“Гармун моңо” конкурсы һәүәҫкәрҙәрҙең оҫталығын арттырыу, яңы таланттар асыу, райондағы үҙешмәкәр коллективтарҙың репертуарын байытыу маҡсатында үткәрелде.Әбет ауылының мәҙәниәт йортона 30-ҙан ашыу оҫта гармунсыны йыйған күңелле сараны асып, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Илшат Солтангәрәев, ауыл биләмәһе башлығы Муса Ураҙбахтин бәйгеселәргә ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
Сәхнәгә беренсе булып Зыя Итәшев (Ҡотлобулат ауылы) сыҡты, уның моңдары Рауил Иҫәнаманов башҡарыуында “Сәс үрмесе” йырында, Мөҙәрис Хәбибуллиндың сығышында (Боһорман ауылы) дауам итте. Ҡатнашыусылар араһында Һарыш, Ергән, Аптраҡ ауылдарынан килгәндәр ҙә булды. Күпселек конкурсанттар – оло йәштәгеләр, әммә 22 йәшлек Буранбай Ҡаҙбәков үҙен талантлы йәш быуын вәкиле булараҡ танытты.
Гран-приға район һәм республика конкурстары лауреаты Фәнис Хисмәтуллин лайыҡ булды, тәүге өс урынды Анатолий Урчев, Әхәт Хәсәнов, Фәнис Бикташев алды. Миҙхәт Салиҡов, Ринат Низаметдинов, Миңзәлә Ейәнбаева – “Артислыҡ өсөн”, Зыя Итәшев, Иван Бруснецов, Иван Евдокимов “Гармунда уйнау традицияларын һаҡлағаны өсөн”, Хәмиҙә Рыҫҡолова, Рафаэль Насиров, Риф Нәжметдинов, Фәтҡулла Оморҙаҡов “Гармунда уйнау сәнғәтенә тоғролоғо өсөн” номинацияһында еңеүсе тип табылды. “Башҡарыу техникаһы өсөн” – Зәйнәғәли Кәшәфетдинов, “Халыҡ ижадын һаҡлағаны һәм үҫтергәне өсөн” – Ғүмәр Шәмсетдинов етәкселегендәге трио, Марат Килдебаев, Фәнир Үмәрғәлин һәм Фәнис Бикташев тантаналы рәүештә билдәләнде.