Тапшырыуҙы ниңә боҙорға?03.02.2012
Рәшит Үтәевтең “Башҡортостан” гәзитенең быйылғы 20 ғинуар һанында донъя күргән “Халыҡҡа хөрмәт телмәрҙә сағыла” тигән мәҡәләһен кинәнеп уҡыныҡ. Фекерҙәрен хуплайбыҙ. Барыһы ла дөрөҫ яҙылған.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһын милләтебеҙҙең йөҙө, көҙгөһө тип ҡабул итәбеҙ, яратып ҡарайбыҙ. Мәрйәм Бураҡаева, Фирҙәүес Хисамитдинова, Миләүшә Иҙрисованың, йәш журналистарҙың да үҙ телебеҙҙә ифрат матур итеп алып барған тапшырыуҙары йөрәккә май булып ята. Әммә саҡырылған ҡунаҡтарҙың ҡайһы берҙәре урыҫ һүҙҙәрен ҡушып йә бөтөнләй шул телдә һөйләй ҙә ҡуя.
Тағы ла шуныһы: “Йырым булһын бүләгем” тапшырыуы башланһа, экранға яҙма ҡотлауҙар сыға башлай. Улар төрлө телдә яҙыла, етмәһә ифрат хаталы. Күп осраҡта, ошо мәғәнәһеҙ яҙыуҙар арҡаһында, ҡотлау йыры менән сығыш яһаусының исем-фамилияһын да күрмәйбеҙ.
Был хәл бер беҙгә генә түгел, күптәргә оҡшамай. Кемгә әйтергә, яҙырға уйлап йөрөй инек, Рәшит Үтәевтең “Башҡортостан” гәзитендә донъя күргән мәҡәләһе йән өргәндәй булды. “Зәңгәр экран”дарҙан бындай яҙма ҡотлауҙарҙы бөтөнләй алып ташлап булмаймы икән? Шундай матур тапшырыуҙы ниңә боҙорға?
Cәйетҡолова, Заманова, Мөхәмәтйәнова, Сафина, ветеран уҡытыусылар.
Сибай ҡалаһы.


Вернуться назад