Бында Рудольф Нуриев уҡыған17.12.2014
Бында Рудольф Нуриев уҡыған Парижда Рәсәй фән һәм мәҙә­ниәт үҙәгендә ойошто­ролған матбуғат конферен­цияһында Президент Рөстәм Хәмитов, Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжына юғары баһа биреп, былай тигәйне: “Йырсылар, артистар, рәссамдар, скульпторҙар профессиональ әҙерлек йәһәтенән бик юғары сифатҡа эйә. Балет артистарын Рудольф Нуриев тамам­лаған һәм уның исемен йө­рөт­кән балет мәктәбендә, училищела әҙерләйбеҙ. Әгәр былтыр Санкт-Петербургтағы данлыҡлы Ваганова училищеһы бер генә егетте уҡытып сығарһа, Өфөләге училищены 15 бейеүсе егет тамамланы. Беҙҙекеләрҙе ҡайҙа ла ҡуш ҡуллап эшкә алалар”.
Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы директоры Олия Вилданованың һөйләгәндәре гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ла ҡыҙыҡһындырыр. Әйткәндәй, Ольга Ғәле ҡыҙы Ваганова исемендәге Ленинград хореография училищеһын (хәҙер Ваганова исемендәге Рус балеты академияһы) тамамлаған.

– Колледжға Башҡорт­остандыҡылар ғына йы­йылған тигән фекер дө­рөҫ түгел. Бында Выборгтан алып Владивостокка хәтлем ҡыҙ һәм малайҙар бейеү серҙә­ренә төшөнә, араларҙың алыҫлығы берәүҙе лә ҡур­ҡытмай. Беҙ­ҙә уҡырға теләү­селәр бихисап, шу­ны иҫәпкә алып, балалар конкурс ниге­ҙендә ҡабул ителә. Шул иғти­барға ла­йыҡ: Башҡорт хо­ре­ография колледжын ситтә лә бик яҡшы беләләр. Әле 300-гә яҡын бала менән шөғөл­ләнәбеҙ. Заманса шарттары булған интернат бар.
Бында Рудольф Нуриев уҡығанКолледжда ҡанат нығытҡан­дар донъя­ның төрлө илдәрендә емешле эшләй, Башҡортостандың данын тарата. Наталья Сологуб менән Николай Годуновтың Германия, Роман Рыкин­дың АҠШ сәхнәләрен яулауы – шуға асыҡ миҫал. Шулай уҡ Сабина Яппарова, Айнур Шәйҙуллин һәм башҡалар – ғорурлығыбыҙ. Мәскәүҙең Ҙур театрында сығыш яһаған Андрей Меркурьев колледж тарихында беренсе тапҡыр малайҙар өсөн үҙенең сти­пендияһын булдырҙы, ул рәттән өс йыл иң-иңдәргә тапшырыла. Башҡорт дәү­ләт опера һәм балет театрының тотош составы тиерлек беҙҙең сығары­лыш уҡыусыларыбыҙҙан тупланған. Бынан тыш, Фәйзи Ғәскәров исемен­дәге дәү­ләт академия халыҡ бейеүҙәре ансам­блендә, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында, “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамблендә эшләүселәр – нуриевсылар. Балет һәм театр артистарын әҙерләүҙе киләсәктә лә дауам итәсәкбеҙ. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре хатта балетмейстер булып китте. Мәҫәлән, Ринат Абушахманов менән Сарьян Сөләймәновтар бер нисә балет ҡуйырға өлгөрҙө лә инде.
Адель Мозафарова Красноярск ҡала­һында ойошторолған “XXI быуат балеты” III халыҡ-ара форумында ҡатна­шып, еңеү менән ҡайтты.
Белем усағында төрлө саралар йыш уҙғарыла. Былтыр Рудольф Нуриевтың тыуыуына 75 йыл тулыу уңайынан хореография училищелары һәм мәк­тәп­тә­ренең I Бөтә Рәсәй фестивале шау­лап-гөрләп үтте, унда илдең бик күп төбәктәренән килгәйнеләр. Бынан тыш, ҡала һәм республика кимәлен­дәге сараларҙан да ситтә ҡалмайбыҙ. Мәҙәниәт министр­­лығы ойошторған “Балалар – балаларға!” тигән мәрхә­мәт­лек акцияһында ҡатнаштыҡ, Халыҡ-ара Аксаков көндәрендә “Ал сәскә”не сәхнәләштерҙек. Әйткәндәй, “Аҡҡош күле”н Германия тамашасыларына күрһәттек.
Был бина шул тиклем тәрән тарих һаҡлай! Донъяға танылған Рудольф­тың ошонда уҡыуын күптәр белә. Шул уҡ ваҡытта телсе-педагог Закир Шакиров балалар күңеленә белем һәм тәрбиә орлоҡтарын сәскән, яҙыусы Нәҡи Иҫәнбәт мәғрифәтселек эшен алып барған. Мажаралы “Шүрәле” балетын ҡуйған композитор Фәрит Ярул­линдың да хеҙмәт биографияһы ошо уҡыу йорто менән бәйләнгән. Фәрит Заһиҙулла улының ҡәҙер кисәһендә “Яҡты хәтер” исемле әҙәби-хореографик композиция күрһәттек. Борон нәҡ был урында “Ғәлиә” мәҙрәсәһе булға­нын, бәлки, күптәр белмәйҙер ҙә. Шундай изге ерҙә шытҡан орлоҡтар ҙа бәрәкәтле була.

И. МӨХӘМӘТОВ яҙып алды.


Вернуться назад