“Мираҫ”тың изге мираҫы10.12.2014
Район мәҙәниәт һарайында ниндәй генә сара үтһә лә, башҡорт халҡының милли кейемендәге, ҡулдарына музыка ҡоралы тотҡан, үҙҙәренән йәшлек дәрте бөркөлөп торған “Мираҫ” ансамбле ағзаларын тамашасылар көтөп ала.

Ансамбль тарихы бик бай. Ул Бөйөк Ва­тан һуғышынан һуң барлыҡҡа килә. Башҡорт­остандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ­мәт­кәре Әҡлимә Шәрипова ансамблде беренсе тапҡыр сәхнәгә сығара, ябай ауыл ҡатындарын бынамын тигән йырсылар, бейеүселәр, нәфис һүҙ оҫталары итеп таныта. Еңеүҙәр ҙә үҙҙәрен оҙаҡ көттөрмәй, Рәсәй фестивалендә лауреат булалар. Әҡлимә Мансур ҡыҙы хаҡлы ялға киткәс, ансамблгә Фәрит Хәйеров етәкселек итә. Был йылдар ҙа ижади коллектив өсөн үтемле һәм уңышлы була: үҙенсәлекле концерттары менән Салауат районын урап сығалар, Силәбе өлкәһе халҡын да оҫталыҡтары, һәләттәре менән таң ҡал­ды­ралар.
Бөгөн етәкселек эшен хеҙмәт ветераны Мәүлиә Яруллина дауам итә. Тап уның тырышлығы менән ансамбль ағзалары республиканың төрлө район, ҡалаларында, хатта күрше төбәктәрҙә сығыш яһай. Апай­ҙар мандолинала, ҡумыҙҙа, гармунда уйнап, күңелдең иң нескә ҡылдарына үтеп инерлек итеп боронғо башҡорт халыҡ бейеү көйҙә­рен башҡара. Йыш ҡына уларҙың репертуарында заман көйҙәре лә яңғырай. Йыр-моң­ға әүәҫ “мираҫ”тар – ысын сәхнә оҫталары. Исем туйы, килен төшөрөү, ҡыҙ оҙатыу кеүек боронғо башҡорт йолаларын сәхнәләштерәләр, үҙҙәре лә тулҡынлан­дырғыс пьесалар яҙып, халыҡҡа күрһәтәләр. Мәҫәлән, “Һалдаттарҙы оҙатыу” спектак­лендә улар Лағыр ауылынан яуға киткән егеттәрҙең әсәләре образын һынландыра. Һуғыштың аяуһыҙ көндәрен сағылдырғанда тамаша­сылар­ҙың күҙенән йәштәр аға.
– Беҙҙең төп маҡсат – ата-бабалары­быҙҙың, олатай-өләсәй­ҙәребеҙҙең ғөрөф-ғәҙәтен, мәҙә­ниә­тен һаҡлап алып ҡалыу, уны байытыу һәм мираҫ итеп йәш быуынға еткереү, – тип аңлата Мәүлиә Ахунйән ҡыҙы.
“Мираҫ”тар ансамблгә йәштәрҙе ылыҡ­тыра. Улар менән бергә Айгөл, Гөлназ һәм Айгүзәл исемле ҡыҙҙар сығыш яһап, апайҙар­ҙан ҡумыҙ, мандолина сиртеү нескә­лектә­ренә өйрәнә.
Башҡорт рухын, мәҙәниәтен һаҡлау, үҫтереү, йәштәрҙә үҙ халҡың өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү – изге маҡсат.





Вернуться назад