Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге халҡыбыҙҙың йәдкәр-ынйылары йыйылған урын булараҡ бигерәк әһәмиәтле. Бында Башҡортостанға, башҡорттарға ҡағылышлы барлыҡ мәғлүмәтте, милләттең рухи байлығын туплау, һаҡлау һәм киләсәк быуындарға еткереү буйынса ентекле эш алып барыла. Тап ошонда уҡыусыларҙа милли аң, рух ныҡлығы, үҙ халҡың өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләнә.
Бүлек ХХ быуаттың 30-сы йылдарында барлыҡҡа килгән. Шул замандарҙа уҡ республика етәкселеге милли документтарҙың халыҡтың үҙаңын тәрбиәләүҙә һәм үҫтереүҙә ҙур әһәмиәткә эйә булыуын аңлай һәм ошо маҡсатты күҙ уңында тотоп бүлек ойоштора.
Уҡыу залында күренекле йәмәғәт эшмәкәре, ғалим Әхмәтзәки Вәлидигә арналған мемориаль мөйөш булдырылған. Ғалим тураһында белергә теләүселәрҙең иғтибарына айырым компьютерҙа тупланған электрон материал тәҡдим ителә.
2009 йылда китапхананың балалар һәм үҫмерҙәр өсөн уҡыу үҙәгенең башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлектәре берләштерелә.
Күп йылдар инде Яҙыусылар союзы менән ҡулға-ҡул тотоношоп эш итәбеҙ. Республикабыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре менән осрашыуҙар, хәтер һәм әҙәби кисәләр, яңы китаптың исем туйҙары, шағир һәм яҙыусыларҙың юбилей кисәләре бик йөкмәткеле үтә.
Шулай уҡ беҙ Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте менән дә берлектә эшләйбеҙ. “Эшҡыуар башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары” исемле бай йөкмәткеле, матур кисә ошо сарала ҡатнашыусыларҙың күңелендә яҡты эҙ ҡалдырғандыр, тип уйлайым.
Һәр йыл бүлек үҙ өҫтөнә бик күп йөкләмә ала. Быйыл “Башҡорт халҡының ҡомартҡылары” исемле цикл аҫтында “Башҡорт халыҡ йыры”, “Тылсымлы ҡурай” тигән бик матур, йөкмәткеле, фәһемле кисәләр уҙғарҙыҡ.
Бүлек үҙенең оҙайлы эш дәүерендә бик күп мәғлүмәт, байлыҡ туплаған. Бөгөн фондта 150 меңгә яҡын документ һаҡлана. Баҫмалар барыһы ла бүлек эсендә урынлашҡан алфавит, система һәм электрон каталогтарҙа сағылыш тапҡан. Ҡулланыусыларға барлыҡ уңайлыҡтар ҙа тыуҙырылған. Заман талаптарына яуап биргән компьютерҙар залыбыҙҙа урынлашҡан. Китапхананың сайтында беҙҙә ойошторолған һәр сара яҡтыртылып бара. Заман виртуаль мәғлүмәт алыуға күсте. Беҙҙең бүлек китапханала беренселәрҙән булып ошо эште башлап ебәрҙе. Интернет селтәрендә ҡулланыусылар иғтибарына тиҫтәгә яҡын күргәҙмә тәҡдим ителде. Ул артабан да дауам ителәсәк, камиллаштырыласаҡ.
Ғөмүмән, китапхана эшенең уңышы һәр хеҙмәткәрҙең күңел биреп эшләүенән ғибәрәт. Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә шундай кешеләр йыйылған да инде.
Беҙҙең бүлек китапханала алдынғыларҙан һанала. Былтырғы эш йомғаҡтары буйынса китап уҡыусыларҙың һаны 5 меңдән ашты, шуларҙың 3 меңгә яҡыны — студенттар.
Башҡарылған эштәрҙе китапхана етәкселеге ыңғай баһалай. Улар тарафынан һәр саҡ йылы ҡараш тоябыҙ.
Айгөл БУРАНҒОЛОВА,
башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты
өйрәнеү бүлеге етәксеһе.