Йәшәртә лә, дауалай ҙа ул сәхнә26.12.2014
Йәшәртә лә, дауалай ҙа ул сәхнә Береһе — мәҙәниәт йорто директоры, икенсеһе — “Заһиҙә” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе. Ғүмер буйы сәхнәлә йырлап-бейеп, күңел асып йәшәгән был бәхетле парға донъя көтөү михнәттәре лә, тормош ваҡлыҡтары ла ят кеүек. Береһе гармун күреген тартып, моңға күмһә, икенсеһе өҙҙөрөп бейеп кәйефте күтәрә...

– 1990 йылда Ҡаңны-Төр­кәйгә эшкә килдек. Бөгөн­гөләй хәтерҙә: клуб иҫке, халыҡ әллә ни йөрөмәгәнгә күрәлер инде, мәҙәниәт йор­то ихатаһына кәзә, быҙауҙар хужа булып алған. Эс бо­шор­ғос күренеш. Кешеләрҙе нисек мәҙәниәт усағына ылыҡ­тырырбыҙ икән, тип баш ватабыҙ, борсолабыҙ, — тип хәтерләй тәүге хеҙмәт көндәрен Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәт­кәре Марат Кәримов.
Борсолоуҙар юҡҡа була. Халыҡ ошондай егәрле мә­ҙә­ниәт хеҙмәткәрҙәрен күп­тән көтөп торған тиерһең, йәш-елкенсәге лә, ҡарт-ҡо­ро­һо ла мәҙәниәт усағында ҡайнаша, һәләттәре менән ауылдаштарын ҡыуандыра башлай.
– Күп тә үтмәй, “Заһиҙә” фольклор бейеү ансамблен ойоштороп ебәрҙек. Ҡыҙҙарыбыҙ тамам “ағыуланды” сәхнә сире менән, — тип көлә Заһиҙә Кәримова. — Тырышлыҡ бушҡа китмәне: 2008 йылда “халыҡ ансамбле” исемен яуланыҡ.
Былтыр гөрләтеп “Заһиҙә”нең 20 йыллыҡ юбилейын билдәләгән коллектив. Стәрлетамаҡ, Бишбүләк, Дәүләкән, Бәләбәй, Күмертау, Ишембай райондары, хатта Санкт-Петербург ҡалаһы сәхнәләрендә бейеп, халыҡтың хөрмәтен яулаған ансамбль республикала үткәрелгән сәнғәт байрамдарында, бөтә төр конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Бынан бер нисә йыл элек Салауат йыйынында фольклор ансамблдәре араһында ойошторолған бәйгелә гран-приға эйә булып яҡташтарын һөйөндөргән улар. Быйыл да ғорурланырлыҡ уңыштары мул ғына.
– Ә “Республиканың иң яҡшы мәҙәниәт йорто” исемен яулауыбыҙ — беҙҙең өсөн иҫ киткес ҙур ғорурлыҡ һәм яуаплылыҡ та! — ти Заһиҙә ханым.
Яҡташтарының рухи донъяһын байытырға, һәләттәрен үҫтерергә, уларҙы сәхнә “йондоҙҙары” итеп күрергә теләгән Кәримовтар өсөн һәр йыл — Мәҙәниәт йылы ул.


Вернуться назад