Халыҡ-ара “Алеко” (Болгария) һәм Сергей Михалков исемендәге премиялар лауреаты, шағир-сатирик Марсель Сәлимов Түбәнге Новгород өлкәһенең Кстово ҡалаһында уҙғарылған Бөтә Рәсәй “Урыҫ көлкөһө” фестивалендә ҡатнашты. Билдәле урыҫ сатириктары менән бергә “Ҙур көлкө кисәһе”ндә ул үҙенең шаян шиғырҙарын уҡыны.“ЙӘШ ШАҒИР”Шиғыр яҙҙы көн дә, төн дә,
Һыҙылып таңдар атҡанда.
“Йәш шағир” тип ҙурланылар
Пенсияға сыҡҡанда.
ЙӨРӨЙ ТОРҒАС
Бик ныҡышып йөрөй торғас,
Булды Союз ағзаһы.
Ҡалды хәҙер берәй йүнле
Әҫәр генә яҙаһы.
ШАТЛЫҠТАНУн йылға бер китап сыҡҡас,
Шатлыҡтан телһеҙ ҡалдым.
Шул китап гонорарына
Бер әсмүхә сәй алдым,
Бер сәкүшкә “мәй” алдым.
ҮҘЕ ГЕНӘ ҺӨЙӨНӘЭй яҙа ул, эй яҙа ул,
Сыҡмайынса өйөнән.
Оҙон әҫәр яҙғанына
Үҙе генә һөйөнә.
ЯҘЫУСЫЛАР КҮП...– Тағы китап яҙҙым әле! –
Тип шапырынғас Фаяз,
Әйттем:
– Яҙыусылар күп тә...
Уҡыусылар ғына аҙ.
ЕЛ ҠАЙҘАН?Ел ҡайҙан иҫеүгә ҡарап,
Шағир бара үҙгәреп.
Элекке “ҡыҙыл” шағирҙар
Бөттө инде күгәреп.
ҮҘЕМ ТУРАҺЫНДА(Көнсөл ҡәләмдәштәргә)
Юҡҡа ғына һеҙ, көнләшеп,
Мине күрә алмайһығыҙ.
Мин кем инде! Ә һеҙ – тере
Классиктар һәр ҡайһығыҙ.
Күктәргә сөйөп маҡтайҙар
Һеҙҙең ижадығыҙҙы.
Тауҙан бейек күтәрәләр
Түмгәктәй данығыҙҙы.
Һеҙ элитный, мин – ни бары
Икенсе сортлы кеше.
Ижадым – ташҡа үлсәйем,
Бәп-бәләкәс, кеп-кесе.
Үҙем бигерәк ялҡаумын,
Һәләтһеҙ һәм булдыҡһыҙ.
Бөкрәйгән иҫерек кәүҙәм
Шайтан ҡурҡырлыҡ шыҡһыҙ.
Мыжып йәшәйем ғүмерҙең
Заяға уҙғанына.
Һеҙҙең бөйөк эҙегеҙҙә
Мин – фәҡәт туҙан ғына.
Көнләшергә бер сәбәп юҡ,
Үҙегеҙ күрәһегеҙ...
Йә, инде рәхәтме һеҙгә?
Булдымы күңелегеҙ?!