята икән дабаһа! Ышандым мин, Инсаф-Хәйбулланың әйткәндәренә, ҡылыҡтарына! Илһам Теүәлбаев (Әмир), Азамат Нурғәлин (Әхтәм) кеүек егеттәр шулай уҡ ихласлығы, образдарын оҫта асыуҙары менән арбаны. Әлиә Әбдрәшитова (Нурания), Гүзәл Хаҡова (Кинйәбикә), Гүзәлиә Миңлебаеваларҙы (Ләйсән) бөгөндән артист итеп сәхнәгә сығарырлыҡ!
Был ни хикмәт: режиссер шундай маһирмы, әллә уҡытыусы ла артист булырға һәм балалар алдында төрлө сүрәткә инеп, алдына ҡуйған маҡсатына ирешергә, рухиәт орлоҡтарын сәсергә бурыслы тигән тәғлимәткә тоғро студенттар сыҡҡанмы майҙанға?! Нисек кенә булмаһын, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Ҡорос” фольклор-театр ансамбле Мәҙәниәт йылын уҡыуҙағы ҡаҙаныштары менән генә түгел, ә ижади балҡыш менән тамамланы. Әҙәбиәт йылына аяҡ баҫҡанда, башҡорт драматургының әҫәрен, бәлки, тағы ла сәхнәгә алып сығырһығыҙ, йәштәр?! Яңынан барып ҡарап, тағы ла һеҙ тыуҙырған миҙгелдәрҙә йәшәп алыр инек!