“Файҙалы һауа”05.12.2014
Эргәмдән берәү “туҙҙырып” үтеп китте. Бәй, был сәғәтенә 90 километр менән шул тиклем ҡайҙа саба икән, тип аптырайым. Ныҡлабыраҡ ҡараһам, Йылғырбай ағай икән дә баһа!

— Ҡайҙа шул тиклем сабаһың ул? – тигән һорау бирҙем уға.
— Ә, һаумы, Өлгөрбай ҡустым, һау­мы! Бына Стәрлетамаҡҡа юл тоттом әле, — тип яуаплай ул, ах та ух килеп.
— Әллә унда бушлай аҡса өләшәләрме?
— Юҡ, ҡустым, аҡса түгел, бушлай “файҙалы һауа”!
— Ниндәй һауа ул?
— Ниндәй һауа булһын инде – завод торбаларынан сыҡҡан.
— Китсе әле, унда заводтар үлеп бөтөп бара бит.
— Һәй, ҡустым, белмәйһең икән әле: эшләгәндәренеке лә етер­лек ул! Кәрәк икән, ыңғай еле генә сыҡһын, тын да алып булмай хатта.
— Ә ниңә кәрәк булды ул һауа һиңә?
— Эй, ҡустым, ҡустым, һөйлә­һәң, хәбәр. Эштә начальнигым башымды ғына ашап бөтөрҙө бит. Ал да юҡ, ял да юҡ, эшләтә лә эшләтә, эшләтә лә эшләтә, ә ял бирмәй үҙе. Шуға тиҙерәк Стәр­летамаҡҡа барып “файҙалы һауа” һулайым да, бәлки, ауырып кит­һәм, дауаханаға булһа ла ҡасыр­мын, тим. Ә дауаханала тыныс, өҫтәүенә бушлай ашаталар.
— Һөйләнең хәбәр. Һауа һулап ҡына сирләп китһәң икән.
— Башың йәш шул, белмәйһең. Һауала зарарлы матдәләр етерлек, теләһәң — ашҡаҙаның ауырый, теләһәң – башың сирләй, яман шеш тә барлыҡҡа килеүе ихтимал. Бына тик бер һулауҙа ғына сирләп китеп булмаҫмы икән…
— Һин барып еткәнсе стәрлета­маҡтар үҙҙәре һулап бөтмәһә ярай ҙа.
— Тағы яңылыштың: ундағы быс­раҡ һауа әллә кемдәргә етер әле! – тине лә ағайыбыҙ үҙ юлынан китеп тә барҙы. Әлеге ҡала өҫтөндәге ҡап-ҡара төтөнгә ҡара­ғас: “Йылғырбай ағай өлгөрәсәк “файҙалы һауа” еҫкәргә”, — тип уның өсөн шатланып ҡуйҙым.




Вернуться назад