Үҙешмәкәр композитор, шағир Әкрәм Дауытовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған саралар “Йыр булып ҡайтырмын” тигән район бәйгеһенән башланды. Был көндә ҡалалағы балалар музыка мәктәбендә Әкрәм Дауытовтың ижадын һөйөүселәр йыйылды.Бәйгеселәр өс йәш төркөмөндә көс һынашты. Төп бүләкте йәш башҡарыусы Айҙар Хәсәншин яуланы.
Артабан юбилей саралары Әкрәм Сөнәғәт улы тыуған һәм һуғыштан һуң эшләгән Ҡандра ауыл Советы биләмәһенә күсте. Бында композиторҙың туғандары һәм яҡындары менән осрашыу ойошторолдо, ҡәберенә сәскә һалынды. “Юбилей” мәҙәниәт һәм спорт һарайында 700-ҙән ашыу йыр ҡалдырған шәхестең хәтер кисәһе уҙғарылды. Саралар эстафетаһын район һәм ҡала китапханалары ҡабул итте. Уларҙың хеҙмәткәрҙәре уҡыусылар менән кисәләр, әңгәмәләр үткәрҙе.
Туймазы татар дәүләт драма театрында уҙғарылған йомғаҡлау тантанаһында ҡунаҡтарҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Сергей Подоприхин, Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Байрас Ишбирҙин сәләмләне. Театрҙың фойеһында “Мин йыр булып ҡайтырмын” тигән күргәҙмә эшләне.