Яңы моң төйәге31.12.2014
Былтыр Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының ҙур залына капиталь ремонт башланғайны. Ниһайәт, көтөп алған мәл етте: йылытыу селтәре яңыртылған, өр-яңы яҡтыртыу һәм тауыш аппараттары менән байытылған күркәм моң һарайы ишектәрен асты.

Яңы залды асыу тантанаһына арналған гала-концертта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
– Мәҙәниәт йылы байрағы аҫтында үткән йыл тамамланыу алдында, – тине ул. – Әлбиттә, мәҙәниәт кеүек мөһим өлкәне хәстәрләү бер йылда ғына башҡарыла торған эш түгел, ул киләсәктә лә иғтибар үҙәгендә буласаҡ.
Рөстәм Хәмитов барыһын да тупһала торған Яңы йыл байрамы менән ҡотлап, бер төркөм театр хеҙмәткәренә дәүләт бүләктәрен тапшырҙы.




Вернуться назад