Ҡоллоҡ рухы03.02.2012
Дан тарихтың алтын ҡомартҡыһы
Күңел кәштәһенең түрендә:
Баш күтәргән Спартак яуҙаштары —
Азатлыҡтың яҡты күгендә!
Бығау өҙгән ҡолдар бер-бер артлы
Ауыл-ҡалаларҙы алалар!
Баҫҡан ерен ут-ҡылысҡа тотоп,
Баш ҡалаға табан баралар!
Күпме быуат алла исеменән
Хаким ҡылған батша-тирандар!
Кешелектең күпме батырҙары
Ҡанын ҡойоп, башын һалғандар!
Һәр заманда яһилдар ау ҡорған
Кешеләрҙең йәне-ҡанына.
Ҡоллоҡ рухы һеңдереп килгән
Халыҡтарҙың аҡыл-аңына.
Тик кешеләр, эсәр һыуҙай күреп,
Азат ғүмер генә теләгән!
Ирек өсөн Спартак, Салауаттар
Ғүмерҙәре менән түләгән!
Мөмкин түгел хәҙер халыҡтарҙы
Бикләп тотоу рухи ҡоллоҡта.
Байраҡтарға яҙып хоҡуҡтарын,
Яҡтылыҡҡа улар юл тота.
Ватандаштар! Битараф йән ҡалып,
Ҡол булыуҙан арын булайыҡ!
Үҙ илебеҙ, барса донъя менән
Артҡа түгел, алға юллайыҡ!
Дауыт АМАНГИЛДИН.
Ырымбур өлкәһе.


Вернуться назад