Йылҡы йылын оҙатып14.01.2015
Һау бул, толпар!
Ығыш яҙмышыма
Ҡамыт һалдың, йүгән кейҙермәнең.
Юртҡанымда йә
йөк тартҡанымда
Сәм өҫтәнең, ғәмдән биҙҙермәнең.
Аҡбуҙ толпар!
Ҡояш, Ай тирәләп
Үтәһең бар йәнә УН БЕР ҡабат.
Осрашырбыҙ микән?
Таҫма суҡлап,
Оҙатайым һине ялың тарап.
Хуш бул, толпар!
Йондоҙнамә һине
Миңә йәтеш йәр тип инселәгән.
Һин тупһамда ғына инең бит һуң,
Эйәр һалалманым, эшкинмәгән.
Һау бул, толпар!
Елеп барғаныңда
“Игеҙәктәр” тигән йондоҙлоҡтан
Бер булмышым көлөп торған булыр.
Береһе өнһөҙ илар яңғыҙлыҡтан.