Силәбенән – шиғри күстәнәс16.01.2015
Силәбенән – шиғри күстәнәс Яңыраҡ Силәбе өлкәһенең Арғаяш мәҙәниәт йортонда “Таң нурҙары” исемле район әҙәби берекмәһе ойошторолоуға 20 йыл тулыу айҡанлы юбилей сараһы уҙҙы.

1994 йылда Арғаяш ҡасабаһында “Таң нурҙары” исемле әҙәби түңәрәк ойошторола. Тәүге ағзалары Мәхмүт Янбаев, Рафаэль Мөхәмәтйәнов, Нәғимә Усманова уның эшен йәнләндереүгә тос өлөш индерә. Бәжекәй мәктәбе уҡы­тыусыһы Рафаэль Мөхәмәтйәнов тәүге етәксеһе булараҡ байтаҡ эш башҡара, артабан уҡытыусы Сәжиҙә Хәлилова етәкселек итә. Хәҙер берекмәне башлап яҙыусы Гөлъямал Нәзмиева етәкләй.
2007 йылда түңәрәктең “Әйтер һүҙем бар” исемле тәүге әҙәби йыйынтығы донъя күрә. Унда 21 авторҙың әҫәрҙәре баҫыла. Мәхмүт Янбаев, Рауза Ваһапова, Вәсимә Жаналина, Сайма Фазылова, Рафаэль Мөхәмәтйәнов, Сабира Шәрипова, Нәғимә Усманова кеүек өлкән быуын авторҙары менән бергә Лира Мәғәсүмова, Лилиә Әхмәҙиева кеүек йәш ҡәләм тирбәтеүселәрҙең дә яҙмалары инә йыйынтыҡҡа. Айҙар Ишбирҙин, Гөлъямал Нәзмиева, Зәйтүнә Хәйруллина, Сайма Фазылова, Нәғимә Усманова, Асия Рамазанова, Закирә Фәттәхова, Гөлсөм Фәхрисламова, Гөлсирә Ғүмәрова, Эльвира Ҡолоева, Ғәҙилә Аҡсулпанова, Минсара Йомасолтанова – әҙәби берекмәнең хәҙерге ижади көсө.
Байрам уңайынан берекмә “Ҡурай моңдарына ҡушылып…” тигән әҙәби йыйынтыҡ нәшер итеп, яҡташтарын һөйөндөрҙө. Яңы китап барыһына ла хуш килде, авторҙар үҙҙәренең әҫәрҙәрен уҡыны. Әҙәби кафе рәүешендә ойошторолған кисәлә иҫтәлектәр яңғыраны, түңәрәктең тәүге етәксеһе Рафаэль Мөхәмәтйәновҡа бағышлап сығарылған “Егеттәрҙең солтаны ине…” тип исемләнгән китап хаҡындағы һөйләшеү кисәне тағы ла байытты.
Силәбелә Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмәнең эш аҙымдары, һис шикһеҙ, урын­дағы башҡа ойош­маларҙың хәрәкәте менән бәйле. Магнитогорскиҙағы “Урал ынйылары” (етәксеһе – Фаиза Мәғәсү­мова), Сосновка районындағы “У камина” (Урал Ҡолошов), Ҡоншаҡ районындағы “Туған тел” (Мәүлиҙә Ибраһимова) исемле әҙәби берекмәләр үҙ-ара аралашып, ярышып ижад итә.
Арғаяш районының “Таң нурҙары” яҡтылыҡ сәсеп, берекмәләр ара­һында тағы ла сағыуыраҡ балҡыр тигән өмөттә ҡалабыҙ. Бының өсөн төбәктә бөтөн мөмкинлек тә бар. Күңелдәрҙә күлдәр тәрәнлеге, яландар иркенлеге йөрөткән ҡәләм­дәштәрҙең барыһына ла илһамлы ижад миҙгелдәре теләйбеҙ!

Ҡамса Мортазин,
Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә етәксеһе.
Әссәләмәғәләйкүм!


Үҙ телемдә йырларға,
Үҙ телемдә һөйләргә,
“Вәғәләйкүм әссәләм”, – тип
Ҡаршыларға таңдарҙы
Хоҙай ҡушҡан хаҡым бар!

Һандуғасты тыңларға,
Бейек тауҙар айҡарға,
“Вәғәләйкүм әссәләм”, – тип
Илем менән һоҡланырға
Йөрәгемдә дәртем бар!

Бәхет юлын үтергә,
Йән теләген биҙәргә,
“Вәғәләйкүм әссәләм”, – тип
Илгә сәләм бирер өсөн
Әсәм биргән телем бар!

Ярҡояш

Күктән төшкән көҙгөмө ни
Түңәрәк күл Ярҡояш?!
Әллә Йыһан шәүләһеме
Балыҡлы күл Ярҡояш?!

Яры ҡомло, һыуы тәмле –
Тирәһендә сулпы-ҡайын.
Ҡарағайлы урмандары
Үҙәк өҙә күргән һайын.

Хоҙай биргән ожмахмы ни,
Ҡамышлы күл Ярҡояш?!
Әллә күктең көҙгөһөмө –
Тылсымлы күл Ярҡояш?!

Сәжиҙә ХӘЛИЛОВА.



Төшөмдә

Атайымды бер көн төштә күрҙем,
Яу ҡырында үлеп ҡалһа ла.
Бесән сабып йөрөй, имеш, тимен
Күл буйында, асыҡ далала.
Салғы йөҙө ялт-йолт итеп тора
Йәшен һымаҡ йәшел үләндә.
Күл ситендә инәй керен сайҡай,
Көйәнтәһен талға элгән дә.
Шыбыр-шыбыр килә ҡамыштары,
Талдары ла тора күҙ йәш түгеп.
Киткәненә етмеш йыл тулды, тип,
Тулҡындары күлдә тулай, үкһеп.
Бар тәбиғәт телгә килгән, имеш,
Ҡабатланмаҫ сихри был төндә.
Утыҙ йәштә яуға киткән атаҡайым
Ҡайтҡан, гүйә, йөҙ йәшендә.
Атайымды күргәс, шатлығымдан,
Янып-ярһып киттем уянып…
Төштә генә атайымды күреп,
Өнөмдәгеләй киттем ҡыуанып…

Ғәҙилә АҠСУЛПАНОВА.




Ҡурай моңо

Күкрәк киреп тауҙың итәгендә
Ҡурай тарта башҡорт егете.
Аҡ ҡайындар тәрән уйға сумып,
Онотолоп тыңлай егетте.
Ҡурай көйләй, гүйә, тарих һөйләй,
Хәтерләтеп үткән көндәрҙе;
Яҡташтарҙың яҡты һағыштарын,
Алыҫ ҡалған айлы төндәрҙе…
Онотолмаҫ халҡым үткәндәре,
Йәшәйештең ҡәҙере шундалыр.
Халыҡ йөрәгенән моң алғанға
Ҡурайҡайы тынмай шуғалыр.

“Ҡолой моңдары”

Клуб сәхнәһендә, әй, моң яңғырай,
Йыр ағыла – халыҡ йырҙары.
Милләт күңеленә дәрт-көс өҫтәп,
Йырлай әле “Ҡолой моңдары”!
Сирек быуат инде һандуғастай,
Өҙөп һайрай “Ҡолой моңдары”.
Моң шишмәһен һайыҡтырмаҫ әле
Егеттәре менән ҡыҙҙары.
Өзләй ҡумыҙ, тынмай ҡурай моңо,
Сыңлай мандолина ҡылдары,
Милләтеңдең күңелен нурландыра
Ауылыбыҙҙың “Ҡолой моңдары”!

Зәйтүнә ХӘЙРУЛЛИНА.




Дәрбеш ҡыҙҙары

Дәрбеш ауылы ҡыҙҙары –
Бигерәк уңған үҙҙәре.
Уйында ла, йыйында ла
Балҡып тора йөҙҙәре.
Матур итеп күлдәк тегә,
Яулыҡ сигә үҙҙәре.
Аш-һыуҙа ла ал бирмәйҙәр
Шундай оҫта үҙҙәре!

Гөлсөм ФӘХРИСЛАМОВА.



Арғужа

Күк Уралдың күкрәгендә
Урғып тыуҙы Арғужа.
Зәңгәр күлдәр илкәйенә
Арғужа үҙе хужа.

Арғужаҡай, ҡайыныңа
Атҡайымды бәйләйем.
Китәһем дә килмәй һинән,
Шунда килә йәйләйһем.


Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар!

“Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар!”
Ш. Бабич

Ниҙәр генә яҙыр икән
Беҙҙән ҡалған башҡорттар?
Ниндәй хәбәр килер икән
Мәркәздәге таш йорттан?

Башҡорт булһаң, Бабич кеүек,
Милләтеңде өҙөлөп һөй!
Мәғәнәле фекереңде
Шағир кеүек күккә сөй!

Сайма ФАЗЫЛОВА.



Күл буйына йөрөй инек...

Күл буйына йөрөй инек
Миләш сәскә атҡанда.
Матур һүҙҙәр әйтелгәйне –
Онотолмай һаман да.
Үтте яҙҙар, ҡалды наҙҙар,
Бергә булып булманы.
Юҡҡа сыҡты вәғәҙәләр,
Йөрәк ҡалды яралы.
Юлдар китте айырылып,
Ике яҡта икебеҙ.
Яҙын сәскәгә күмелеп
Саҡыра миләшебеҙ.



Күлдәр кеүек төпһөҙ...

Күлдәр кеүек ниңә төпһөҙ
Зәңгәр күҙҙәрең һинең?
Шул күҙҙәргә бер ҡарауҙан
Йөрәк ярылды минең.
Тыныслығым юҡҡа сыҡты,
Һин генә уйҙарымда.
Осрашаһы ине бергә,
Эх, һабан туйҙарында!

Гөлъямал НӘЗМИЕВА.


Вернуться назад