Тәрән тамырлы “Тамыр”26.12.2014
Тәрән тамырлы “Тамыр” Бронза Орфей һәм ике махсус бүләк. “ТЭФИ-Төбәк-2014” бәйгеһендә “Башҡортостан” теле­радиоком­панияһының “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы ошондай һөҙөмтәгә өлгәште.

Башҡортостан Президенты грантына төшөрөл­гән “Шүлгәнташ” фильм- әкиә­те конкурстың иң юғары наградаһына лайыҡ булды. Әкиәттең оператор-ҡуйыусыһы Урал Ғатаул­лин “Телевидение про­грам­ма­һы/фильм операторы” ­но­­­минация­һында Грозный һәм Сорғот ҡа­ла­ларынан килгән коллегалары менән көс һынашты. Башҡорт әкиәтенең ҡат­мар­лы сюжеттары бик оҫта төшөрөлгәйне. Баһалама комис­сияһы бронза Ор­фей­ҙы тап уға тапшырырға ҡарар итте. Баш­ҡорт­остан юлдаш телеви­дениеһының баш операторы Урал Ғатауллин әйте­үенсә, был — бөтә команданың еңеүе.
Баһалаусылар һәм финалға сығыусылар бил­дәләүенсә, телевидение шарт­тарында бындай фильм төшөрөү еңел түгел. Оҫта, матур геройҙар, сағыу кейемдәр, гүзәл тә­би­ғәт күренештәре, сәхнә­нең ҡыҙыҡлы биҙәлеше, сихри музыка, йөкмәткеле сюжет — быларҙың бары­һы ла әкиәт донъяһына әйҙәй. “Ниңә быны Башҡор­тостанда ғына эшләй алалар?” — тип шаяртыусылар ҙа булды.
– Ярыш ҡыҙыу барҙы. Эштәребеҙ биш номинация буйынса финалға үтте. Ә балалар номинацияһы ни бары берәү. Беҙ өлкәндәр өсөн тәғәйенләнгән программалар менән төрлө йүнәлештә ярыштыҡ һәм еңеп сыҡтыҡ, — ти “Тамыр” балалар телеканалы директоры Гөлназ Ҡол­һари­на. — Президент гранттары буйынса комис­сияға, республиканың Мәҙә­ниәт министрлығына беҙгә ышаныс һәм ярҙам күрһәт­кәндәре өсөн рәхмәтлебеҙ.
Рәсәй телевидение ака­демия­һының Медиаиндустрия академия­һында буш­лай уҡытыу рәүешен­дәге махсус бүләге “Физра. Махсус хә­бәр­сенең спорт блогы” программаһына (режиссеры — Әлмира Ахунова, журналисы — Татьяна Никитина, алып барыусыһы — Егор Антипин) тапшырылды. Режиссер Ләйсән Мәзи­то­ваның “Герой балалар” тапшырыуы “Ҡаршылыҡты еңеү” махсус номинацияһында уңыш ҡаҙанды.


Вернуться назад