“Әҙәби тулҡын”ға тупланығыҙ!16.01.2015
Хөрмәтле дуҫтар!
Һеҙгә һөйөнөслө хәбәр еткерәбеҙ: йыл һайын яңынан-яңы мауыҡтырғыс саралар менән ҡыуандырып торған “Башҡортостан” гәзите Әҙәбиәт йылында “Әҙәби тулҡын” тип аталған хикәйәләр конкурсы иғлан итә. Ғәҙәттә, әҙәбиәт донъяһына ҡәләм тирбәтеүселәр быуыны тулҡын-тулҡын булып ағылып тороусан. Һәр тулҡындың үҙ ҡеүәте, үҙенә хас йырлар йыры бар. Уларҙың барыһы ла халҡыбыҙ йөрәгенә ҡаҡты, ауаздашлыҡ тапты.
Заман башҡа, заң башҡа тигәндәй, һуңғы ваҡытта әҙәбиәтебеҙҙә тулҡындар һүлпәнәйә төштө: бөгөнгө яҙыусыларыбыҙға лайыҡлы алмаш булырҙай йәштәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Был хәл, әлбиттә, “Башҡортостан” гәзитен дә борсой. Шуға күрә әҙәбиәттә әлегә тиклем исемдәре күренмәгән йә һирәк кенә күҙгә салынып ҡалған ҡәләм тирбәтеүселәрҙе дәртләндереү маҡсатында “Әҙәби тулҡын” уларҙы үҙенә тупларға булды.
Шулай итеп, заман һулышын сағылдырған, социаль мәсьәләләрҙе күтәргән хикәйәләр көтәбеҙ һеҙҙән. Әҫәрҙәрҙең күләме 10 – 15 биттән артмаҫҡа тейеш. Авторҙарҙың йәше сикләнмәй.
Конкурсҡа йыл аҙағында йомғаҡ яһаласаҡ. Тәүге өс урынды яулағандарҙы ҡиммәтле бүләктәр көтә. Бынан тыш, әҫәрҙәр “Башҡортостан” гәзитенең сайтына ҡуйылып барасаҡ, һәм унда иң күп тауыш (“лайк”) йыйған авторға дәртләндереү призы эләгәсәк.
Ҡәҙерле дуҫтар, ижади бәйгегә рәхим итегеҙ! Рухи диңгеҙебеҙҙә ҡеүәтле “Әҙәби тулҡын” барлыҡҡа килер, тип өмөтләнәбеҙ.