“Нағыш” тыуҙырһын балҡыш17.01.2015
Әҙәбиәт йылында төп маҡсаттарҙың береһе — китап уҡыуға йәлеп итеү. Шуға күрә быйылғы әҙәби марафон иң әһәмиәтле ваҡиғаларҙың береһе булмаҡсы.

Ул Башҡортостандың барлыҡ район, ҡала­ларында уҙғарыласаҡ. Бынан тыш, төрлө фести­валдәр, конференциялар ойоштороу, йәш яҙыу­сыларға, шағир­ҙарға гранттар тапшырыу ҡарала. Яҙыусылар союзы “Башҡортостан” гәзите һәм башҡа ойошмалар менән берлектә, йәш таланттар эҙләп, бөтөн республиканы йөрөп сығырға ниәтләй. Белгестәр йыл дауамында иң яҡшы эштәрҙе һайлап аласаҡ. “Әҙәби нағыш” тип аталған марафон был өлкәлә яңы исемдәр асыуға булышлыҡ итәсәк.
Яҙ тормошҡа ашырыласаҡ тағы ла бер ҙур проект Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 70 йыллығына арнала. Ҡала һәм район­дарҙа моделле китапханалар асыласаҡ, ә баш ҡала урамдарында әле үк билдәле шәхестәрҙең һүҙҙәре яҙылған баннерҙар бар­лыҡҡа килде. Әйткәндәй, республика­быҙҙа Әҙәбиәт йылының иң яҡшы эмбле­маһын асыҡлауға арналған конкурс та­мам­ланды. Абруйлы баһалама комиссияһы иң сағыу эште һайлап аласаҡ.





Вернуться назад