“Комсомольская правда” гәзите редакцияһында республиканың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы етәксеһе Ғәлим Яҡупов, “Башҡортостан радиотелетапшырыуҙар үҙәге” филиалы директоры Юрий Матвеев ҡатнашлығында уҙған матбуғат конференцияһындағы һөйләшеү Башҡортостанда һанлы телевидениеның үҫеше мәсьәләләренә арналды.
“2009–2015 йылдарға Рәсәй Федерацияһында телерадиотапшырыуҙар үҫеше” федераль программаһына ярашлы 2015 йылға тотош Рәсәй биләмәһен һанлы телевидение менән тәьмин итеү бурысы ҡуйылған. Аҡса Үҙәктән бүленәсәк. Башҡортостанда яңы телеселтәрҙәр төҙөү киләһе йылға планлаштырыла.
— Башҡа төбәктәрҙән алда булыу кәрәк, ләкин ҡабаланып тегендә-бында вышкалар теҙеп ултыртыуҙан фәтүә булмаясаҡ, — тине министр. — Тәүҙә бөгөнгө телевидениены һаҡлап ҡалыуҙы тәьмин итеп, яңыһына күсеү өсөн шарттар булдырылырға тейеш.
Юрий Матвеев һанлы тапшырыуға күсеү генә түгел, ә шундай уҡ архивтар булдырыу, приставкалар етештереүҙең көнүҙәк булыуын да билдәләне. Телевидениелағы яңылыҡ сәнәғәт предприятиеларына ла этәргес бирәсәк. Мәҫәлән, ҡоролмалар төҙөүҙә, кәрәкле йыһаздар етештереүҙә ҡатнашырға теләгән ойошмалар етерлек. Улар араһында үҙебеҙҙекеләре лә бар. Подрядсыларҙы һайлап алыу конкурс нигеҙендә башҡарыласаҡ.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы республика өсөн ҙур өҫтөнлөк бирә, сөнки уның кеүек ҡеүәтле, ныҡлы матди-техник базалы компания һәр төбәктә юҡ. БЮТ-тың, һигеҙ үҙәк канал менән бергә, беренсе сиратта һанлы тапшырыуға күсеү ихтималлығы ҙур.
Ғәлим Яҡупов әле бушлай буласаҡ һанлы телетапшырыу тураһында һүҙ барыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ҡулланыусылар был хеҙмәт өсөн түләмәйәсәк. Түләүле кабель телевидениеһы менән уны һис бутарға ярамай. Генераль директор тапшырыуҙарҙың даирәһе киң булыуын билдәләне: уны Уралда, Себерҙә ҡарау мөмкинлеге бар. Һанлы телевидениеға күсеү йүнәлешендә лә эш бара. Тәүлегенә 18 сәғәт барған тапшырыуҙа сәғәт һайын ике телдә яңылыҡтарға урын биреләсәк, милли тапшырыуҙар дөйөм ваҡыттың (башлыса башҡортса) 65 процентын алып торасаҡ.
Дәүләт ярҙамында һанлы тапшырыуҙарға күсеү халыҡ өсөн бушлай булыуы менән отошло. Икенсенән, бер кабель операторы ла ауылға бушлай хеҙмәт күрһәтеү өсөн аҡса сығармаясаҡ. Был программаның социаль йүнәлеше лә бар: 2015 йылға һәр Рәсәй кешеһе хәленән килерлек телевидениеға эйә булһын өсөн аныҡ маҡсат билдәләнгән. Һанлы тапшырыу ул юғары сифатлы һүрәт кенә түгел, ә каналдар артыу һөҙөмтәһендә күберәк мәғлүмәт алыу, төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү сараһы ла (мәҫәлән, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе хәбәр итеү һәм башҡалар) булып торасаҡ, тип белдерҙе сығыш яһаусылар. Шул да мәғлүм булһын: яңылыҡ индерелгәндән һуң БЮТ тапшырыуҙары тәүлек әйләнәһенә барасаҡ.
Фаил ҠЫЛЫСБАЕВ.