Әҙәбиәт йылын ҡаршылап, донъя классиктарының, башҡорт әҙиптәренең ялҡынлы һүҙҙәре яҙылған баннерҙар баш ҡалабыҙ урамдарына урынлаштырылды. Өфө ҡала хакимиәтенең телдәр сәйәсәте буйынса бүлеге ҡаланың реклама үҙәге менән берлектә атҡарған был үҙенсәлекле акция күптәрҙең күңеленә хуш килгәндер, моғайын. Нимә генә тимә, йәнгә тейгес, ялҡытҡыс рекламанан халыҡ арып бөткән. Ә бына аҡыл эйәләренең, күренекле әҙиптәрҙең фекерҙәрен уҡып, кемдер уйға ҡалыр, икенселәр фәһем алыр, өсөнсөләрҙең йөҙө яҡтырып китер, сөнки әҙәбиәт халыҡҡа яҡтылыҡ, изгелек нурҙары сәсә! Баннерҙағы яҙмаларҙан беҙгә Александр Пушкиндың, Николай Гоголдең, Рәми Ғариповтың, Ғайса Хөсәйеновтың, Әнүәр Бикчәнтәевтең һәм башҡа күренекле шәхестәрҙең ялҡынлы һүҙҙәре ағыла.