Бер ауылда…13.01.2015
Бер ауылда… Был ауылда элек тә булған бар ине. Ҡаршыға еңдәре менән та­нау аҫтын һөртә-һөртә таяҡты “ат” иткән малай-шалай саба, үтеп киткәндә кескәй генә ҡыҙҙар, итәктәрен тартҡылап, һаулыҡ һораша тор­ғайны. Һуңынан пырх-пырх көлөшәләр. Бир­гән кәнфит-перәнигеңә ҡарап, кемле­геңде һы­най­ҙар. Шат­лан­дырҙың икән, ағайҙан һал­ды­ралар, һа­ран­ланһаң – ҡарунлығыңа төрт­төрәләр. Ә күҙҙә-әр!.. Ах, шул тиклем дә осҡон сәсер икән мут та, оялсан да, кескәйҙәргә хас шуҡлыҡ та бөрккән был күҙҙәр.
Ғүмер буйы ҡағыҙға текләгәнгә бирелгән “бүләк”те – күҙлекте – алып, лупаларын һөртәм – юҡ улар. Тик бил тиңенән үҫкән әрем сәләмләй ҙә, дегәнәк баштары салбарға йәбешә.
Шулай ҙа йәнлелек бар икән, ана, ҡыйшайған кәртәһенә һө­йәлгән эскәм­йәһенә сығып ултыр­ған бер әбей, маң­лай өҫтөнә ҡу­лын ҡуйып, миңә тек­лә­гән. Хәлһеҙ ҡарашын баштан-аяҡ үткәрә. Яҡтылыҡ бөркөлә был ҡараштан. Яҙын баҫыуҙар быу күтәрткәндә иҫкән елдә генә була шундай йылылыҡ.
– Бәй, балам тип торам, һин икән­һең, – тип башымдан һыйпаны.
Был ауылда эҙен ҡалдырған һәр үткенсене ҡытыршы усы менән һый­пап ҡаршы ала, оҙатып ҡала икән. Уның эргәһендә ултырып киткән­дәр­гә – сауап, сәғәт теленең өсөнсө уғы бер әйләнеп сыҡҡансы ла ваҡыт тапма­ған­дар­ға – харап. Изге инәй ул – бала­ларының ҡайтырын тилмереп көт­кән­дәрҙең барыһының да әсәһе шикелле...
Ҡараштар буш торған өйҙәр аша үтеп, белештең тиҫтә йыл үҙгәрмәгән ҡапҡа­һына һуғыла. “Өйөндә генә бул­һа ярар ине, күпме юл үтеп осрат­маһам, ҡыйын булыр”, – тием. Тап ит­мәһәм, ҡайҙа төнәрмен икән, тип йәнде ҡыя эске уй. Әйҙә, алышһындар икәүләп, күнегелгән, һәр беребеҙҙең эсен гөтөрләтә улар.
Һырлы стакандар сәкәштерелде. Суфый түгелбеҙ ҙә. Мәҙрәсәгә йөрөмә­гәнбеҙ, таяҡты “әлиф” тип белмәйбеҙ. Теге – “шо, не уважаеш-ш штоли” тип үҫтерелгән замана балаһыбыҙ.
Белештең өй эсенә күҙ йүгертәм – һис бер ни үҙгәрмәгән һымаҡ. Әйтер­һең, йылдар тәгәрмәсе маңлайҙарға һырҙар өҫтәмәгән, сәстәргә сал бу­раҙ­наларын да һалмаған. Әсәһе иҫән булған­дағыса йыйыштырылған. Мейесе ағартылған, еҙ самауыр ҙа байып барған ҡояш нурҙарын са­ғылдырып өҫтәлдә ултыра. Тик ниндәйҙер һал­ҡынлыҡ бар – ҡатын-ҡыҙ йылылығы етмә­гәне һиҙелә... Өйләнгән ине бит ҡорҙаш. Һорарға ҡыймайым. Тик:
– Мал-тыуарҙы күп тота инегеҙ, – тип, аҙаҡ үҙем өсөн дә уңайһыҙ һүҙҙәр теҙ­мәһен теҙәм. Ниҙер әйтергә кәрәк бит.
– Һыйыр тотам, быҙау, тауыҡтар... Күрәм бит, бисә тураһында һорарға ниәтең. Һорамаһаң да әйтәм: китте ул. Баланы күтәрҙе лә китте. Әсәй түшәктә оҙаҡ ятты бит. Ҡарағыһы килмәне... Ә мин китмәнем. Иң яҡын кешемде ҡалдырманым. Әсәй мәрхүмә үтенеп тә һораны – ризалашманым...
Белеш ситкә ҡараны. Һаҡал төктәре ара­һынан ике бөртөк күҙ йәше тәгә­рәргә юл эҙләне.
– Юҡ, үкенмәйем. Иң изге кешемде тәрбиә­ләргә теләмәгән ҡатын менән барыбер йәшәй алмаҫ инем...
Уның ҡустыһы ла, һеңлеһе лә бар. Аталары бик иртә киткән фани­лыҡ­тан – диләнкәлә берәүҙе ҡотҡарыр өсөн ауып барған ағас аҫтына таш­лан­ған. Һуңынан инде, мәктәпте тамам­лағас, туғандарын ҡарашыр өсөн фермаға юлланған белеш.
– Ҡайтҡандары юҡ, – тине ул тоноҡ ҡына тауыш менән. – Ҡуй, әйҙә, һал берәрҙе. Иҫән йәшәһендәр...
...Туҡ, туҡ, туҡ! Вата яҙып тәҙрә шаҡыйҙар.
– Ут сыҡҡан!!! – тышҡы яҡта көрәк тотҡан ир урынында тыпырҙай.
– Пажар, инәңде...
Өҫтәлгә төшкән көрәктәй устың гө­пөл­дәүенә күкрәк төбөнән сыҡҡан ауаз ҡушылды. Ошоноң менән барыһы әйтелде.
Биҙрә, көрәк эләктереп барып ет­кәнсе байтаҡ халыҡ йыйылған: берәү­ҙәр ут теле күрше йортҡа китмәһен өсөн кәртә аҡтара, икенселәр ете-һи­геҙ дилбегә арауығындағы ҡоҙоҡҡа ҡапланған. Барыһы – ир-ат, ҡатын-ҡыҙ, әбей-бабайҙар – сылбырға теҙел­гән. Һыу тултырылған биҙрәләр янған өйгә барып еткәнсе яртылаш ҡала. Яйлап “алыш-биреш” һүлпәнәйә, ке­ше­ләрҙең һөрәнлә­үе һирәкләнә бара. Уларҙы һүгенеү, уфтаныуҙар алмаштыра.
– Килеп етмәнеләр...
Килде пожарныйҙар. Ут селтәрләп ҡарайтҡан бүрәнәләрҙе аҡтарҙылар – сәбәп эҙләнеләр, быҫҡыған урындарға ҡалын шлангыларҙан һыу һиптерҙе­ләр. Ҡағыҙ тултырҙылар...
– Ярай, үҙегеҙ иҫән ҡалғанһығыҙ, – тип йыуатты ауылдаштары күрше йорт эскәмйәһендә һушһыҙ булып ултырған әбей менән бабайҙы.
– Беҙгә килегеҙ, урын табылыр, – тине икенселәре.
Ир-ат бер ергә өйкөлөшкән, ҡатын-ҡыҙ – икенсе. Силсәүиттән башлап район түрәләренә тиклем һүгәләр...
Беҙ белеш менән яй ғына ҡайтып барабыҙ. Өндәшмәйбеҙ. Белеш ара-тирә тештәрен ҡыҫып шығырҙатып ҡуя, ҡулындағы көрәге менән ергә һуғып-һуғып ала. Минең күҙҙәр таныш урындарҙы эҙләй. Анау ерҙә клуб ине. Әле төнгөлөккә өйҙәренә ҡайтмаған кәзә-һарыҡ бышҡырғаны ишетелә. Те­гендә мәктәп стеналары һерәйгән. Бында сельпо лавкаһының нигеҙ таштары ҡуйы кесерткән араһынан саҡ күренеп ята. Юҡ-юҡ, кисен өс тиҫтәгә яҡын йорттоң тәҙрәһендә Ильич лампалары ҡабынған ауылды ташландыҡ тип әйтеп булмай – араларында шы­ҡылдап торған бүрәнәнән һалынған өйҙәр ҙә бар.
Ҡайттыҡ. Өҫтәл янында шым ғына ултырабыҙ. Һүҙ булһын тигән һымаҡ­мы, белештең кәйефе бер аҙ күтә­релһен типме, үҙе яратҡан темаға һүҙ ҡушҡан булам:
– Хут ҡыҙҙар бармы һуң?
– Нимә, бында ҡыҙҙар тоторға кил­деңме? – тип күҙҙәрен алартты бе­леш. – Бар, кәнишнә. Үткән йыл мәр­хүм булғандың йәш ҡатыны бар. Ул – минеке!
Биргән һорауымдың тағы бер яғы, бәлки, өйләнерһең, донъяң матур, ҡыйын бит бер үҙеңә тигән ниәттән дә ине. Ниңә өйләнмәйһең һуң, улай булғас, тигән ҡараш йүгертәм яңаҡ эсенә уйылған, зәһәр осҡон сәскән күҙҙәргә ҡарап.
– Эйе, өйләнерһең, бар. Күрше ауыл­дан берәү эйәләште уға, – белеш күлдәк иҙеүен тартып өҙҙө, муйы­нын­дағы ҡан тамырҙары бүртеп сыҡты. Йөрәк тәңгәленә йоҙроҡ менән һуҡ­ҡыланы. – Беләһеңме, ошонда яна минең, ош-шонда-а...
Баҡһаң, элекке колхоз үҙәге булған ауылда ла йорттар яртылаш ҡалып, уларының да сирегендә бер өйөр буй-ҙаҡ ғүмер кисерә икән. Шуның менән һүҙ бөттө...
Таң һарыһы беленә. Кемдер карауатында кирелә, ә кемгәлер йоҡо ба­ҙарын гиҙәһе лә әле гиҙәһе. Ҡайҙалыр һәүкәшкәй мөңрәй, ҡайҙалыр ел һыңар күгәне һурылған ҡапҡаны шығырҙата. Бирге яҡта әтәс борғоһон ҡысҡырта – арғы яҡ тауыҡтарын саҡыра. Яңғыҙ эт лауылдай, нәфсеһен тыя белмәгән бесәйҙәр сыйылдаша...
Ауыл таңы...

Р.S. Ҡайтҡас, белештән хат алдым. Күҙ йәштәреме, көмөшкәме тамып һарғайған ҡағыҙға былай тип сыймаҡ­лаған: “Һин ҡайтып киткән көндә инәй үлде. Эскәмйәһендә ултырып. Ҡулын һонған килеш ҡатып ҡалған...” Йөрәк һыҡраны. Әйтерһең дә, тормоштоң әсе елдәренән ярылып бөткән уның устары битемде һыйпаны: “Балам тип торам...”


Вернуться назад