Йырҙар — күңел ҡанаты24.11.2011
Һуңғы йылдарҙа башҡорт халҡының бай йыр мираҫы хаҡында байтаҡ яҙылды, радио, телевидение аша даими сығыштар ҙа булып тора. Тик шулай ҙа әле һирәк яңғыраған, йә булмаһа, айырым кешеләрҙең күңелдәрендә генә һаҡланып, тар мөхиттә башҡарылған көйҙәр, хатта архив төпкөлөнән сығып өлгөрмәгән йырҙарыбыҙ ҙа бар.
Тәү башлап башҡорт халыҡ йырҙарын махсус өйрәнгән музыка белгесе, фольклорсы Сергей Рыбаков (1867—1921) ХIХ быуат аҙағында, халҡыбыҙҙың поэтик талантын юғары баһалап, башҡорт йырҙарында “айырыуса бер киңлек, иркенлек бар, уларҙан үҙенә бер төрлө гүзәллек, ниндәйҙер билдәһеҙ, хыялдағы нәмәгә ынтылыу һиҙелеп тора”, — тип яҙған. Башҡорт йыр поэзияһына фәлсәфәүи фекерләү үҙенсәлеге хас булыуын, башҡорттарҙың тыумыштан, тәбиғәттән ысын мәғәнәһендә йырсы халыҡ икәнлеген билдәләп үтеү генә түгел, хатта “Башҡорт һәм татар йырҙары гармонияла” тигән йыйынтыҡ та сығарған. Күренекле урыҫ композиторы Александр Алябьев (1787—1834) Ырымбур ҡалаһында һөргөндә булғанда, башҡорт йырҙарын өйрәнеп, симфоник оркестр өсөн увертюра яҙыуы, башҡорт халыҡ йыры “Һандуғас”ты тыңлағандан һуң рухланып, үҙенең “Соловей” әҫәрен ижад итеүе, Лев Лебединскийҙың яҙмалары, башҡорт дворяны — юғары музыкаль белемле Мөхәмәтмансур Солтановтың (1885—1919) халыҡ йырҙарын йыйып туплауы мәҙәниәтебеҙҙең алтын фонды булып тора.
Быйыл үҙенең 175 йыллығын билдәләүсе Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала йырға бағышланған йәки музыкаль мәҙәниәткә арналған китаптар, йыр яҙмалары бихисап. Китапхана хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итеүең була, улар һәр бер яҙманы, китапты табып бирергә әҙер тора.
Милли китапханала китап ҡына бирмәйҙәр, бында традицион осрашыуҙар, тематик кисәләр аҙна һайын уҙғарылып килә.
“Халыҡ йырҙарында — ил тарихы”, “Йыр — күңел ҡанаты”, — тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр халыҡта. Йыр китаптары ла, сәнғәт әһелдәре хаҡындағы әҫәрҙәр ҙә, ноталы йыр йыйынтыҡтары ла китапхана фондында бихисап. Килегеҙ, алығыҙ, уҡығыҙ.
Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.


Вернуться назад