Кешене төрткөгә һанап…05.12.2014
Кешене  төрткөгә  һанап… “Башҡортостан” гәзитенең 15 ноябрь һанында баҫылған мәҡәләмдә мин баш ҡалабыҙҙың йәйәүле хәрәкәт өсөн бөтөнләй иҫәпләнмәгәнлеген әйтеп киткәйнем. Унда ҡала трот­у­ар­ҙарының һәм туҡталыш­тарҙың кешенән бигерәк транспорт өсөн яраҡлаштырылыуы тураһында һүҙ барҙы. Хәҙер шул теманы дауам итеп, икенсе мәсьәләгә – ер аҫты үткәүелдәренә – күҙ һалайыҡ.

«Аграр университет» туҡталыштары аша ер аҫты үткәүеле бик күп төрлө функция башҡара ине: кескәй генә баҙар ҙа, эреле-ваҡлы киосктар ҙа, хатта кафе ла… Шаулап-гөрләп торған урын ине ул, ҡыҫҡаһы. Студенттар өсөн тиҙ генә сы­ғартып алыу өсөн принтер үҙәге, ас­ҡыс яһатыу урыны, хатта транспорт агентлығы ла ошонда: бына күпме фай­ҙалы эшмә­кәр­­леге бар ине был үткә­үел­дең төп вази­фаһынан – йәйәүлеләрҙе хәүеф-хафа­һыҙ ғына Өфө­нөң иң ҙур хәрәкәтле урамы аша сыға­рыуҙан – тыш!
Ләкин ошо йәнле тормош бер төн эсендә юҡҡа сыҡты. Бер көндө киосктар ябылып ҡуйҙы, ҡараңғы һәм шыҡһыҙ оҙон туннель хәүефһеҙҙән ҡурҡыныс һәм шомлоға әй­ләнде. Киоск хужалары властар менән нимәлер бүлешә алмаған, тиҙҙән килешерҙәр, тигән уйҙа ине ошонан көн дә үтеп йөрөгән меңәрләгән кеше. Ләкин ҡала етәксе­легенең рәсми белдереүе ҡәтғи булып сыҡты: баҡти­һәң, властар ер аҫты үткә­үелдәрендә тәртип урын­­лаш­тырыу акцияһы иғлан иткән, имеш! Быны сираттағы акция ғына тип ышаныслы әйтергә мөмкин, сөнки беҙгә мәғлүм булыуынса, изге урын буш тормай. Ә урындың изге икәнлеген унда көнө-төнө эшмәкәрлек тынмауы, кешеләрҙең эркелеп йөрөүе, халыҡ әйтмешләй, тоҙ һипкәндәй икәнлеге күрһәтеп тора ине.
Бына яңыраҡ ҡына булған бер ваҡиға. Өфө моторҙар эшләү берекмәһе тапҡы­рындағы үткәүел янында машина игеҙәк балаларҙы етәкләп барған ирҙе бәрҙереп китте. Мәрхүм сабыйҙарҙың әсәһе суд аша ундағы үткәүелде ремонтлауҙы талап итә икән. Сөнки тап шул ер аҫты тунне­ленең йүнһеҙ, хәүефле булыуы арҡа­һында бахыр ир балаларын етәкләп юл аша сығып барған да инде. Ә водителдең психологияһы ниндәй? Бында ер аҫты үткәүеле бар, тимәк, мин трассалағы тиҙлек менән һис ҡурҡмай бара алам, тип уйлай ул. Ысынлап та хаҡлы ул: бөтә донъяла ер аҫты үткәүелдәре ҡаланан ситтәге магистраль юлдарҙа ғына төҙөлә. Ә ҡалала яһалғандарының мотлаҡ ер өҫтөнән «зебра» игеҙәге бу­лыр­ға тейеш, тимәк, ул урын води­тел­дәргә трассалағы һымаҡ йөрөргә хоҡуҡ бирмәй...
Ни өсөн шулай, тиһегеҙме? Сөнки бөтә цивилизациялы илдәрҙә ҡалалар һәм ҡаласыҡтар кешеләр (!) өсөн төҙөлә, ә унда йөрөгән машиналар өсөн түгел. «Европалы» булырға ынтылған беҙҙең Өфө­лә бына нисәмә йыл инде тап киреһе эшләнә: юлдар киңәйтелә, матурлана, шымартыла, яңы трассалар асыла – ба­рыһы ла ҡала буйлап машиналар шә­берәк, туҡталышһыҙ, “бөкө”ләрһеҙ генә елдереп үтеп китә алһын өсөн. Ер аҫты үткәүелдәре лә, әйткәндәй, шуның өсөн төҙөлә: бер етәксенең һәм архитекторҙың әлегә уны кешегә уңайлыҡ өсөн тип иҫбатлағаны юҡ («Үҫмерҙәр китап­ха­на­һы» үткәүелен асҡандағы көлкөлө күре­нешкә иғтибар итегеҙ: унда коляска өсөн яһалған тәгәрмәс юлы яраҡһыҙ булып сыҡты), фәҡәт транспорт хәрәкәтен уңай­лаштырыу (тиҙләтеү тип аңларға кәрәк­тер) тип хәбәр һөйләйҙәр. Ләкин, әйҙәгеҙ, үҙебеҙгә ябай ғына һорау биреп ҡарайыҡ әле: ә нимәгә кәрәк ул ҡала буйлап сәғәтенә 90 саҡрым менән елдереп йө­рөү? Был ҡала бит кешеләргә тип төҙөл­гән, ә машиналар өсөн түгел! Юҡ ине унда машиналар егерме йыл тирәһе элек, тағы ла егерме йылдан ҡабат юҡҡа сыҡмаҫ тимә. Ә ҡала ҡалыр.
Машиналарҙа ла шул уҡ кешеләр ултыра, тип әйтер ҡайһы берәүҙәр. Килеш­мәү мөмкин түгел. Тик бер оло иҫкәрмә менән: миллионлы ҡала бюджетына ике ерҙә машина ҡуйыу майҙансығы тотҡан (эштә һәм өйө янында, уны йөрөтөр өсөн һалынған киң юлдарҙы ла ҡушып) һәм тар, уңайһыҙ тротуарҙар, ер аҫты үткә­үелдәре буйлап ҡына йөрөгән кешеләр ҙә бер үк һалым түләй. Шулай булғас, ни өсөн әле берәү «Инорс»тан «Телеүҙәк»кә 80 саҡрым тиҙлектә килеп етергә тейеш (тап уның өсөн башҡалар бөтә юл буйына ер аҫтына ҡасырға, светофорҙарҙа көтөп торорға, тайғаҡ һәм тар тротуарҙар буйлап шыуышып атларға мәжбүр), ә кемдер был юлды бер сәғәт буйына үтергә бурыслы? Риторик һорау был, ләкин яуабы мәғлүм: беҙҙә күптән инде машина өҫтөн­лөк итә.
Үткәүелдәр тураһында һүҙ башлағай­ным. Уларҙа урынлашҡан төрлө хеҙмәт күрһәтеү нөктәләрен юҡ итеүҙең мәсьә­ләне хәл итмәйәсәге билдәле, тарихта күп булды ундай акциялар. Был осраҡта кеше уларға төшөп йөрөмәүҙе хуп күрә, хәүеф­ле булһа ла, юл аша йүгереп сыға. Кеше тик торғандан уңайһыҙ, ҡышын тайғаҡ баҫҡыстар буйлап ҡараңғы һәм шыҡһыҙ, шуға ла төндәрен үтә хәүефле ер аҫты тоннелдәренә төшмәйәсәк. Унда төндәрен дә эшләп торған киосктарҙан үҙенә кәрәк берәй нәмә табырға мөмкин булһа, ниндәйҙер иғлан уҡып китергә, ямғыр йә бурандан бер нисә минутҡа ғына ҡасырға уйлаһа, иң мөһиме, һәр саҡ кеше булған урында үҙенә бер ни ҙә янамауын тойһа, халыҡ ер аҫты үткәүеленә төшөр, ә ғүмеренә ҡурҡыныс янаған киң урам аша туранан-тура юлланмаҫ ине.
Ә беҙ ни эшләйбеҙ? Йәнәһе, ер аҫты үткәүелдәрендә тәртипһеҙлек, сүп-сар, ығы-зығы тигән булып, уларҙың йәнле тормошон юҡҡа сығарыу программаһын ҡабул итәбеҙ. Әйҙәгеҙ, иҫкә төшөрәйек әле, элегерәк улар эсендә хәл нисек ине? Зәки Вәлиди исемендәге Милли китап­хананың төп корпусынан «Аҡ йорт» яғына һәр ваҡыт ер аҫты юлы булды. Тик уның барлығын шунан гел йөрөгән кеше лә белмәйҙер, сөнки береһе лә аҫҡа төшөп тормай, тура һыпырта. Кәрәкмәй ул кешеләргә. Машиналар әҙ йөрөгәнгә тү­гел. Унан аҡыллы халыҡ үтә, машина аҫтына ҡалмаҫын да, юл ҡағиҙәһен боҙған өсөн штраф түләмәҫен дә белә. Ә бына шул үткәүел эсендә бер нисә төр хеҙмәт тәҡдим итеүсе “нөктә” булһа (телефон терминалы, мәҫә­лән), кеше барыбер ҙә уларға һуғылып үтеүҙе уңайлыраҡ күрер ине.
Сүпләгән ерҙә түгел, ә йыйыштырмаған ерҙә бысраҡ икәнен белә тороп, сәбәпте икенсе яҡтан эҙләйбеҙ тү­гел­ме? Йәғни мәсьәләне баш­түбән әйләндереп, сөнки үт­кә­үелдәр аша кеше күп йөрөгән өсөн бит унда үҙенән-үҙе төрлө хеҙмәт тәҡдим итеү ихтыяжы барлыҡҡа килә. Һәм, киреһенсә, шундай хеҙ­мәт булған өсөн халыҡ та улар аша ағыла, ә юл аша түгел. Бының нимәһе насар? Йәйәү­ле кешегә тиҙлек кәрәкмәй, ул яйлап ҡына, мини-баҙар ҡыҙы­рып та бер юлы урам аша сыға ала. Ә был арала өҫтә, әйҙә, 90 саҡрым тиҙлек менән «йәшел тулҡын» системаһы буйынса машиналар уҙыш­һын. Алыҫ киләсәктә лә бит Өфөнө машиналар ҡалаһы итеп ҡал­ды­рыу концеп­цияһы бар: тағы ла әллә күпме ер аҫты һәм өҫтө үткәүелдәре төҙөү, светофорҙарҙы туҡтатыу ҡаралған. Ти­мәк, Совет осоронда ҡабул ителгән стратегия эшләйәсәк әле, унда ла кеше мән­фәғәте һәр саҡ иң аҙаҡҡы урында булды.
Хәүефһеҙ үткәргестәргә бер һүҙем дә юҡ, үҙ бурысын башҡаралыр улар. Тик бар донъяла был мәсьәләгә ҡараш бер төрлө булғанда, ни өсөн беҙҙең Өфө һаман да Совет осоро ҡарашында тора һуң? «Тик йәйәүлеләр өсөн» тигән урамдар проекты ла ябып ҡуйылды, сөнки ул төп концепцияға – машиналар өсөн уңайлыҡтар тыуҙырыуға – ҡаршы килә ине бит! Мөмкин булһа, беҙҙең власть бар халыҡты ер аҫтына ҡыуып төшөрөп, ер өҫтөн фәҡәт техника өсөн генә ҡалдырыр ине һымаҡ. Ләкин ниңә һуң әле шул ер аҫтында ла кеше өсөн бер аҙ уңайлыҡтар ҡалдырмаҫҡа? Шул уҡ “Аграр университет” туҡталышында, мәҫәлән, йыл әйлә­нәһенә тиерлек ауыл хужалығы йәр­мин­кәләре бара, ауыр тоҡтар һөйрәгән ҡарт-ҡоро ул үткәүелдәргә нисек төшөп-менеп йөрөһөн? Проспект аша, ярай, светофор-игеҙәк бар, ә бына Әй һәм Ок­тябр­ҙең 50 йыллығы урамдары аша хатта улары ла юҡ. Хәйер, беҙ Европа түгел, беҙҙә ундай мотлаҡлыҡ тураһында закондар ҙа юҡ шикелле.




Вернуться назад