Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы билдәләнде03.02.2012
Былтыр августа “Башҡортостан” гәзите редакцияһы, туған телебеҙҙең матбуғат сараларында ҡулланылышы хаҡында “түңәрәк өҫтәл” ойоштороп, был мәсьәлә буйынса йәмәғәтселек араһында киң фекер алышыуға юл асты.
Ҡорҙоң ҡарарына ярашлы, ҡулланылышта ауырлыҡтар тыуҙырған 50-ләп һүҙ, һүҙбәйләнеш һәм термин, дөрөҫ яҙылышын билдәләү маҡсатында, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Терминология хеҙмәтенә ебәрелгәйне. Унда, гәзит уҡыусыларҙың, тел белгестәренең, ғалимдарҙың, уҡытыусыларҙың баҫмала донъя күргән фекерҙәре, “Башҡортостан”да ойошторолған сираттағы “түңәрәк өҫтәл”дә яңғыраған тәҡдимдәр ҙә иҫәпкә алынып, һуңғы вариант ҡабул ителде. Исемлекте гәзит уҡыусыларыбыҙҙың иғтибарына тәҡдим итәбеҙ.
инвестиционная привлекательность региона — төбәктең инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһе;
инновационное образование — яңыса белем биреү, белем биреүҙә инновациялы алымдар ҡулланыу;
дистанционное обучение — дистанцияла уҡытыу, ситтән тороп уҡытыу;
модернизация — яңыртыу, модернизациялау;
коррекционная школа — коррекция мәктәбе;
автономное учреждение — автоном, автономиялы учреждение (контексҡа ҡарап — үҙаллы);
оптимизация — ҡулайлаштырыу, оптималләштереү;
реабилитационный центр — реабилитациялау үҙәге;
валоризация пенсии — пенсияны ҡайтанан иҫәпләү;
газета — гәзит;
русский — урыҫ (мәрйә), рус;
договор — килешеү, договор;
сделка — килешеү, алыш-биреш;
торги — сауҙалашыу;
праймериз — алдан һайлау;
мастер-класс — оҫталыҡ дәресе;
комбайнер — комбайнсы;
больничный лист — ауырыу ҡағыҙы;
башкирская лошадь — башҡорт аты;
предприниматель — эшҡыуар;
попечительский совет — бағыусылыҡ советы;
спонсор — бағыусы;
целитель — дауалаусы, имсе;
горнодобывающий — тау-ҡаҙылма;
камерная музыка — камера музыкаһы;
недра — ер аҫты;
в рамках — буйынса, ярашлы, барышында (контексҡа ҡарап);
на базе — нигеҙендә (урыҫсанан тәржемә иткәндә был һүҙҙе төшөрөп ҡалдырырға ла мөмкин. Мәҫәлән, на базе школы — мәктәптә);
населенный пункт — тораҡ (ҡала, ауыл);
медосмотр — медицина тикшереүе;
банки — банктар, банкка (иҫкәрмә рәүешендә);
Зауралье — көньяҡ-көнсығыш райондар (Урал аръяғы);
улица Революционная — Революция урамы;
дворец культуры “Нефтяник” — “Нефтсе” мәҙәниәт һарайы;
улица Борисоглебского — Борис-Глеб урамы (ике кеше исеменән алынған);
Казань — Ҡазан;
Насыров, Басыров, Кадыров, Сафиуллин, Вахитов, Закиров — Насиров, Басиров, Ҡадиров, Сафиуллин, Вахитов, Закиров;
все — бөтә, бөтөн, барлыҡ, һәммә, барса, бар;
межмуниципальный отдел — муниципаль-ара бүлек.саҡрым;
аҫрау;
әхлаҡ, ниһайәт, фиҙаҡәр;
үҙаллы (иҫкәрмә рәүешендә);
йә иһә;
табип — табибә, ғалим — ғалимә, шағир — шағирә, әҙип — әҙибә;