Вәғәҙә17.12.2014
–Ҡайтайыҡ, – тине Вәғәҙә. Ҡатын алда ни булырын уйламай, үҙен яҙмыш даръяһына ташланы.
Ошо ваҡыт сәй эсә торған урынға бер йөк машинаһы – “КамАЗ” боролдо.
– Кешене кире бороп ебәрмәйек, – тине лә Вәғәҙә йәһәт кенә сәй әҙерләне.
Марат ни эшләргә белмәй, машинаһы янына атланы ла боролоп ҡараны. Яңғыҙын ҡалдырмайым әле, тип сәйлек янына килде. Шофёр вайымһыҙ ғына кеҫә телефоны менән булыша.
– Бында ла тотмай, ә ҡайһы тирәләрәк бәйләнеш бар? – тип һораны.
– Архангелде сыҡҡас, – тип яуапланы Марат һәм элеккесә милицияла хеҙмәт иткәндәге кеүек: – Нимә ташыйбыҙ? – тип һорап ҡуйҙы.
– Таш. Өфөгә, – тине “КамАЗ” хужаһы, вайымһыҙ булырға тырышып.
Мараттың күҙенән был “тырышыу” иғтибарһыҙ үтмәне. Ул машинаның номерына күҙ һалды. “Беҙҙең яҡтыҡы түгел”, тип уйлап ҡуйҙы. Теге шофёрҙың яһалма тыныслығы уның күңеленә шом һалды. Ә үҙе бер ни булмағандай, иномаркаһына инеп ултырып, йөк машинаһының номерын бер ҡағыҙ киҫәгенә яҙып та ҡуйҙы.
Мараттың күңелендә милиционер ҡоһоро уянды. Ул ситтән генә “КамАЗ”-дың кузовына ҡарап алды. Унда йәшел төҫтәге эре-эре таштар тейәлгәйне. “Затлы таштар, ахыры”, – тигән уй һыҙып үтте башынан һәм ни эшләргә белмәй албырғап ҡалды. Ҡапыл ғына кәрәкле урынға хәбәр итергә кеҫә телефоны тотмай.
Артынан күҙәтеп барырғамы икән? Әле генә Вәғәҙә менән һөйләшеүҙән һуң уны ташлап киткеһе килмәй. Шулай аптырап торғанда, теге “КамАЗ” шофёры машинаһын урап йөрөп ҡарап сыҡты ла юлға йыйына башланы. Марат тиҙ генә Вәғәҙә янына барҙы.
– Әйбереңде йый ҙа ҡуҙғалабыҙ, – тине.
Вәғәҙә эштең етди икәнен шунда уҡ төшөндө һәм, артыҡ һорау бирмәйенсә, палаткаһын бикләп тә ҡуйҙы. “КамАЗ” ҡуҙғалып киткәйне.
Уның артынса Марат та артыҡ ашыҡмай ғына, Вәғәҙәне эргәһенә ултыртып, юлға сыҡты, күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышып, юлдан бер килке күҙәтеп барҙы ла аҙаҡ бер яҡ ситкә ҡайырылып туҡтаны. Унан кеҫә телефонын сығарып, элекке начальнигының номерын йыйҙы. Хәл-әхүәл белешеп оҙаҡ һөйләшеп тора алмауы өсөн ғәфү үтенеп, йомошон әйтте.
– Учалы яғынан килә ул, беҙҙең төбәк номеры түгел. Эйе, затлы таштар булырға тейеш, – тип теге “КамАЗ”-дың номерын әйтте.
– Аңлайым, тырышырмын, хушығыҙ.
Шулай ҡыҫҡа ғына һөйләшһә лә, өҫтөндәге ауыр йөктән ҡотолғандай булды. Марат Вәғәҙәгә ҡараны.
– Хәҙер барып ағайың менән һөйләшһәк тә була, — тине.
– Әйҙә, – тип бер һүҙ менән генә яуапланы Вәғәҙә.
Бер сәғәттән Мәғдән Марат менән тыныс ҡына әңгәмәләшә ине. Ошо аҙ ғына ваҡыт эсендә лә кейәү буласаҡ кешенең елғыуар егет түгеллеген аңланы ағай.
Улар шулай бер-береһенә һынамсыл ҡарашып һөйләшеп, никах көнөн билдәләне. Боронғо йола буйынса тигәндәй, Вәғәҙә өйгә инмәҫкә тырышты, күберәк еңгәһе менән аласыҡта аш янында булышты. Ит өлгөргәс, табын әҙерләп, дүртәүләп өҫтәл янына ултырҙылар. Һүҙҙе Мәғдән башланы.
– Ярай, үҙегеҙ табышҡанһығыҙ, хәҙер ҡаршы килеп тә әллә ни ҡылып булмаҫ. Эйеме, бисәкәй? – тип һүҙен әйтеп бөтөрмәйенсә ҡатынына ҡараны.
Еңгәһе һүҙгә йор булһа ла, әлеге мәлдә үҙен етди тотоуҙы хуп күрҙе.
– Эйе шул, яңғыҙлыҡтан Хоҙай һаҡлаһын, бергә йәшәүгә ни етә, – тип барыһын да раҫлап ҡуйҙы ла: – Барынан етешеп ултырығыҙ әле, – тип ҡыҫтарға ла онотманы.
…Донъялары етеш, күңелдәре бөтөн, балалары үҫеп етеп килә, ни эшләп быға тиклем яңғыҙ йөрөгәнмен, тип Марат уларҙың тормошона һоҡланып ҡарап ултырҙы.
Кейәү буласаҡ кешегә һүҙ биргәс, ул үҙе тураһында түкмәй-сәсмәй һөйләне. Милицияла ни өсөн ҡалмағанлығы тураһында ғына һүҙ ҡуҙғатып торманы. Бер һүҙ менән “ялҡытты” тине лә ҡуйҙы. Буласаҡ туғандары ла ныҡышманы.
Бер аҙнанан никах уҡыттылар. Һуңынан Вәғәҙәнең ағаһы менән еңгәһен Өфөгә ҡунаҡҡа саҡырып алдылар, загсҡа барып паспорттарына мисәт һуҡтырҙылар. Марат үҙе шулай теләне. Бер ни тиклем ваҡыт үтте. Вәғәҙәгә эш тиҙ табылды. Үҙ һөнәре буйынса бер магазинға һатыусы булып урынлашты. Бер ял ваҡытында Марат:
– Тыуған яҡтарҙы күреп киләйекме әллә? – тип Вәғәҙәгә өндәште.
– Еләк тә бешкәндер инде, үҙем дә әйтергә йөрөй инем...
– Мин бит һинең ни уйлағаныңды беләм, – тип Марат уны биленән ҡосаҡлап күтәреп алды.
Вәғәҙә ҡапыл ағарып китте, хәле бөттө, төшөрөүен үтенеп, башын тотоп, диванға ултырҙы. Марат ни ҡылырға белмәй ҡатып ҡалды.
– Нимә, ауырттырҙыммы әллә? – тип уның янына ултырҙы.
– Юҡ, Марат, минең буйымда бар шикелле.
– Нимә? Нимә тинең? – тине Марат. – Бер ни аңламанымсы...
– Ғүмер буйы икәүҙән-икәү генә йәшәргә йыйынмайһыңдыр бит? — тип шаярып һораны Вәғәҙә.
– Ә-ә, ысынмы? – Марат һөйгәненең күҙҙәренә ҡараны.
– Икеләнеп, һиңә әйтмәйерәк йөрөгәйнем.
– Ә мин иҫәр! – Мараттың кәйефе күтәрелеп китте, бүлмә буйлап әллә ниндәй эш ҡылғандай ҡаҡайып алып, әтәс кеүек йөрөргә тотондо, хыялға бирелде.
– Исемен уйлап ҡушырға кәрәк, егет кешенең исеме егеттәрсә булырға тейеш…
– Ә һин ниңә әбизәтелнә малай булырға тейеш тип уйлайһың? – тип йылмайып ҡараны Вәғәҙә.
– Бәй, ә кем булырға тейеш?
– Ә ҡыҙ булһа?
Марат юғалып ҡалды.
– Беренсе баланы ҡыҙ итмәҫһең инде, – тип Вәғәҙәнең күҙҙәренә ялбарып ҡараны.
– Эй, иҫәркәй, минән торамы ни, Хоҙай нисек ҡуша, шулай була инде, – тип Вәғәҙә иҙән уртаһында ҡатып ҡалған ирен барып ҡосаҡланы. Шулай ҡосаҡлашҡан килеш оҙаҡ һөйләшеп торҙолар. Хыялландылар, киләсәк тормоштарына план ҡорҙолар.
Йыйынып юлға сыҡтылар. Юлда Марат ашыҡмай ғына һөйөклө ҡатынының күңелен күтәреп, төрлө мәҙәктәр һөйләп, көлдөрөп барҙы. Ул ныҡ шат ине һәм, үҙе лә уйламаҫтан, теге сәй эсеп йөрөгән урынға боролдо.
– Күреп китәйек әле беҙҙең аулаҡты, – тине ул Вәғәҙәгә. Бер-береһенә ҡарап йылмайышып ҡуйҙылар. Изге урын буш тормай, танауға ҡыҙҙырылған ит еҫе килеп бәрелде.
Элек Вәғәҙә һатыу иткәндә, сәй, былау, һыу, тәм-том ғына ине. Әлеге хужалар, тау кешеләре, эште киңәйтеп ебәргәндәр. Йәшерәге шашлыҡ янында үҙ мәшәҡәте менән мәшғүл, ә олорағы – үлсәү янында.
– Ҡасан өлгөргәндәр? – тип ризаһыҙлыҡ белдерҙе Марат.
– Әйҙә, ҡайтайыҡ – тине Вәғәҙә күңелһеҙ генә.
– Был урын хужаһыҙ инеме әллә?
– Эйе, яҙҙан кем өлгөрә инде, йәй буйы шул хужа. Мин Мәғдән ағайыма әйткәйнем, ул ярҙам итеп бер аҙналай йөрөнө лә, шунан үҙем тырыша инем. Бында ни килеменә ҡарағанда сығымы күберәк. Әйҙә, ҡайтайыҡ, – тине Вәғәҙә.
Шул ваҡыт был яҡҡа бер “КамАЗ” боролдо. Марат ғәҙәте буйынса номерына ҡараны. Теге “КамАЗ” хужаһы, тип иҫенә төшөрҙө Марат.
Шофёр машинаһынан төштө лә туп-тура теге олорағына табан йүнәлде. Ҡул биреп күрештеләр, йәш кеше йүгереп йөрөп өҫтәл әҙерләргә тотондо. Шофёр бында үҙен хужаларса тота, Мараттар яғына ҡарап ҡуйҙы ла һатыусынан ниҙер һораны. Тегеһе лә уларға текләп ҡараны. Марат өндәшмәй генә машинаһын борҙо һәм кире яҡҡа елдерҙе. Ун биш саҡрым самаһы үткәс, телефонын сығарып, элекке начальнигының номерын йыйҙы.
– Алло, был тағы ла мин — Ибәтуллин… Һеҙ теге мин әйткән “КамАЗ”-ды тикшерҙегеҙме? Әле генә, Архангел эргәһендә…
– Мин төшөп, анау яҡҡа барып киләм, – тине лә Вәғәҙә йәһәт кенә сығып та китте.
– Эйе, таш тейәгән. Үткәнендә, Өфөгә, ти ине бит. Килмәһәләр, тимәк, икенсе бер юлы бар. Шул уҡ номер, тейәлгән ташы бик үҙенсәлекле. Затлы таштар булырға тейеш. Хушығыҙ.
Марат һөйләшеп бөттө лә, машинаһынан сығып, кирелеп-һуҙылып алды. Вәғәҙә ҡайҙа китте икән, тип тирә-яғына ҡаранды.
Юлда тәҙрәһе ялтлап бер машина күренде. Теге “КамАЗ” һиҙенгәндер, ҡыуа, эх, тип үкенде элекке милиция хеҙмәткәре Ибәтуллин. Машина яҡынлашты, Марат ситкәрәк китеп юл бирҙе. Яйлап килгән “КамАЗ” көтмәгәндә ажғырып Мараттың өҫтөнә барып менде. Тәгәрмәстәр уның өҫтөнән үтеп китте, туҡтап торманы.
Был ҡот осҡос хәлде ситтән күреп торған Вәғәҙә әсе итеп ҡысҡырып ебәреп, ергә ауҙы. Күпме ятҡандыр, асыҡ ҡына әйтеүе ҡыйын, иҫенә килгәндә, ҡайҙалыр йыраҡ түгел кәкүк саҡыра ине.
“Мин ҡайҙа һуң, нишләп ятам бында?” – тип бер килке аңламаны. Яйлап ҡына аяғына баҫты ла тирә-яғына ҡаранды. Юл өҫтөндә кешеләр йыйылған. “Ашығыс ярҙам” машинаһы күренә. Вәғәҙәнең күргән фажиғәһе күҙ алдынан ҡабат үтте... Был юлы ул ҡысҡырманы, илай ҙа алманы, шым ғына кешеләр торған яҡҡа йүнәлде.
Оҙаҡ ятты Вәғәҙә дауаханала. Бәхеткә күрә, тыуасаҡ балаһына зыян килмәгән. Шулай яйлап аңына ҡайтты. Тик күңеле генә мәңгелеккә өшөнө.
Вәғәҙә ике малай тапты. Уларҙың береһенә атаһы хөрмәтенә — Марат, ә икенсеһенә Афғанда ҡалған ағаһы иҫтәлегенә Айрат тип ҡуштылар.
Маратты Вәғәҙәнең ауылында ерләнеләр. Элекке хеҙмәттәштәренең бер нисәүһе һуңғы юлға оҙатырға килгәйне. Был хаҡта гәзиттәр ҙә яҙып сыҡты. Ниндәй ҙур енәйәттең фашланыуы хаҡында радио-телевидениенан һөйләнеләр. Һәр ерҙә “һәйбәт кеше ине, һәйбәт хеҙмәткәр ине” тип телгә алдылар. Ә ҡәбер тупрағына яһалма сәскәләрҙән веноктар ҡуйылған. Бер таҡтаға йәшәгән йылдары ла күрһәтелгән. “Элекке милиция хеҙмәткәре Ибәтуллин Марат Харрасович” тип яҙып, фотоһын йәбештереп ҡуйғандар. Фотоһүрәттән Марат шат йылмайып ҡарай. Ҡайҙалыр йыраҡ түгел кәкүк саҡыра…