Мәрхәмәтлерәк булайыҡсы!23.12.2014
Әкрен генә баҫып урамдан киләм. Һуңғы ваҡыт шулай саф һауала йөрөргә күнегеп киттем. Мин йәшәгән йорт ҡаршыһындағы эскәмйәлә күршем Рәшит ултыра. Яҡшы кеше ине ул, тик аҙаҡҡы йылдарҙа араҡы менән дуҫлашты. Арзан тәмәкеһенең төтөнөнә быуылып, бишенсе ҡаттағы фатирының тәҙрәһенә күҙ һала. Күҙҙәренә йәш бөрсөктәре ҡунған. Күрше йәшәһәк тә, бығаса аралашҡаным юҡ ине, һаумы-иҫәнменән уҙғаныбыҙ булманы. Әле бына-бына тәгәрәп төшөргә торған күҙ йәштәрен күреп, эргәһенә туҡтаным.

— Хәлең нисек, күрше?
— Эй, апай, йорт-ерһеҙ кешенең хәле нисек булһын инде. Көн итәм инде шунда этелә-төртөлә. Ҡайҙа етте — шунда йоҡ­лайым, нимә эләктерәм — шуны ашайым.
Рәшит, һөйләшер кешеһе булғанға ҡыуанды шикелле, миңә шуларҙы теҙеп алып китте.
Былтыр ғына ҡаланың бер төҙөлөш предприятиеһында эшләп йөрөй ине күр­шем. Аҡсаны ла матур ғына алғандыр, сөнки балаларының да, ҡатыны Рәйләнең дә өҫтөндә затлы булмаһа ла, гел яңы кейем-һалым ине. Ашаған ризыҡтары ла арыу, күршемдең ҡатыны магазиндан һәр ваҡыт тейәнеп ҡайтты. Рәшит үҙе лә, иҫкерәк булһа ла, “Жигули” машинаһында йөрөнө.
— Барыһы ла эштә йәрәхәт алғандан башланды, апай, — Рәшит, бер янып бөткән тәмәкеһен икенсеһенә алыштырып, йүтәл­ләй-йүтәлләй өҙөлгән һүҙен ялғап алып китте. — Шул һәләкәттән һуң башым эшлә­мәҫ булды. Дауаханала ла ятып сыҡтым, тик алға китеш тойолманы. Ҡатыным, ярҙам итәһе урынға, мине үҙе ошо тормошҡа этәрҙе. Аҙаҡ уның мәкерле планын аң­ланым. Тик һуң ине инде, иҫерек килеш тир түгеп эшләп алған фатирымдан баш тартыу тураһындағы документҡа ҡул ҡуйҙырҙы. Бына шунан алып мин берәҙәк булып йө­рөйөм, сөнки Рәйлә лә, балаларым да өйгә индермәй. Өс ҡыҙым бар. Бәләкәйенә хәҙер туғыҙ йәш тулды. Урамда осрағанда, ҡосаҡ­лап яратырға ынтылһам, ҡаса.
Рәшит, йәшле күҙҙәрен минән йәше­рергә тырышып, башын ситкә борҙо. Ирлек ғорур­лығы юғалмаған, күрәһең, ояла белә ошо хәленән. Тик уның берәҙәк булыуына үҙе генә ғәйеплеме икән? Күршемә ышанмай ҙа булмай, сөнки байтаҡ ғүмере күҙ алдымда үтте. Йомшаҡ күңелле, итәғәтле, кешеләргә ихтирамлы була торғайны.
Рәйлә, моғайын, үҙенең киләсәген уйла­майҙыр. Үҫеп килгән өс ҡыҙы унан үрнәк ала түгелме? Буй етеп, фатирға дәғүә белдерә башлаһалар, үҙен дә ҡыуып сығармаҫтар тип кем әйтер? Әсәнән күргән — тун бескән тигән мәҡәл бар бит халҡыбыҙҙа. Шуны уйларға ине уға.
Беҙ һөйләшкән арала подъездан дүр­тенсе ҡатта йәшәгән күрше ханым сыҡты. Уның ике ҡулына бер эш: йорт алдындағы бесәйҙәрҙе ашата. Пенсия аҡсаһына шул мәхлүктәргә колбаса, ит, уларға махсус сығарылған ризыҡ ташый.
Яңыраҡ малайҙар бесәйҙәрҙең береһен үлтергән. Бар бит ҡанһыҙҙар. Шул үлте­релгән бесәйе өсөн ҡайғырып бер булды күрше ҡатыны. Аҙна-ун көн һыҙланды.
Теге ханым бесәйҙәрен ашата, ә мин эргәмдә тәмәке тартып ултырған Рәшитте уйлайым. Ул бит бесәй түгел, әҙәм балаһы. Рәйләне лә бәндә исемен күтәреп йөрөгән ата-әсәһе тәрбиәләгән. Мәрхәмәтлерәк булһаҡ ине бер-беребеҙгә, кешеләр!






Вернуться назад