“Йәйләү яғына сығып китмәһә, табылыр”10.12.2014
Күсмә труппа менән ауылдарҙа уйнап йөрөгәндә булған ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәл-ваҡиғаларҙы мәшһүр артист Ғималетдин Минһажев аҡ ҡағыҙға теркәй барған.

“Үҙең костюмер ҙа, грим һалыусы ла, музыкант та булып, пьеса һайын икешәр роль уйнаһаң да, ауыл хал­ҡының театрҙы күтәренке рух менән ҡаршы алыуы сәбәпле, уйнаған һайын уйнағы килеп тора. Урыны менән те­атр­ҙың нимә икәнен дә белмәгән халыҡ араһында төрлө көлкөлө ваҡи­ғалар ҙа булғылай. “Ынйыҡай” пьесаһын уйнаған­да, ҡыҙ ҡасып киткәс, Ҡара­мырҙа бай ҡатыны Илбикәне илат­ҡансы ҡыҙҙыра. Шул ваҡыт бер ауылда халыҡ араһынан өс ҡарсыҡ сәхнәгә менеп: “Ҡайғырма, табылыр, әллә ҡайҙа китмәгәндер, беҙҙең ауыл ҙур түгел, йәйләү яғына сығып китмәһә, табылыр”, — тип Илбикәне йыуат­ҡан­да, Ҡарамырҙа тағы ҡылысын күтәреп екеренә башлағас: “Хоҙайым, беҙҙең ауылға бәләһе булмаһа ярар ине”, — тип сыйылдап сәхнәнән сығып кит­теләр.
”Башҡорт туйы”нда ла туйға тип көмөш сулпыларын, беләҙектәрен сәх­нәгә мендереп биргәндәре күп булды. Һуңынан был биҙәүес әйбер­ҙәрен эҙләп-һорап йөрөүсе лә күрен­мәне. Ауыл егет­тәренең Мулла ролен уйнаған артисыбыҙҙы саҡырып алып туҡмарға йыйынғандары ла осраны.
Күсмә театр кантондарҙа, ауыл­дарҙа бик ҙур авторитет ҡаҙанды. Беҙҙе һәр ерҙә көтөп алалар, сөнки гас­троль мәлендә халыҡҡа матбуғат таратыу эштәренә күп кенә сәйәси булышлыҡ күрһәтәбеҙ”.


Вернуться назад