Ибрайҙан башланған оло юл13.01.2015
Очерк
Мул һыулы йылғаның да инеше була

Рәғиб Ғимаев – ата-әсәһе уҙған быуаттың 20 – 30-сы йылдарындағы мәхшәрҙә имен ҡалып, һуғыш алдынан ғына бер нисә йыл әҙәмсә йәшәп ҡалған быуындан. Самалы ғына булһа ла, туҡлыҡ һәм һиллек осорон күреп ҡалғандар. Хәйер, ул һиллек дауыл алдын­дағы шомло тынлыҡ булған икән. Буласаҡ ғалимдың атаһы, Насретдин Ғималетдин улы, тәүәккәллеге менән ветеринарлыҡҡа уҡып, колхоз малын да, ауылдаштарының мал-тыуарын да ҡараған. Биш балаһы итәге тирә­һендә уралһа ла, әсәй кеше лә ғаилә хәстәре менән генә йәшәй алмаған. Ишле ғаилә – ҙур мәшәҡәттәр, бында ата-әсә крәҫтиәндәргә хас тилберлек менән генә алдыра алмай. Ғаиләлә яҡынлыҡ, ихласлыҡ, күҙгә салынып бармаған мөнәсәбәттәр аһәңе кәрәк. Мәҫәлән, мин Әб­йәлилдә Илһамовтар ғаиләһен яҡшы беләм. Ауыл мөғәллиме һәм ябай ҡатын уҙған бы­уаттың ҡатмарлы 20 – 30-сы йылдарында ун сабыйға ғүмер биреүҙән ҡурҡмаған. Был ғаи­ләлә хеҙмәт, белем, яуаплылыҡ хакимлыҡ иткән. Илһамовтарҙың төпсөк балаһы, Марат Әҡсән улы, атаҡлы ғалим булып киткән. Бәл­ки, осраҡлы ғына шулай тура килгәндер, иллә Ғимаевтарҙың да кесеһе ҙур ғалим, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре дәрәжәһенә күтәрелгән.
Ике ғаилә миҫалында ғына ике һығымтаға киләһең: күмәк ғаиләлә эшсән балалар үҫә, унда бер-береңдән уҙҙырырға теләү ынтылышы йәшәй. Был – беренсенән. Икенсенән, баш­ҡорт­тар, һәр сабый­ҙы Хоҙай ейер ри­зы­ғы менән ярата тигән ыша­ныста ҡала. Лә­кин яуыз көстәр ты­ныс тормош ағышын әленән-әле боҙа, һәм шул саҡта бала-саға ла тиҙ генә утыға һа­ла, дөрөҫөрәге, өлкән­дәр аҡылы килмәҫ борон ­уҡ бала­ның ҡулдары эшкә өйрәнә.
Шулай 1937 йылда Рәғибтең олатаһы ме­нән атаһы золомлоҡ­ҡа эләгә. Ике ябай кешенең тормошонда һәм холоҡ-фиғелендә дәүләт именлегенә янарлыҡ нимә күргән­дәрҙер, аңлауы мөмкин түгел. Улай тиһәң... Бай­таҡ йылдар элек ми­ңә ике тиҫтә йыл самаһы ғүмерен лагерҙарҙа үткәргән башҡорт ағайы менән һөйләшеү насип булғайны. “Кешеләрҙе ни өсөн йәһән­нәм төбәгендәге ауылдарҙан да ҡулға алдылар икән, тип һорайһың. Ғәйептәре ниҙә булған һуң? Ғәжәп күренеш, ләкин араһында күпселекте тома наҙандар тәшкил иткән халҡыбыҙҙа яла яғыу имәнес рәүеш алған. Шуға күрә лә зыян күреүселәр күп”, – тигәйне ул. Рәғиб Насретдин улының тәржемәи хәле менән таныш­ҡанда ошо күптәнге һөйләшеүҙе хәтерләнем. Ҡазаланған бүтән ғаиләләр араһында оҡ­шашлыҡ эҙләп, хаталаныуым да ихтимал. Һәр яҙмыштың ҡабатланмаҫ һыҙат­тары була, бәлә йөҙө генә бер үк.
Әгәр золомлоҡ, артабан һуғыш касафаты Ғә­фүрә Баймөхәмәт ҡыҙы менән уның биш бала­һы­ның иңенә күтәрә ал­маҫтай йөк булып ят­ма­һа, был хаҡта һүҙ­ҙе сурытмаҫ та инем. Балаларға килгәндә, улар зирәк, ҡыҙыҡ­һы­ныусан, ә иң мөһиме – һис бер эштән ҡурҡмаҫ булып үҫкән. Халыҡтың инаныуынса, кем Мәүләнең ижтиһадына юлыҡһа, шуға илаһи көс-ҡеүәт бирелә икән. Ғимаевтарҙың балалары ла шулар рәтендә. Мәктәптә улар еңел, көсөргәнмәй белем ала, уҡыуҙы маҡтау ҡағыҙҙары менән тамамлай. Тормош тиҫкәре яғына әйләнмәһә, Ғәфүрә Баймөхәмәт ҡыҙы менән Насретдин Ғималетдин улының өлкән балалары ла исемен шанлы ҡыйғылар йон­доҙлоғонда балҡытмаҫ инеме ни?!
Гөрһөлдәп һәм ҡан ямғыры яуҙырып, бөйөк һәм ҡәһәрле һуғыш та үтеп китте. Уның ҡо­йоно беҙҙең балалыҡ шатлыҡтарын да, үҫ­мерлек хыялдарын да өйөрөлтөп йотто. Хатта әсәйҙәребеҙ ҙә беҙҙе наҙҙары менән танһыҡ ҡанғансы йылыта алманы. Атайҙар тураһын­да нимә әйтәһең инде...
Ғаиләләге кинйәгә был осраҡта ҡулайыраҡ: һәр даим тиерлек әсәһе эргәһендә, өлкән ағайҙары һәм апайҙары ҡанаты аҫтында. Улар, әйтерһең, Рәғибкә юл асҡан, тулыһынса белем алыуға мөмкинлек биргән. Ғәфүрә Баймөхәмәт ҡыҙы менән Насретдин Ғималет­дин улының иң өлкән ҡыҙы Мәнзүмә, шөкөр, туҡһанды ашатланы, Салауат районының Торналы ауылында йәшәп ята. Уға етәге Флүрә, ағалары Фазыл менән Дауыт ауылдан ситкә аяҡ баҫманы. Ерҙә эшләне улар, бала баҡты, ейән-ейәнсәрҙәренә ҡыуанды. Ауыл­дағы күпселек яҡташтары һымаҡ, иркенлектән шашманылар, намыҫын да һаҡланылар. Әҙәм балаһын мөлкәт йәки бүләктәр түгел, бәлки тормошто намыҫ менән үтә белеү күтәрә бит. Рәғиб Ғимаевтың ата-әсәһе ошондай ине, туғандары ла шулайҙыр.
Ә уның өсөн юғары белемгә, ҙур фәнгә юл шәхси ынтылыш ҡына түгел, бәлки, ҙур ғаи­лә­нең теләге лә булғандыр. Ғимаевтар затын­да, әйткәндәй, нефтселәр ҙә, нефть эш­кәр­теү­селәр ҙә бығаса осрамаған. Рәғиб­тең һөнәр һайлауына ниндәйҙер факторҙар йоғонто яһағандыр, тип раҫлауҙан алыҫмын. Иллә Өфөләге нефть институтына (ауыл малайы өсөн ҡатмарлы ғына юғары уҡыу йортона) ул бик көсөргәнмәй ингән. Тимәк, Ибрай һәм Йүкәлекүл ете йыллыҡ, Абзай урта мәктәп­тәрендә һәйбәт мөғәллимдәр эшләгән. Үҫмер етди техник уҡыу йортона бер ын­тылыуҙа үтә алғас, был хаҡтыр. Күп йылдар үткәс, әңгә­мә­ләренең береһендә юл һайла­уының сәбәбен Рәғиб Ғимаев ябай ғына итеп әйтеп бирҙе: “Бында ғәжәпләнер нәмә юҡ. 1950 йылдар Башҡортостанда ҙур нефть һәм нефть хи­мияһының әүҙем үҫеше менән бәй­ләнгән. Мин дә үҙемде халыҡ хужа­лығының ошо өлкә­һендә һынап ҡарарға булдым”.
Уҡыуын тамамлағас, йәш инженер аспи­рантураға саҡырыу ала, әммә тәүҙә производствола эшләп алыуҙы ҡулай күрә. Матди хәлеңде лә ҡайғыртырға кәрәк бит әле, сөнки аспирант стипендияһын нефть эшкәртеү заво­дындағы менән сағыштыраһы түгел. Йәнә лә бер сәбәп Ғимаевты ҡыҙыулыҡ менән фәнгә сумыуҙан тыйып тора: яңы ғына ҡорған ғаиләһе хәстәрлек талап итә. Ҡыҫҡаһы, Рәғиб Насретдин улы фәнгә ҡарай ҡатмарлыраҡ, уның ҡарауы ышаныслыраҡ юлды һайлай. 1958 – 1963 йылдарҙа Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор, өлкән инженер, цех начальнигы урынбаҫары булып эшләй.
Ошондай предприятиеға килеп эләгеү, эш­ләй башлау, танылыу табыу – үҙе мәртә­бә. Инженер-технолог Ғимаев тәүге уңыш­тарын баҫалҡылыҡ менән ҡабул итә, уның етеш­те­реү­се сифатында ла карьера яһау мөмкин­ле­ге була. Шулай ҙа, сит ил ғалим­дарының бе­реһе әйткәнсә, “Һәр төрлө хәл­дәргә үҙ мө­нә­сәбә­тенән, үҙ юлын һайлау иркенән тыш, кешенән бар нәмәне лә тартып алырға мөмкин”.
Ысынлап та, производствоны ярайһы өй­рәнгәс һәм белгәс кенә, заводтан айырылып, ул туған институты аспирантураһында уҡы­уын дауам итә. Цехтарҙа алған биш йыллыҡ тәжрибә йәш ғалимға шәхес булып өлгөрөүҙә лә, фән юлында ла ҙур таяныс була. Мул һыулы йылғалар ҙа бит ерҙе тиртеп кенә сыға, тамыр, таштар араһынан көс-хәл менән юл ярған инештән баш ала. Ҡәләме осонан тамған, кешеләр күңеленә юл та­бырлыҡ һүҙ уның авторының йөрәген бығаса кисерелгән ғорурлыҡ менән тултыра.
Өлкәнерәк быуын вәкилдәре Совет власы осоронда нефть промыслаларында, нефть эшкәртеүҙә, нефть химияһында эшләүҙең мәртәбәле һаналғанын, матди мөстәҡил­лек­тән тыш, йәмғиәттә ихтирам бирелгәнен хәтерләйҙер. Эҙләнеү­сән эшселәр, фекерле инженерҙар араһынан тора-бара производство етәкселәре, ҙур ғалимдар үҫеп сыға ине. Миҫалға Дәүлә­кән районы егете Ғүмәр Теләшевте килтерәйем. Социалистик Хеҙмәт Геройы булыуҙан тыш, ул атҡаҙанған ра­цио­нализатор, атҡаҙан­ған химик, почетлы нефт­се исемдәрен алды, ғилми-тикшеренеү ла­бо­раторияһына, тәжри­бә-тикшеренеү үҙә­ге­­нә етәкселек итте. Өҫтә­үенә техник фәндәр докторы, Башҡор­тос­тандың фән һәм техника өлкәһендәге пре­мия­һы лауреаты. Бындай миҫалдар берәү генә түгел.

Баһалап бөткөһөҙ хеҙмәт

Институттан һуң предприятиела эшләй башлауының тәүге көндәренән үк Ғимаев ғәмәлдәге производство барышына яңылыҡ­тар индереү әмәлдәрен табырға тырыша. Технологик процестың алғы сафында барған нефть эшкәртеү заводында асышҡа ихтыяж һәр даим була инде ул. Егәрлелек менән профессионаллек бергә ҡушылғанда, яҡшы һөҙөмтә көтөргә мөмкин. Ләкин бының өсөн белемеңде даими камиллаштырыу мөһим. Һүҙ, әҙер теоретик һәм ғәмәли хеҙмәттәрҙе үҙләштереүҙән биге­рәк, үҙ идеяларыңды өл­гөртөү тураһында бара. Ошонан сығып фекер йөрөткәндә, Р. Ғимаевтың фәнде һайлауы – тәбиғи хәл.
Аспирантлыҡтың тәүге йылы үтеүгә Ғи­маев бер асыш­тың авторы ине ин­де. Был хеҙмәт­тең кандидатлыҡ дис­сер­тацияһы менән бәйләнгәнлеге аңлашыла. Әйткәндәй, дәртле егет уны оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай атҡарып сыға.
Йәш техник фәндәр кандидатына нефть һәм газдың химик технологияһы кафедра­һында урын тәҡдим итәләр. Ошонан баш­ланған юл Ғимаевты өлкән уҡытыусы, доцент, кафедра мөдире һәм технология факультеты деканы вазифалары аша алып үтә. Рәғиб Насретдин улы кафедраға 16 йыл етәкcелек итә. Был йылдар нефть эшкәртеү, нефть химияһы һәм химия производстволарының технологик йәһәттән тиҙләтеп яңырыуы осоро булды. Быны традиция тип атауы ситен, әммә беҙҙең илдә ғилми идеялар, уйлап табыуҙар сәнәғәт етештереүенә юлды ауырлыҡ менән яра. Ҡыйыу фекер шунда уҡ күтәреп алынырға тейеш тә бит...
Латинса “ректор” һүҙен “идара итеүсе” тип тәржемә итергә булалыр. 1981 йылда Баш­ҡорт дәүләт университетына ошондай идарасы, йәғни ректор итеп профессор Рәғиб Ғимаев тәғәйенләнә. Был уҡыу йорто һәр саҡ республика йәмәғәтселегенең иғтибар үҙәген­дә булды. Хәҙерге тел менән әйткәндә, әле булһа Башҡортостандың интеллектуаль тор­мо­шоноң бренды көйө ҡала.
Ректор итеп тәғәйенләнеү, һис шикһеҙ, Р. Ғимаевтың тәржемәи хәлендә күренекле ваҡиға булғандыр. Илдең төрлө тарафынан йыйылған, үҙ йолаларында тәрбиәләнгән бихисап телле тиҫтәләрсә мең студент уҡыған, йөҙҙәрсә мөғәллим эшләгән ҙур учреждениеға 18 йыл етәкcелек итеү — баһалап бөткөһөҙ хеҙмәт. Шуны ла өҫтәйек: Ғимаев ректор булған осорҙа юғары уҡыу йорто фәне ака­демияныҡы менән бер тиң ҡуйыла торғайны.
Тормош бер урында ғына тапанһа, йәмғиәт тә, шәхес тә үҫешә алмаҫ ине. Рәғиб Насретдин улы Дәүләт Думаһы депутатлығына һай­ланырға йөрьәт иткәс, уның яҙмышындағы боролош Башҡортостан йәмәғәтселеген ғә­жәп­ләндермәгәндер. Ул үҙендә шундай инаныу һаҡлай ине: сәйәсәткә ниндәйҙер эш башҡарған, ҡулынан ниҙер килерҙәй кешеләр барһын ул. Был тармаҡ ғәмәли эштәргә моҡ­рап йәшәй. Рәғиб Насретдин улы – әүәлгерәк ижтимағи-сәйәси ҡоролошта тәрбиәләнгән кеше. Беҙҙең осорҙа һүҙ һәм вәғәҙәләр аныҡ эште күмә алманы.
Шуны ла әйтәйек: Дәүләт Думаһында эш­ләгәндә Ғимаев закондар сығарыу һәм баш­ҡарма властың үҙ-ара мөнәсәбәт формала­рын ҡабул итә, депутаттарҙың халыҡҡа, уның тор­мо­шона, ғөмүмән, яҙмышына ғафил­лығын аң­лай алманы. Рәғиб Насретдин улы ғилми, дәү­ләт һәм ижтимағи эшмәкәрлегенең әүҙем йылдарында ла, аҡһаҡал йәшенә еткәс тә халыҡтың тормошон яҡшыртыуға өмөтөн юғалтманы.
...Йыл үтеп, яңыһы башланып ҡына тор­ған­да, атаҡлы ғалимға 80 йәш тулды. Һүҙҙе артабан сурытмай, әйтелгәндәрҙе төйнәгән­дәй, бер йырҙағыса һамаҡлайым әле:
Арғылда ғына арғыл, ай, артылған
Күк һыртлы ла бүре балаһы.
Ҡайҙа ғына барһа, кәм-хур булмай
Башҡорт та ғына ата балаһы.




Вернуться назад