Мәжит Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы буйынса спектакль музыкаль драма жанрында М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында беренсе тапҡыр 1938 йылда ҡуйылған. Инсценировка авторҙары Ғәйнан Әмири һәм Вәли Ғәлимов була. “Ҡара йөҙҙәр”ҙе режиссер Вәли Ғәлимов Рифҡәт Фәйзи менән бергә ошо уҡ театрҙа төрлө йылдарҙа ҡуя.
Быйыл сәхнәгә сығарылған әҫәрҙең режиссеры – Айрат Абушахманов, инсценировка авторы – Шәүрә Ғилманова. Рәссам Альберт Нестеров, композитор Илшат Яхин, пластика буйынса белгестәр Сулпан Асҡарова, Ринат Абушахманов, йолалар буйынса консультант Асия Ғәйнуллина эшләгән спектакль тамашасыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ғәлимә ролен Римма Сәлмәнова менән Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Закирҙы иһә Артур Кәбиров башҡарҙы.