“Ҡыҙҙар моңо...” райондарға сыға16.01.2015
20 ғинуарҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының бер төркөм артисы билдәле шағирә Лариса Абдуллина ижадына арналған әҙәби-музыкаль кисә менән Дәүләкән ҡалаһына юллана.
Тамашасы яратып ҡараған “Ҡыҙҙар моңо – моңо халҡымдың” шиғри-музыкаль проекты сиктәрендәге был кисә башланып торған Әҙәбиәт йылына арнала.
Шағирәнең тыуған яғында уҙғарыласаҡ был кисә театр һәм шиғриәт һөйөүселәргә күркәм бүләк буласаҡ. Унда Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев (проект авторы), Башҡортостандың халыҡ артистары Сара Буранбаева, Илдар Ғүмәров, Светлана Хәкимова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Алһыу Ғәлина, Гөлнара Әмирова, Рәзифә Динмөхәмәтова, йәш артистар Руслан Хайсаров, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Урал Әминев, Фәнис Рәхмәтов ҡатнаша. Тамаша район мәҙәниәт һарайында көндөҙгө сәғәт 1-ҙә – мәктәп уҡыусылары, сәғәт 6-ла өлкәндәр өсөн ойошторола.
Бынан тыш, район мәҙәниәт йортоноң фойеһында “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыу мөмкин буласаҡ. Баҫмабыҙҙы алдырырға теләүселәргә бүләктәр ҙә ҡаралған. Рәхим итегеҙ, дуҫтар, шиғри моң менән һуғарылған кисәгә!