Көтөү-көтөү килгән ҡуй һымаҡ14.01.2015
Изге өмөт, яҡты хыял менән
Ҡуй йылына аяҡ баҫабыҙ.
Иҙеү сисеп, ялан ҡуллап килеп,
Ҡар өҫтөндә ҡаҙан аҫабыҙ.

Ҡуй инде, ҡуй — уйлауы ла ҡыйын,
Хоҙай ярҙам бирһен ҡуйҙарға.
Һимертәләр ҡорбан байрамына,
Һимертәләр ҡуйҙы туйҙарға.

Ҡоро утын дөрләр, тиҙ өлгөрөр
Ҡунаҡтарға эҫе ашыбыҙ.
Төклө аяҡ менән килһен был йыл —
Күҙ өҫтөндә торған ҡашыбыҙ.

Ләкин йылды быйыл Ҡуй, тиһәк тә,
Әҙерләнмәҫ бер кем һуйырға.
Имен килһен йылым, уңһын юлы,
Бар ҡапҡаны асып ҡуйырға.

Шатлыҡтарға, бәхеттәргә генә
Асыҡ торһон барлыҡ ҡапҡалар.
Барыһы ла йылдай ашыҡһындар,
Уңыштарға юлын тапһалар.

Ашыҡһындар йылдар яҡшылыҡҡа,
Көтөү-көтөү килгән ҡуй һымаҡ.
Алда эштәребеҙ тулып ятһын,
Тормошобоҙ барһын туй һымаҡ!


Вернуться назад