Район мәҙәниәт йортона инеүгә матур тамашаға юлыҡтыҡ — йыр-бейеүҙәре менән ике ҡатлы бинаны дер һелкетә ине өлкән йәштәгеләр. “Мерчен” һәм “Сеспел” сыуаш фольклор ансамблдәренең репетиция ваҡытына тура килгәнбеҙ икән. Ситтән бер аҙ күҙәтеп торғас, түҙмәйенсә эргәләренә барҙыҡ. Өлкәндәр тип әйтергә тел әйләнмәй, бәхетле йөҙҙәргә, осҡонланып торған күҙҙәргә ҡарап, береһенә лә үҙ йәшен бирмәҫһең. “Мерчен” ансамбле етәксеһе Николай Васильев әйтеүенсә, уларҙың иң өлкәне 80-дән уҙһа, иң йәше алтмышты ҡыуа.
— Ансамбль 2009 йылда ойошторолғайны, шунан алып мәҙәниәт йорто икенсе өйөбөҙгә әүерелде. Әле 15 кеше йөрөй, музыка ҡоралдарында уйнаған ир-ат та бар. Коллективҡа төрлө һөнәр эйәләре тупланған, уҡытыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре, эшселәр, ғөмүмән, дәртлеләр, талантлылар йыйылған. Әле ауылдан килгән “Сеспел” сыуаш фольклор ансамбле лә бында – милли йолаларҙы сәхнәләштерәләр.
Халҡыбыҙҙың йырҙарын һәм йолаларын өйрәнеп, тамашасыларға еткерә алыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ. Бының өсөн шарттар һәйбәт, шуға һәр кем ҙур теләк менән яна. Шундай күркәм мәҙәниәт һарайында сығыш яһау үҙе үк шатлыҡ бит!
Ошо көндәрҙә генә районыбыҙға Сыуаш Республикаһының Чебоксар районынан килгән делегация менән осраштыҡ. Беҙгә һоҡланыуҙарын белдереп, йолаларҙы һаҡлаған өсөн рәхмәт әйттеләр. Өлкән йәштәгеләргә күп кәрәкме ни — тағы ла ҡанатланыбыраҡ киттек, — тине Николай Васильев.
Ҙур маҡсаттар менән йәшәй һәүәҫкәр артистар – “Халыҡ ансамбле” тигән исем өсөн көрәшәләр.
ҺҮРӘТТӘ: “Мерчен” һәм “Сеспел” сыуаш фольклор ансамблдәре ағзалары.