2014 йыл хәҡиҡәте(Элегия)
Ниндәй һуң ул беҙҙең замана –
Кемдер маҡтай, кемдер зарлана.
Тормош шул уҡ, шул уҡ йолалар –
Аҡса йыйып, байлыҡ ҡыуалар.
Аҡсаһыҙҙы ҡыҙҙар яратмай,
Олигарх хәйер таратмай.
Сәғәт күсереүҙән ғәм артмай,
Һуң ятыуҙан һуңлап таң атмай.
Хохол менән хохол ҡыйыша –
Майҙан тәғлимәте буйынса.
Уйҙарымды әйтәм самалап –
Борсой хоккей, борсой “Салауат”…
Иҫләп ҡуя беҙҙе ғәрәсәт,
Уралға ла яһап сәйәхәт.
Ҡаҙ һуйырҙай мәлдә ҡар ятмай –
Ямғырлы көҙ үҙен һынатмай.
Байрамдарҙа дуҫ-иш елкенмәй,
Сәскәләрҙән хуш-еҫ бөркөлмәй.
Шундайыраҡ беҙҙең был дәүер,
Ниҙәр ҡалыр, ниҙәр үҙгәрер?..
* * *
Үткәндәргә ҡайтам,
(Беләйем тип,
Бөгөнгөнөң ғәмен бигерәк) –
Булған унда хата, алданыуҙар,
Әммә аңлашыуҙар күберәк.
Яҙмыш миңә мәрхәмәтле булды,
Яҡты булды биргән көндәре.
Мөмкин икән,
Мин тик үткәндәрҙән
Эҙләр инем һине элгәре.
Күктән йондоҙ инде эҙләмәйем,
Буй етмәҫлек улар – юғары!
Янып, ергә төшкән йондоҙҙарҙың
Ярсыҡтарын йыям ни бары…
Улар, бәлки, ярсыҡ түгелдер ҙә,
Минең йөрәк сәскән осҡондор?!
Белгең килһә
Йөрәгемдең хәлен –
Кил дә күсәренән ысҡындыр.
МайҙандарБулғаным бар майҙандарҙа,
Майҙандарҙа торғаным бар,
Шулар аша уҙғаным бар,
Бүтәндәрҙә булған кеүек,
Елкендергән уйҙарым бар…
Майҙандар күп.
Шуның күпмеһенең
Күргәне бар нахаҡ язаны?
Яуызлыҡ ул әллә үҙ ғәмәлен
Шул майҙанда тороп яҙамы?..
Майҙандар бар –
Данға күмелгәне,
Иш булғаны йәшәү ҡотона.
Бар уларҙың ҡанға күмелгәне,
Үртәгәне Густы, Коперникты
Яуыҙ инквизиция утында.
Бөгөн дә бит
Бындай яуызлыҡҡа
Ғәҙел хөкөм яһай ташлама –
Күпме тиран
Шыҡһыҙ майҙандарҙан
Башланған бит, һаман башлана.
Юҡҡамы ни
Кеше йәшәйешен
Яһайым, тип, камил, бер бөтөн,
Алып сыҡҡан спорт майҙанына
Олимп утын Пьер Кубертен.
Майҙандар күп.
Бәғзе берәүһенә
Борондан уҡ килгән даимилыҡ.
Кәрәк икән, Һабан туйҙарынан
Күтәрелгән ирҙәр, яу булып.
Аяныслы –
Әгәр бар кешелек
Майҙандарға сығып шашынһа,
Бүлеп булмаҫ
Хаталарҙы аҙаҡ
Йән башына, кеше башына…
* * *
Кеше килә майҙандарға,
Майҙандарға керә кеше,
Әллә шунда үтә микән
Көн оҙоно, иртә-кисе?
Ниндәй кәйеф менән килә?
Ниҙәр һөйләй, ниҙәр тыңлай?
Әллә йәшәү барышында
Майҙан шауы бер ҙә тынмай…
* * *
Яңы кәйеф, яңы Майҙан
Талап итә беҙҙең заман.
Майҙандарҙың иң ғәҙелен
Табып була бөгөн ҡайҙан?
Бының өсөн нимә кәрәк –
Сәйәсәтме, матди ярҙам?..
Һорарғамы Хоҙайҙан?
Ҡоторған майҙан кәрәкмәй,
Эҙләргә кәрәк Айҙан.