“Урал батыр” үҙәге ойошторола17.12.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың күр­һәтмәһенә ярашлы, Республика халыҡ ижады үҙәге ҡара­мағында район һәм ҡалаларҙа Сәсәндәр мәктәбен ойоштороу өсөн Координация үҙәге төҙөлә. Ә көньяҡ-көнсығыш район­дарҙың баш ҡалаһы Сибайҙа Асия Ғәйнул­лина­ның сәсәндәр мәктәбе нигеҙендә “Урал батыр” үҙәген ойошторорға ҡарар ителде.

2011 йылда Асия Ғәйнуллина башҡорттар­ҙың милли кейемен реконструкциялауға республика Президентының грантына лайыҡ бул­ғайны. Төр­ки мәҙәниәт буйынса ғәмәли конференция форумында ҡатнашҡандан һуң, 2012 йылда ул Сә­сән­дәр мәктәбенә дәүләт кимә­лендә ярҙам күрһәтеү тәҡдимен әҙерләй башлай. Быйыл ғинуарҙа мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән осрашыу барышында был идеяны Рөс­тәм Хәмитов та хуп­лап сыҡты. Декабрҙә “Урал батыр” үҙәген ойош­торорға ҡарар ителде. Ки­ләһе йыл эшләй баш­­ла­ясаҡ Сәсәндәр мәктә­бе сәсәнлек үҙен­сәлектәрен өйрәнеү генә түгел, шулай уҡ ҡыл­ҡумыҙ, ҡумыҙ, ҡурай кеүек музыка ҡорал­да­рында уйнарға өйрәтеү менән дә шөғөлләнәсәк.
Асия Ғәйнуллина ойошторған Сәсәндәр мәк­тә­бенең 20 йыллыҡ тарихы бар. 1994 йылда Баш­ҡорт дәүләт педагогия университетының Сибай филиалындағы Англия һәм Америка әҙәбиәте, инглиз теле лексикологияһы һәм стилистикаһы уҡытыусыһы Асия Ғәйнуллина Сибайҙағы 13-сө башҡорт мәктәбендә ҡобайыр әйтеүселәр түңә­рәген аса. Был һуңыраҡ йәмәғәт башланғысында эшләгән Сәсәндәр мәктәбен төҙөү өсөн нигеҙгә әүерелә.
– Ошо эште башҡарыуҙа ҡамасаула­маған­дары өсөн ҙур рәхмәт. Мәктәптә тәрбиәлә­неү­селәр Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге ҡырҡтан ашыу фестивалдә ҡатнашып, башҡорт халҡы­ның мәҙә­ниәтен, республикабыҙҙы танытыуға булышлыҡ итте. Башта был эште үҙемдең аҡ­саға атҡарҙым. Ә хәҙер Рөстәм Зәки улының ярҙамы менән мәктәбебеҙ яңы һулыш ала, — тине сәсәниә.
20 йыл эсендә мәктәптә 80-дән ашыу студент, 20-гә яҡын оло йәштәге сәсән оҫталыҡ туплаған. Йәштәр башҡорт, урыҫ һәм инглиз телдәрендә эпостарҙы яттан һөйләй, ҡобайыр һәм мөнәжәт әйтә.
– Уҡыусыларымдың һәр береһе менән ғорур­ланам, – ти Асия Ғәйнуллина. – Сәсән – ул баш­ҡарыусы ғына түгел, ә халыҡ педагогикаһы йолаларын да таратыусы. Элегерәк сәсәндәр йәш быуынға үҙ оҫталығын тапшырырға тырышҡан, матди ярҙам күрһәтеүҙе һорамаған.
Төрлө бәйгеләрҙә еңеү яулаған Зөбәржәт Әми­нева, Розалия Ҡаҙаҡбаева, Илүзә Иҙри­со­ва, Баязит Ғәйнуллин, Рөстәм Садиҡов тиҫтер­ҙәре ара­һында айырыуса ҙур абруй ҡаҙанған. Мәк­тәпте тамамлағандарҙың күптәре Сибайҙа ҡалып, остаздарына ярҙам итә. Әлиә Әминева, Виталий Колесников, Рөстәм Садиҡов үҙҙәре уҡыусыларға белем бирә.
– Йәштәрҙең халыҡ ижадына һалынған тәрән йөкмәткене аңлауы ҡыуаныслы. Ҡайһы саҡта йөкмәтке үҙенсәлектәре бик нескә була. Эпосты икенсе телдә һөйләгәндә тап ошо телдә уға аңлатма биреү ҙә мөһим. Әгәр уны инглизсә һөйләйһең икән, аңлатмалар ҙа инглиз телендә булырға тейеш, — ти Асия Солтан ҡыҙы.
Әйтеш бәйгеләрендә йәштәр айырыуса әүҙем ҡатнаша. 2010 йылдан “Урал батыр” эпосы көнө аҙналыҡҡа, һуңыраҡ Эпос декадаһына әүе­рел­де. Былтырҙан башлап бәйгегә Сибайҙағы балалар баҡсалары ла ҡушылды. Кескәйҙәр “Урал ба­тыр”ҙан өҙөктәрҙе яттан һөйләй. Быйыл конкурста ҡатнашыусылар һаны 400-ҙән артты. Киләһе йылдан “Урал батыр” эпосы декадаһын үткәреү тәжрибәһе бөтөн республикаға тара­тыласаҡ.
Сибай сәнғәт колледжында тиҙҙән бюджет нигеҙендә “Халыҡ художество ижады” йүнәлеше буйынса уҡырға ҡабул итеү ойошторола. Яңы белем биреү программаһын лицензиялау йәһә­тенән эш дауам итә, шулай уҡ “эпостарҙы өйрәнеү”, “өзләү” һәм “импровизация” эш прог­рам­ма­лары әҙерләнә. 2016 йылда йәштәр­ҙе ошо төркөмдәргә йыйыу күҙаллана. Программала “Башҡортостандың халыҡ сәсәне” исемен тер­­геҙеү ҡарала. Ул һуңғы тапҡыр 1944 йылда Мөхәмәтша Буранғоловҡа бирелгән.
– Глобалләшеү шарттарында мәҙәниәтебеҙ­ҙең күп кенә үҙенсәлектәренә юғалыу хәүефе янай. Эпостарҙы белгән кешеләр әлегә бар, заманса техниканың мөмкинлектәре бик ҙур, илебеҙҙәге ғилми-тикшеренеү институттарында архив яҙмалары һаҡлана. Эпосты яттан һөйләү оҫта­лығын өйрәнеү, уны таратыу ҡулдан килерлек эш тип уйлайым, – ти Сибайҙағы Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Асия Ғәйнуллина. – “Урал батыр” үҙәге Рәсәйҙәге күп быуатлыҡ йолаларға эйә булған күсмә халыҡтар мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыуға, үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Республика етәк­селегенең иғтибары һөҙөмтәһендә баш­ҡорттарҙа юғалыу алдында торған сәсәнлек йолалары яңы һулыш алыр тип ышанам.
Республикабыҙҙа “Урал батыр” эпосын “Баш­ҡорт Уралы” биорезерваты составында ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү йәһәтенән эш алып барыла. Бындай тәжрибә илебеҙҙең башҡа төбәк­тәрендә лә бар. 2005 йылда ЮНЕСКО саха халҡының “Олонхо” эпосын кешелектең матди булмаған мәҙәни мираҫы байлығы тип иғлан итте. Саха Республикаһында ошо эпосты һаҡлау­ға, өйрә­неүгә һәм таратыуға йүнәлтелгән махсус программа эшләнгән. Уға ярашлы, “Олонхо ере” инно­вация проекты тормошҡа ашырыла, эпосты өйрәнеү буйынса халыҡ-ара үҙәк асылған. Ҡалмыҡстанда күп йылдар инде “Джангар” эпосына арналған халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция, “Джангарчи” бәйгеһе уҙғарыла, эпосты өйрәнеү үҙәге эшләй.




Вернуться назад