Тамашасы һөйөүен яулаған23.12.2014
Тамашасы һөйөүен яулаған Талантлы актриса Зөлфиә Хәмәҙиәр ҡыҙы Хәлилова 1964 йылда Дәүләкән районының Фәриҙун ауылында тыуған. Башланғыс кластарҙа үҙ ауылында белем ала, артабан Дәүләкәндә уҡый. Бала саҡтан уҡ театрға ғашиҡ булып үҫә. Ата-әсәһенән дә килгәндер инде театрға һөйөү. Уларҙың “зәңгәр экран”дан күрһәтелгән бер спектаклде ҡалдырмай ҡарағанын Зөлфиә апай әле булһа ләззәтләнеп һөйләй.

Күңелендә бәләкәйҙән бөрөләнгән хыялы – театрға булған ҡыҙыҡһыныуы — Зөлфиәне Өфө сәнғәт институтының театр факультетына алып килә. Бар булмышын, оҫталығын, күңелен һалып эшләгән Ғабдулла Ғиләжев, Илшат Йо­мағолов, Фәрдүнә Ҡа­симова кеүек уҡы­тыусыларҙан актер һөнәре серҙә­ренә төшөнә. Әйткәндәй, Фәрдүнә ханымдың Зөлфиә менән Азамат Хәлиловтарҙың ҡыҙҙары Зилиәне һәм кейәүҙәре Айнур­ҙы ла уҡытып сығарыуы остазда­ры­ның үҙ эшенә тоғролоғон йәнә бер тапҡыр иҫбатлай.
Тормошта ла, сәхнәлә лә иңгә-иң терәшеп йәшә­гән, эшләгән Башҡорт­остандың атҡаҙанған артисы Азамат Хәлилов менән ул студент йылдарында уҡ танышып ғаилә ҡороп ебәрә. Институтты тамамлағас, йәш белгестәр Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрына эшкә килә. Әйткәндәй, ошо театр асылған ғына осорға тура килеү­ҙәре Хәлиловтарҙы һис өр­көтмәй, киреһенсә, киләсәккә ышаныслы, ни­геҙ­ле ижад майҙанын булдырыуға көс бирә. Сабыйына бер йәш тулыр-тул­маҫ­тан эшкә сыға ул, әммә быға һис үкенмәй, киреһенсә, сы­ны­ғыу мәктәбе булды, тип иҫәпләй хәҙер актриса. Әлеге көндә Хәлиловтар – теат­ры­быҙҙың ғорурлығы, сағыу йондоҙ­ҙары.
Булат Рафиҡовтың “Замана минең ҡул­да...” спектаклендә уйнаған тәүге ро­ле Зөлфиә ханым өсөн ижад балҡышы була. Артабан, театрҙа эш­ләгән 25 йыл­ға яҡын дәүерҙә, актриса бере­һенән-береһе сағыу образдарға йән өрә. Ф. Бурнаштың “Йәш йө­рәктәр” комедия­һында Сәрби, И. Са­диҡовтың “Насрет­дин­дың биш ҡатыны” комедия­һында Зөбәйҙә, А. Гель­­мандың “Осра­шыу”ын­да Надя, Т. Миңнул­линдың “Диләфрүзгә дүрт кейәү”ендә Сажи­ҙә, Ж.Б. Мольерҙың “Ирекһеҙҙән табип” комедияһында Жаклина, В. Же­ребцов­тың “Мин һине бер кемгә лә бирмә­йем”ендә Лиза, Ш. Башбековтың “Ти­мер ҡа­тын”ында Зөмәрә, М. Кә­рим­дең “Ҡыҙ урлау”ында Гөлсирә, Ф. Ғә­лимовтың “Гонаһлы хыял­да­рым”ын­да Хәнә, Ф. Саҙ­рыевтың “Тәҙрәгә егет килгән” коме­дияһында Миңниса, М. Бу­ра­ҡаеваның “Үҙем яҙған яҙмыш”ын­да оло килен, Э. Йәһүҙин­дың “Кит­мәҫкә килгән ҡо­шом” комедия­һында Зилиә һәм баш­ҡалар – халыҡтың яратып һәм бик йылы ҡабул иткән персонаждары. Зөлфиә ханым тыуҙырған образдарға ҡарар өсөн генә театрға йөрөгән тамашасыларыбыҙ барлығы бер кемгә лә сер түгел.
Зөлфиә Хәмәҙиәр ҡыҙы профессиональ оҫталы­ғын камиллаштырыу өҫ­төн­дә әүҙем эшләй һәм үҙе­нең күп йыллыҡ тәжрибәһен йәш актерҙар ме­нән дә уртаҡлаша. Ярҙамсыл, аҡыллы, эшһө­йәр актрисаны коллективта ихтирам итәләр.
Театр сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индереүен һәм яуланған ижад бейек­лектәрен иҫәпкә алып, респуб­ликабыҙ етәкселеге 2005 йылда Зөлфиә Хәли­ловаға “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтау­лы исем бирҙе.

Гөлдәр СОБХАНҒОЛОВА,
әҙәбиәт бүлеге белгесе.




Вернуться назад