Сәхнә балҡышы, тамашасы алҡышы10.12.2014
Сәхнә балҡышы, тамашасы алҡышы Йәшәү тарихын 1919 йылда башлаған Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры республиканың тәүге театры, милли сәнғәтте һаҡлаған һәм дауам иткән мөһим мәҙәниәт усағы булараҡ билдәле. Театр үҙ сәхнәһендә бер быуатҡа яҡын юғары әхлаҡи ҡиммәттәрҙе раҫлап, тыныслыҡ, миһырбанлыҡ һәм мөхәббәт идеалдарына хеҙмәт итә, халыҡ мәҙәниәтен, туған телде, милли рухты һаҡлай, көсәйтә, халыҡты берләштерә.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры иҫтәлекле датаны — нигеҙ һалыныуына 95 йыл тулыуҙы билдәләне. Ошо ваҡыт эсендә театр сәхнәһендә төрлө йылдарҙа бик күп талантлы режиссерҙар, рәссамдар, артистар, композиторҙар ижад иткән. Улар театрҙыҡы менән бергә башҡорт халҡы тарихының төп этаптарын да билдәләй барған.

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры – республикабыҙҙың тормошо, уның тарихы, үҫеш этаптары сағылышы. Бөгөн театр, милли үҙенсәлектәрен һаҡлап, башҡорт сәхнә сән­ғәте­нең классик традицияларын дауам итә. Бай репертуарында милли, рус, сит ил автор­ҙары әҫәрҙәре бар, һәм улар төрлө жанрҙарҙа ҡуйылған.
Сәхнә балҡышы, тамашасы алҡышыҺуңғы йылдарҙа театр яңы ижади формалар ҡуллана, сәхнә өсөн әҫәр­ҙәрҙе йыш ҡына ғәҙәти булмаған ысулдар менән тормошҡа ашы­ра. Ҡыйыу тәжрибәләр үткәрә, труппаға яңы көстәр туплай, үҙенсәлекле репертуар бул­дыра. Бөгөн унда 30-ҙан ашыу спектакль бар, улар ара­һын­да – “Нәркәс” (И. Йома­ғолов), “Шәүрәкәй” (М. Буранғолов), “Ҡоҙаса” (Б. Бик­бай, З. Исмәғилев), “Әхмәтзәки Вәлиди Туған” (Н. Асанбаев, А. Абушахманов), “Ай тотолған төндә” (М. Кәрим), “Эдип батша” (Софокл), “Аҡ пароход” (С. Айытматов), “Бирнәһеҙ ҡыҙ” (А. Островский), “Мулла” (Т. Миңнуллин), “РУДИ – NEVER OFF...” (А. Абушахманов), “Маҡтым­һылыу, Әб­ләй һәм Ҡара юрға” (Т. Ғарипова) һәм баш­ҡалар.
Сәхнә балҡышы, тамашасы алҡышыСпектаклдәр ҡуйыу мәҙәниәтенең һәм баш­ҡарыу оҫталығының юғары­лығы театрға төрлө фестивалдәрҙә ҡатнашып уңыш ҡаҙанырға мөм­кинлек бирә.
Бөгөнгө театр труппаһы – төрлө быуын ижад­сылары, улар – тәж­рибәле сәхнә оҫта­лары һәм йәштәр – барыһы ла сәхнәгә бөтә һәләтен һәм бар мөмкинлектәрен биреп хеҙмәт итә: СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрә­ко­ва, Рәсәйҙең ха­лыҡ артистары Заһир Вә­литов, Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева, Хөр­­мәтулла Үтәшев, Рәсәйҙең атҡа­ҙанған артистары Хәмит Яруллин, Суфия Ҡор­банғә­лиева, Рәүис Заһи­тов, Илһөйәр Ғәзетдинова, Эльвира Юнысова, Илдар Сәйетов, Баш­ҡорт­остандың халыҡ артистары Муллаян Сөйәр­ғолов, Тәнзилә Хисамова, Рәмзиә Хисамова, Илдар Ғүмәров, Әхәт Хөсәйенов, Миңзәлә Хәйрул­лина, Алмас Әмиров, Сара Буранбаева, Светлана Хәкимова, Гүзәл Маликова, Шәүрә Дилмөхәмәтова, Азамат Ғафаров һәм башҡа билдәле артистар.
Театрҙың тағы бер ҡабат­ланмаҫ һыҙаты – быуындар бәйләнеше өҙөлмәй. Тәж­рибәле артистар йәш­тәргә оҫталыҡ серҙәрен өйрәтә. 88-се ижад миҙ­гелендә труппаға Мәскәүҙең М.С. Щеп­к­ин исемендәге Юғары театр училищеһын тамамлап, 12 йәш артист килеп ҡушылды. Труппа З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында белем алған йәштәр менән даими тулыланып то­ра. Мәжит Ғафури исе­мен­дәге Баш­ҡорт дәүләт академия драма театры киләсәккә быға тиклемге өлгәшелгән ҡаҙаныштарҙы һаҡлауҙы, шулай уҡ сәнғәттең был төрөнә рухи ихтыяж­дарҙы ҡәнәғәтләндер­гән сыға­наҡ, социаль белем усағы булараҡ та ҡарап, уның үҫешенә яңы этәргес биреүҙе үҙенең маҡсаты итеп ҡуя. Бөгөнгө театр – данлы үткәндәрҙең лайыҡлы дауамы ул.
2012 йылдан театрҙың художество етәк­сеһе – Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡа­ҙанған артисы, Рәсәй Дәүләт, С. Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаты Олег Закир улы Ханов.


Тәүге аҙымдар
Сәхнә балҡышы, тамашасы алҡышы1922 йыл. Оло Башҡортостан барлыҡҡа килгәс, театр Өфөгә – яңы баш ҡалаға күсә, бында татар-башҡорт Күргәҙмә театры менән берләшә. Өфөлә башҡорт театры яңы шарттарҙа үҙенең эшен ҙурыраҡ күләмдә дауам итә. Беренсенән, театрҙың тамашасыһы күбәйә, икенсенән, труппаға Казанский, Зөбәйеров, Таждаров, Саҡаев кеүек ижади көстәр ҡушыла.

Ошо уҡ йылда БАССР-ҙа ”Башҡортостан­дың халыҡ артисы” исеме булдырыла. Вәли­улла Мортазин-Иманский был дәрәжәгә тәүге­ләрҙән лайыҡ була.
Театрға “Хеҙмәт һәм Мәҙәниәт һарайы”нан даими урын – бина (хәҙерге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры) бирелә.
Ошо уҡ йылда театр артистары тәүге тапҡыр Петроградҡа гастролгә бара. 1923 йылда концерт программаһы менән Мәскәүҙә уҙғарылған Бөтә донъя ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнашалар.

Ҡытайға ла
барып еттеләр

2008 йылда Шан­хай (ҠХР) драма сән­ғәте үҙә­ге менән ал­маш гас­тролдәр уҙҙы: май айында Ҡытай артистары Баш­ҡорт­останда сығыш яһа­һа (Шанхай дра­ма сәнғәте үҙә­ге­нең “Ғалим һәм баш­киҫәр” спектакле, Хуан Вей Жуо ко­меди­яһы), июль айын­да М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Ҡы­тай Халыҡ Респуб­ликаһына “Ҡоҙаса” (Б. Бикбай, З. Исмәғилев, режиссеры – А. Абушахманов) музыкаль комедияһы менән барҙы.

ҺҮРӘТТӘ: “Ҡоҙаса”ның афишаһы ҡы­тай телендә.


Вернуться назад