Ғ. Хәйриҙең яҡташтары башҡортса уҡыймы?02.02.2012
Нуриман яҡтарына юл төштө. Иң башта район хакимиәтенә барҙыҡ. Ниәтебеҙ башлыҡтың социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарын күреп китеү ине. Уны комиссия ултырышынан көтөп алып, килеүебеҙҙең маҡсатын әйттек.
— Ваҡытым тар, хәҙер тағы ултырышҡа инәм, унан Өфөгә юлланам,– тип теләр-теләмәҫ кенә тыңланы ул беҙҙе. Шунан телефон трубкаһын алып кемгәлер шылтыратты, аңлауымса, почтамт етәксеһенә.
— “Башҡортостан”ға яҙылып булһа, бер нисә дана эшләгеҙ әле, — тине. Шунан беҙҙең менән хушлашҡанда, — “Башҡортостан” гәзитенә яҙҙырыуҙы һорап, бурыслы булып ҡалдым инде,– тип әйтеп ысҡындырҙы.
Хакимиәттән сыҡҡас, мәғариф бүлегенә һуғылдыҡ. Ҡабул итеү бүлмәһенә барып инһәк, ни күрәбеҙ: өҫтәлдә ятҡан республика гәзиттәре араһында “Башҡортостан” ғына юҡ. Әлбиттә, беҙ быны көтмәгәйнек. Осрашыу хаҡында алдан килешһәк тә, бүлек мөдире комиссия ултырышына китеп өлгөргән, ә секретарына әйттең ни ҙә, әйтмәнең ни. Ул ҡоро ғына:
— Йомошоғоҙ буйынса Әлфиә Әхтәрйәноваға мөрәжәғәт итегеҙ, – тине. Баҡһаң, Әлфиә Вәкил ҡыҙы методист икән, бер юлы методик әҙәбиәт бүлмәһе мөдире вазифаһын да башҡара. Бында ла күңел ҡырылды. Уҡыу-уҡытыу әсбаптары янында республикала, Татарстанда баҫылған гәзит-журналдар урын алған, тик ”Башҡортостан” ғына түгел, ғөмүмән, башҡортса баҫмалар бөтөнләй юҡ. Мин тупланманы ҡарай башлағас, хужабикәнең үҙенә лә уңайһыҙ булып китте, буғай. Ул аҡланғандай:
— Беҙҙә башҡорттар аҙ бит, башҡортса гәзит-журналдарҙы башҡорт мәктәптәре уҡытыусылары ғына алдыра, – тимәһенме.
— Ниңә улай? Бүтән баҫмалар кеүек “Башҡортостан” гәзите лә республикабыҙҙың дәүләт телендәге баҫмаһы бит, – тим.
— Шулай ҙа ул, — тип ризалашты яуаплы хеҙмәткәр. — Бынан ары яҙылырға тырышырбыҙ...
Әңгәмә барышында башҡорт мәктәптәрендә гәзитебеҙҙе нисә дана алдырыуҙары, яҙҙырыуҙары хаҡында ҡыҙыҡһынам. Бына ғәжәп: уҡытыусыларҙы ла иҫәпкә алһаҡ, һәр белем йортона ни бары өсәр-дүртәр дана тура килә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, районда хәлдәр, ысынлап та, ҡайҙа ла бер төрлө булып сыҡты. Мәҫәлән, Иҫке Күл урта мәктәбе уҡытыусылары менән осрашыуҙа “Башҡортостан” гәзитенә 2012 йылдың беренсе яртыһына мәктәп бер дана алдырасағын, уҡытыусылар араһынан өс кеше генә яҙылыуын ишеттем. Уның ҡарауы, әңгәмәләшеүселәр әйтеүенсә, ҡайһы бер матбуғат баҫмаларын мәжбүри яҙҙырталар икән. Шуныһы сәйер: уларҙы көсләп тағыу күптән килә, тинеләр.
Быйылға матбуғат баҫмаларына яҙылыу күрһәткестәренә күҙ һалам. 7 мең тирәһе милләттәшебеҙ (бер ҙә аҙ түгел) йәшәгән Нуриман районында ”Башҡортостан” гәзитен ни бары 39 дана алдыралар. Әйткәндәй, республика райондары араһында был – иң түбән күрһәткестәрҙең береһе. Заманында яҡташтары, билдәле яҙыусы Ғәйнан Хәйри “Боролош” романында ХХ быуаттың 10 — 20-се йылдарында күҙәй башҡорттарының ҡаршылыҡтар аша яңы тормош төҙөүгә юл алыуы тураһында яҙа. Бөгөн уларҙың вариҫтарына милли матбуғатҡа, тимәк, туған теленә, халҡы тарихына йөҙ менән боролорға ваҡыт түгелме?
Фаил ҠЫЛЫСБАЕВ


Вернуться назад