Ҡартаямы ни һуң йөрәк?!16.12.2014
Ҡартаямы ни һуң йөрәк?! “Йәшбеҙ әле!”, “Йәшлеккә ҡайтыу”, “Тыпыр-тыпыр”... Бейеүҙәренең исемендә үк көс-ҡеүәт, һүнмәҫ дәрт сағыла “Хазина”ларҙың. “Репетицияларға барлыҡ эште ташлап йүгерәбеҙ, килмәйенсә ҡалмайбыҙ”, – ти улар.

Район мәҙәниәт һарайында ете йыл элек ойошторолған “Хазина” төркөмөндә йәш пенсионерҙар шөғөлләнә.
– “Хаҡлы ялға сыҡтым” тип кәйефте төшөрөргә ярамай, – ти коллективтың етәксеһе Рәсимә Мөхәмәтйәрова. – Ғүмерҙең һәр осоро үҙенсә йәмле, уны ҡыҙыҡлы, файҙалы итеп үткәрергә тырышыу мөһим. Беҙ, “Хазина”лар, бер ваҡытта ла танауҙы төшөрмәйбеҙ, быға ваҡыт та юҡ. Архангелдә уҙғарылған бер мәҙәни саранан да ситтә ҡалмайбыҙ, хатта концерт менән күрше райондарға ла сығып китәбеҙ. Гелән көр кәйефле, йөҙөнән йылмайыу китмәгән ҡыҙҙарыбыҙ үҙен ғаиләһенә лә, халыҡҡа ла кәрәк тойоп, нур таратып йәшәй.
Тыуған еренең фольклорын, ғөрөф-ғәҙәтен һаҡлау, йәш быуынға еткереү ниәте менән янып эшләгән “Хазина”лар – һәр ерҙә көтөп алынған ҡунаҡ. Уларҙы ҡарттар һәм балалар йорттарына айырыуса йыш саҡыралар. Коллектив репертуарында төрлө халыҡ бейеүҙәренең булыуы күп милләтле Архангел тамашасыларын үҙ-ара яҡынайтыуға, берләштереүгә тос өлөш индерә. Тынғыһыҙ “Хазина”лар районда Шәжәрә, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамдарының күбеһен үҙҙәре ойоштора. Өфөлә “Яратам һине, тормош!” фестивалендә ҡатнашыу дәрттәрен тағы ла көсәйтеп ебәргән.
– Беҙҙә халыҡ шул ҡәҙәр һәйбәт, тик улар менән эшләй белергә генә кәрәк, – ти төркөм етәксеһе Рәсимә Миңлеғәли ҡыҙы. – Үҙем ғүмер буйы мәҙәниәткә хеҙмәт иттем. Әле дүрт коллективым бар. “Хазина” төркөмөнә быйыл дүрт эшҡыуар аҡса бүлде. Яңы кейем тектерергә, итек алырға уйлайбыҙ. Ҡыҙҙарыбыҙ ҡартайырлыҡ түгел әле, тормош һәйбәт – эшләргә лә эшләргә беҙгә!
Төрлө яҡҡа сығыш яһарға йөрөр өсөн машина юҡлығы ғына борсой “Хазина”ларҙы.
– Ошо сәбәпле күп ергә бара алмайбыҙ, – ти төркөм етәксеһе. – Ә бит беҙҙе Архангел ауылдарына ғына түгел, күрше райондарға ла йыш саҡыралар. Күптән түгел водитель танытмаһы алдым – транспорт бирһәләр, шоферы ла кәрәкмәҫ, рулгә үҙем ултырыр инем!


Вернуться назад