“Заман” – төрки донъяһында13.12.2014
“Заман” – төрки донъяһында “Ҡурай” йыр-моң каналы Башҡортостанда II халыҡ-ара “Тюрквидение” конкурсына һайлап алыу туры үткәр­гәй­не. Ун конкурсант араһынан жюри ағзалары “Заман” этно-шоу проектын еңеүсе тип тапты. Улар республика исеменән Ҡазанда “Евровиде­ние”ның төрки донъяһындағы аналогы булған сараға юлланды. Фестивалдә III урынға лайыҡ булды яҡташ­тары­быҙ! Мәҙәниәт йылын ябыу тантанаһында министр Әминә Шафиҡова ла “Заман”дарҙың сығышын юғары баһалап, “Ҡурай”ҙың баш мөхәррире Айгөл Әхмәҙиеваға Маҡтау ҡағыҙы тапшырҙы.
Ошо уңай­ҙан “Тюрквидение” конкурсының жюри ағзаһы ла булған Айгөл Уйылдан ҡыҙына бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.


– “Заман”дарҙы сығыш яһау­ға әҙер­ләүсе булараҡ, улар менән таныш­тырығыҙ әле?
– “Заман”дың солисы Әлфиә Ниғмәтул­лина Маймонида исе­мен­дәге Мәскәү дәү­ләт классик академияһында III курста бе­лем ала. Йырҙарҙың авторы – уның Ҡыр­мыҫҡалы районында йәшәгән әсәһе Венера Ниғмәтуллина. Төркөм ағзаһы Радмир Мөфтәхин дә – Башҡортостан егете, Салауат ҡалаһындағы музыка училищеһы­нан һуң шулай уҡ Маймонида исемендәге Мәс­кәү дәүләт классик академияһын тамам­лаған. Әле ул аспирантурала уҡый.
– Тамаша ваҡытында “За­ман”­дарға башҡалар ҙа ярҙам итте?
– Ҡазандағы сығышҡа әҙерлә­нер өсөн ваҡыт тығыҙ ине, шуға күрә уларҙың төр­көмөн ҡурайсы, барабансы менән байытып, сәхнә кейемдәрен алмаштырҙыҡ. Аран­жировкаларҙы ла яңырттыҡ. “Ар­ғымаҡ” төр­көмө һәр яҡлап “За­ман”­ға ярҙам итте.
– Конкурста кемдәр ҡатнашты?
– Сараға 25 ил вәкил­дәре са­ҡы­рыл­ғай­ны. Тотош тө­рки донъя­һы ҡатнаш­ты, тиһәк тә хата булмаҫ. Быйыл көслө тауышлы йырсылар бик күп ине, һәр бе­реһе ғорур рә­үеш­тә иленең флагын юғары күтәреп йөрөнө. Ер шарының 45 телеканалы был конкурсты күрһәтте, 300 миллиондан ашыу тамашасы сараның ба­рышын күҙәтте.
– Һеҙ – жюри ағзаһы ла, еңеүсене һайлауы ауыр булманымы?
– Еңел булды, тип әйтә алмайым. Әммә беренсе урынды яулаған ҡаҙаҡ ҡыҙы барыбыҙҙы ла хайран итте! Ә “Заман”дың уңышы – ул “Ҡурай” каналының ғына түгел, ә тотош Башҡор­тостандың еңеүе! Беҙ быға бик ҡыуандыҡ. Ҡеүәтләгәндәре, сара­ға әҙерлек барышында ярҙам күрһәткәндәре өсөн республика Мәҙәниәт министрлығына, шәхсән министр Әминә Шафиҡоваға рәх­мәтлебеҙ! Татарстанда йәшәгән шағирә Фирҙәүес Бәширова, ике көн буйы Баш­ҡортостан әләмен күтә­реп йө­рөгән сту­дент­тары­быҙ беҙҙе әүҙемлеге, их­лас­лығы менән арбаны.
“Заман”дарҙың ҙур сәхнәләге был тәүге еңеүе. Иң мөһиме – улар, республика ал­дын­дағы яуаплылыҡты тәрән тойоп, үҙҙә­рен лайыҡлы күрһәтә алды.

Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.


Вернуться назад