Мәҙәни тормош ҡайнап тора27.12.2014
Мәҙәни тормош ҡайнап тора Йәмғиәттең
нигеҙ ташы

Яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Зәки Мәхмүтов исемендәге йыр конкурсы бигерәк тә матур ойошторолдо. Унда алты райондан 60-тан ашыу моң һөйөүсе ҡатнашты. Яҡташыбыҙҙың ижадын киң пропагандалау һәм башҡорт йыр сәнғәтен артабан үҫтереү маҡсатында уҙға­рылған конкурста Красноусол баш­ҡорт гимназия-интернаты уҡыу­- сы­­һы Илнур Үлмәҫбаев гран-при яуланы.
Район мәҙәниәт йорто тарафынан башҡорт халыҡ мәҙәниәтен пропагандалауға йүнәлтелгән бик күп проекттар ғәмәлгә ашырыла. Шуларҙың береһе – “Ҡурай”.
Ҡурайҙы танытыу “Мағаш” ҡурай халыҡ ансамбле (етәксеһе – Рәмил Ҡотдосов) иңенә төштө. Ул, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған “Еңеү салюты” Бөтә Рәсәй халыҡ ижады фестиваленең Пермь ҡалаһында үткән икенсе этабында уңышлы сығыш яһап, II дәрәжә дипломға лайыҡ булды.
Күмертау ҡалаһында уҙған Бөтә Рәсәй “Алтын сапсан” конкурсында Арина Селянина, “Академик йырлау” номинацияһында билдәләнеп, I дә­рәжә лауреат исеме яуланы. Ә район мәҙәниәт һарайының “Сюрприз” балалар бейеү студияһы (етәкселәре – Эльвира Хөс­нөтди­нова менән Ольга Кирдеева) ошо уҡ конкурста дипломант исеменә лайыҡ булды.
“Ирәндек моңдары” XII төбәк-ара конкурста иһә Илнур Үлмәҫбаев үҙ йәш төркөмөндә гран-при яуланы.

Фольклорсылар уңышы

Мәҙәни тормош ҡайнап тораБашҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыу айҡанлы уҙған “Салауат йыйыны” республика фольклор байрамында район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты. Үҙенең ижадында Салауат Юлаевты мәңгеләштереүгә өлгәшкән һырлап-биҙәү эштәре оҫтаһы Александр Заплатиндың күргәҙмәһе бай­рам­дың бер биҙәгенә әүерелде. Сәйет­баба ауылынан балаҫ һуғыусы Рабиға Йәрмиева “Халыҡ йолаларын һаҡлағаны өсөн” дипломына лайыҡ булды. Был йыйында шулай уҡ “Табын” этнотөркөмө “Егер­ме лә ике йәшендә...” кон­курсының III дәрәжә дипломы менән бүләкләнде. Ә Юрмаш ауылы һылыуы Регина Салауатова “Йөҙөк ҡашы Зөләйха” бәйгеһенең еңеү­сеһе булып танылды.
Шулай уҡ Өфө ҡалаһында ҡу­райсылар араһында уҙғарылған Әҙһәм Исҡужин исемендәге IV асыҡ ҡала конкурсында Фәнил Кин­йә­ғолов II дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Ә билдәле ҡурайсыбыҙ Рәмил Ҡотдосов ошо конкурстың баһалама ағзаһы ине.
Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Илүзә Йәғә­фәрова “Һылыуҡай” республика конкурсында ”Нәзәкәтлек” номи­нацияһында еңде.
Сәйетбабалар ҙа үҙҙәренең уңыш­тары менән ҡыуандырып тора. “Асанай” фольклор ансамбле “Сәйетбаба” тарихи-мәҙәни үҙәге менән берлектә Нуриман районында Халыҡтар дуҫлығы йорто уҙғарған “Кәкүк сәйе” фольклор байрамында уңышлы сығыш яһаны. Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән “Ашҡаҙар таңдары” фольклор байрамында иһә беренсе урынға лайыҡ булды.

Гранттарға лайыҡ

“Мәҙәни ял өлкәһендә иң һәйбәт инновация проекты” республика конкурсында район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре, Башҡортостандың ат­ҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдә­ле композитор Рәмил Ғимранов, Еҙем-Ҡаран мәҙәниәт йортоноң баш художество етәксеһе Рәүилә Кил­мөхәмәтова, Бурлы мәҙәниәт йор­тоноң баш художество етәксеһе Римза Яҡупова, китапхана селтәре хеҙмәткәре Гүзәл Шәрипҡолова ҡатнашты.
Районда башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш һәм башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәтен пропагандалауға йүнәл­телгән бик күп проекттар ғәмәлгә ашырыла. “Оҙон көй”, “Алтын тирмә”, “Ҡурай байрамы”, “Туған тел”, “Керәшен һыуыҡтары” кеүек фестиваль һәм конкурстар, урыҫ йырҙары һәм таҡмаҡтары байрамдары уҙғарылып тора.
Ҡурай һәм гармун фольклор байрамдары, өзләү, баянда уйнау буйынса ойошторолған конкурстар, “Байыҡ”, “Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне” кеүек бейеү фестивалдәре халыҡ ижадын үҫтереүгә этәргес бирә. Күп кенә саралар йолаға әүерелгән.

Һәр ауылдың –
үҙ бренды


Урындағы брендты сағылдырған конкурс та бик матур үтте. Райо­ныбыҙҙың һәр ауылы үҙенсәлеккә эйә. Шуны театрлаштырылған сарала видеороликтар, йырҙар аша күрһәтә алды мәҙәниәт хеҙмәт­кәрҙәре. Мәҫәлән, Буруновка ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре “Баяр баҡсаһы”н күрһәтһә, Архангел халҡы үҙенең алма баҡсаһы менән “маҡтанды”. Сәйетбабалар ҡулдан һуғылған балаҫ һәм келәмдәр, Үзбәк ауылы – Баҫырмалы шишмәһе, Игенйылға – шифалы шишмәләре, Ташбүкән – йүкә балы, Имәндәш – Еҙем йылғаһы, Яңғыҙҡайын – “Ге­ройҙар төйәге”, Яңы Бурлы ҡымыҙ бешеү оҫталары менән дан тота. Һәр ауылдың үҙенсәлеге төрлө йола һәм байрамға бәйләп күрһәтелде. Еҙем-ҡарандар Ҡаран-Шиш­мәгә арнап йыр башҡарҙы, красноусолдар “Красноусол балы”н тәҡдим итте.
Һөҙөмтәлә Еҙем-Ҡаран мәҙәниәт йортона беренсе урын бирелде. Сәйетбаба һәм Үзбәк – икенсе, Буруновка һәм Табын ауылдары өсөнсө урын менән билдәләнде.

Фәнил КИНЙӘҒОЛОВ,
район мәҙәниәт
бүлеге начальнигы.


Вернуться назад