Театр йәрминкәһе05.12.2014
Театр йәрминкәһе Күптән түгел Мостай Кәрим исемен­дәге Милли йәштәр театрында йәш драматургтар семинары үтте. Театр донъяһында яңылыҡ булған был сараны ойоштороусыларҙың береһенә — Салауат башҡорт дәүләт драма театры режиссеры Зиннур Сөләй­мә­нов­ҡа – шылтыраттыҡ.

– Алло! Зиннур, Төркиәлә үтәсәк фестивалгә әҙерләнәһең икән. Ваҡы­тың бик тығыҙ, шуға күрә һиңә бер генә үтенесебеҙ бар. Йәш драматургтар семинары хаҡында фекерең менән уртаҡлашһаң ине.
— Драматургия һәм режиссура семинар-лабораторияһын үткәреү уйы буштан килеп сыҡманы. Элек Талҡаҫ күле буйындағы ял йортонда драматургтар йыйыны уҙа ине, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ниңәлер туҡтап ҡалды. Был семинарҙы уның дауамы тип әйтһәк тә булалыр. Мәҙәниәт министрлығы сараны Өфөлә Мостай Кәрим исемендәге Йәштәр театрында ойошторорға хәл итте. Уның театрҙа драматургтар, артистар, режис­серҙар менән бергә барыуы һөҙөмтәле булды.
Семинар өс этаптан торҙо. Берен­се­һенә 14 пьеса һайланды, уларҙы абруй­лы педагогтар тикшерҙе. Атап әйткәндә, Мәскәүҙән “Хәҙерге драматургия” журна­лының баш мөхәррир урынбаҫары, театр тәнҡитсеһе Валентина Федорова (әйт­кәндәй, Талҡаҫ семинарында ла әүҙем ҡатнашҡайны), “Халыҡ-ара дуҫлыҡ” жур­на­лының баш мөхәррире Фәрит Нәғимов, республикабыҙҙың театр бел­гес­тәре, Өфө дәүләт сәнғәт академияһы доценты Галина Вербицкая, “Нур” татар дәүләт театрының директор урынбаҫары Динә Дәүләтшина. Улар пьесалар менән ентекле танышып, йәш драматургтарға кәңәштәрен бирҙе.
Икенсе этапта семинарға режиссерҙар менән артистар ҡушылды, педагогтарға Мәскәүҙән кино һәм театр режиссеры, күренекле шәхес Ольга Субботина өҫ­тәлде. Был этап бик күңелле үтте, режис­серҙар пьесалар буйынса этюдтар эшләне, драматургтар төн эсендә бә­ләкәй генә өҙөктәр яҙып алып килде, уларҙы сәхнәләштерҙек. Драматургтар режис­серҙар менән бергә эшләне, драма әҫәренең нисек сәхнәгә “менеүен” күҙәт­те. Был өҙөктәрҙән үҙенсә бер матур спектакль килеп сыҡты. Беҙ уны өсөнсө этап барышында күрһәтеп тә алдыҡ, әлеге көндә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының репертуарына инде­реү тураһында һөйләшеүҙәр бара.
Өсөнсө этапта биш режиссер ҡатнаш­ты. Стәрлетамаҡтан Айҙар Зарипов (ул Мәскәүҙең Щукин исемендәге театр инс­титутының I курсында белем ала. Был да беҙҙең семинарҙың шауҡымы тип әйтер­гә була, сөнки икенсе этап барышында ул үҙ көсөн һынап ҡарап, режиссер булырға ниәтен ны­ғытты). Тағы ла — Салауат театрының артисы Радик Ғәлиуллин, йәш режис­серҙар Юлиә Һәүбәнова, Александр Марьин, Илшат Мөхөтдинов. Улар биш драматургтың пьесаһы буйынса спектакль эскиздарын күрһәтте. Тамашаны ҡарарға төрлө театр директор­ҙа­ры, баш режиссерҙары килде, фе­кер­ҙә­рен әйтте. Бына, ниһайәт, беҙ театрҙарҙан яуап көтөп ҡалабыҙ, репер­туарға инерлек пьеса һайлаған­дарҙыр тигән өмөттәбеҙ. Дөрөҫөрәге, оҡшаны тигән һүҙҙәр ишеттек. Семинар-лаборатория үҙенә күрә бер театр йәрминкәһенә әүерелергә тейеш, сөнки йәш драматургтар һәм режиссерҙар тағы нисек үҙ һөнәрҙәрен күрһәтә алһын, ә бында форсат булды.
Семинарҙың шундай уңыштарын атап китке килә: драматург Игорь Яковлев Рәсәй кимәлендә үткән Волошин конкурсында өсөнсө урын яуланы, Шәүрә Шәкү­рованың китабы донъя күрҙе, Әнгизә Иш­булдина киносценарийҙар конкурсында еңеүгә өлгәште. Шулай итеп, Мө­нир Ҡунафин, Шәүрә Шәкүрова, Әнгизә Ишбулдина, Игорь Яковлев, Анна Ерошина, Гүзәл Гәрәева, Диана Шәрипова, Дамир Йосопов, Зөһрә Сафина, Тимур Рәхмәтуллин, Розалия Зарипова семи­нарҙа әүҙем ҡатнашып, күп яңылыҡ алды тип уйлайым. Лекциялар, күренекле драматургтар, композиторҙар, рәссамдар менән осрашыуҙар эҙһеҙ ҡалмаҫ тигән өмөттәбеҙ.
Семинар барышында яңы әҫәрҙәр тыуҙы, әйтеүемсә, өҙөктәрҙән генә торған ҡыҙыҡлы спектакль барлыҡҡа килде. Был бик ҡыуаныслы, әлбиттә, тимәк, шун­дай йыйын йәшәргә тейеш, ул яңы исемдәр асасаҡ, тип ышанам. Ғөмүмән, республикабыҙҙың театр донъяһында бер яңылыҡ булды был.

Салауат ӘБҮЗӘРОВ
яҙып алды.


Вернуться назад