Милли йыр-моң берләштерә09.12.2014
Милли йыр-моң берләштерә Башҡортостандың мәҙәни донъяһында — ҙур ваҡиға: «Волга менән Урал араһында-2014» XXVI Бөтә Рәсәй музыка фестивале ете республика композиторҙарын дүрт көнгә Өфөгә йыйҙы.

Был фестиваль уҙған быуаттың 80-се йылдарынан бирле Рәсәйҙең милли республикалары ҡалаларында йыл һайын уҙғарыла. Уны ойоштороусыларҙың береһе – билдәле башҡорт композиторы Роберт Ғәзизов. Башҡортостанда был байрам һуңғы тапҡыр 2008 йылда уҙғайны. Һәм бына тағы ла Татарстан, Сыуашстан, Мари Иле, Удмуртия, Мордовия, Коми республикалары вәкилдәре, Мәскәүҙән абруйлы ҡунаҡтар республикабыҙҙың баш ҡалаһына килде.
Фестивалдә йәнең теләгән музыканы тыңларға мөмкин ине. Ете концертта билдәле һәм йәш авторҙарҙың ҡәләме аҫтынан яңы сыҡҡан һәм шулай уҡ милли мираҫыбыҙға әүерелгән әҫәрҙәр яңғыраны. Башҡарыусы булараҡ республиканың танылған солистары һәм алдынғы ижади коллективтар йәлеп ителде: Башҡортостандың Милли симфоник оркестры (художество етәксеһе һәм баш дирижеры Рөстәм Сөләймәнов), Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Герман Ким етәкселегендәге Симфоник оркестры, Башҡортостандың Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры (художество етәксеһе һәм дирижеры – Рәмил Ғәйзуллин), Дәүләт академия хор капеллаһы (художество етәксеһе һәм дирижеры — Алһыу Хәсбиуллина). Республикабыҙҙың Композиторҙар союзы рәйесе Ләйлә Исмәғилева билдәләүенсә, тәжрибәле башҡарыусыларға быйыл бик күп йәштәр – Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттары, аспиранттары — ҡушылды.
— Заманса музыка фестивален уҙғарыуығыҙ бик яҡшы. Илебеҙҙә сит ил хиттары ғына түгел, үҙебеҙҙең композиторҙарҙың әҫәрҙәре, йырҙары йышыраҡ яңғырарға, геройҙарыбыҙҙы барыбыҙ ҙа йөҙөнә ҡарап танырға тейеш. Бындай фестивалдәрҙең күберәк үткәрелеүен, милли музыканың даирәһе киңәйеүен, авторҙарҙың лайыҡлы гонорар алыуын һәм артабан да мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүҙәрен, алға алып барыуҙарын теләйем, — тине Рәсәйҙең Композиторҙар союзы рәйесе урынбаҫары Андрей Батурин.
Музыка байрамы быйыл ғына яҡты донъянан киткән Рәсәй композиторҙар союзы рәйесе, билдәле композитор Владислав Казениндың фортепиано һәм симфоник оркестр өсөн яҙылған Өсөнсө концерты премьераһы менән асылды. Классик традицияларҙы заман һулышы менән тоташтырған был әҫәрҙе ҙур оҫталыҡ менән йәш пианистка, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Шәүрә Сәғитова оркестрға ҡушылып башҡарҙы.
Төрлө республикаларҙың милли музыка мәктәптәре үҙенең сәнғәттәге эҙләнеүҙәрен, табыштарын, ҡаҙаныштарын күрһәтте. Өфө тамашасыһы Рәшид Кәлимуллин (Татарстан), Александр Корепанов (Удмуртия), Нина Кошелева (Мордовия), Григорий Архипов (Марий Иле), Данил Хәсәншиндың концерттарын, Ләйлә Исмәғилеваның «Арҡайым» балетын, Валерий Скобелкин менән Рөстәм Сабитовтың симфонияларын, Нур Дауытов, Светлана Шаһиәхмәтова, Салауат Низаметдиновтарҙың хор өсөн әҫәрҙәрен ишетеү бәхетен татыны.
— Беҙҙең композиторҙар ғаиләһе татыу, әммә мөмкинлектәребеҙ төрлө. Башҡортостан һәм Татарстан республикалары отошлораҡ хәлдә: уларҙың юғары уҡыу йорттары, тимәк, музыканы башҡарыу көстәре бар. Ә беҙ ижад емештәребеҙҙе ишетер өсөн башҡарыусы эҙләргә мәжбүр. Бына бөгөн үҙебеҙҙең күләмле әҫәрҙәребеҙҙе Башҡортостанда күрһәтә алабыҙ. Фестивалдә күп милләтле музыка яңғырай, был йоланы һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү мөһим, — тип иҫәпләй Марий Иленең Композиторҙар союзы рәйесе Валерий Кульшетов.
Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙған «Дуҫтар музыкаһы» концерты иһә ысын моң иленә сәйәхәт булды. Унда – Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Заһир Исмәғилев, Рөстәм Яхин, Хөсәйен Әхмәтов, Сәлих Сәйҙәшев, Рим Хәсәнов, Нур Дауытов, Салауат Низаметдинов, Роза Сәхәүетдинова яҙған иң моңло, иң популяр йырҙар башҡарылды.
Фестиваль программаһына ярашлы Өфөлә Рәсәй композиторҙар союзы секретариатының ултырышы үтте. Ҡунаҡтар шулай уҡ күренекле башҡорт композиторҙарын иҫкә алып, Заһир Исмәғилевтең һәйкәленә һәм Салауат Низаметдиновтың ҡәберенә сәскә һалды.
Татарстандың Композиторҙар союзы рәйесе, Рәсәй Композиторҙар союзы рәйесе урынбаҫары Рәшид Кәлимуллин 2015 йылда «Волга менән Урал араһында» фестивале Әлмәт ҡалаһында үтәсәк тип вәғәҙәләне.
— Республиканың Мәҙәниәт министрлығы менән бергәләп ғәйәт ҙур ойоштороу эше башҡарҙыҡ. Беҙгә ойоштороу яғынан да, матди йәһәттән дә ярҙам да күрһәтелде, бик рәхмәтлебеҙ. Мәҙәниәт йылында «Волга менән Урал араһында-2014» фестивале юғары кимәлдә үтте, төрлө жанрҙағы әҫәрҙәр яңғыраны. Концерттарға тамашасының күп килеүе милли музыкаға ҡыҙыҡһыныу ҙур икәнен иҫбатланы, — тип йомғаҡланы Ләйлә Исмәғилева.
Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа академик музыка йүнәлешенә ҙур иғтибар бүленә. Ижади коллективтар яңы программалар әҙерләй, конкурстар, фестивалдәр, байрамдар үткәрелеп тора, яңы мәҙәни биналар төҙөлә, матурлана. Башҡортостан Президенты гранттарын биреү — бөтә мәҙәни донъя өсөн ҙур дәртләндереү сараһы. Өфө амфитеатрында йәйгеһен үткән “Симфоник төн” 10 меңдән ашыу тамашасы йыйғайны, асыҡ һауала үткән “Классик музыка марафоны” иһә республиканың төрлө оркестрҙары менән ябай тамашасыны таныштырҙы. 2014 йылдың апрелендә генә Халыҡ-ара симфоник һәм хор музыка фестивале үткәйне һәм бына тағы бер оло музыка байрамына шаһит булдыҡ. «Волга менән Урал араһында» фестивале кеүек ижади проекттар республикабыҙҙы Рәсәйгә, донъяға танытыуға, уның мәҙәни кимәлен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.


Вернуться назад