Заһир моңо – халыҡ моңо03.12.2014
Заһир моңо – халыҡ моңо Уңыш та, дан да күктән төшмәй. Бының өсөн башҡарған эшеңде йәнең-тәнең менән яратыу, көсөңдө йәлләмәй бирелеп хеҙмәт итеү мөһим. Барыһынан да бигерәк ижад кешеһенә кәрәк ошо сифаттар. СССР-ҙың халыҡ артисы, композитор Заһир Исмәғилевтең фиҙакәр хеҙмәте һәм үлемһеҙ әҫәрҙәре тарихҡа уның исемен алтын хәрефтәр менән яҙып ҡалдырҙы.
Заһир моңо – былбыл моңо,
Ҡурай моңо, гөл моңо.
Заһир моңо – халыҡ моңо,
Тыуып үҫкән ил моңо! –
тип яҙғайны Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев. Ысынлап та, мәшһүр компози­торы­быҙ ижадында Урал тәбиғәтенең матурлығы ла, башҡорт халҡының ихласлығы, ата-бабаларыбыҙҙан килгән көслө рух та сағылыш таба. Шуға ла уҙған быуаттағы милли сәнғәте­беҙҙең үҫешен Заһир Ғарип улынан тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел.
Арҙаҡлы композиторҙың ижадына арналған тантаналар респуб­ликабыҙҙың төрлө төбәгендә уҙға­рылып тора. Яңыраҡ тағы бер күр­кәм сара Заһир Исмәғилевтең тыуған ерендә – Белорет райо­нының Сермән ауылында – үтте. Был юлы компо­зиторҙың йортонда иҫтәлекле яҙыу ҡуйылды. Тантанала Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, республикабыҙҙың Ком­по­зи­торҙар союзы рәйесе Ләйлә Ис­мәғилева, Белорет районы хаки­миәте башлығы Владислав Миронов һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты.
Заһир моңо – халыҡ моңо– Ошо ауылдан сыҡҡан ябай малай үҙ тырышлығы менән ниндәй ҙур уңыштарға өлгәшкән! – тине Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов. – Әлбиттә, тыуған иленә, халҡына сикһеҙ һөйөүе уға шәхес булып үҫергә ҙур көс биргән. Заһир Исмәғилев кеүек арҙаҡлы яҡташ­тарыбыҙ менән сикһеҙ ғорур­лана­быҙ. Бөгөнгө быуын шундай ил ағаларының хеҙмәтен, ижадын белеп үҫергә тейеш.
“Был йортто 1997 йылда район хакимиәте данлыҡлы яҡташыбыҙ­ҙың юбилейы уңайынан бүләк иткәйне, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты район Советы рәйесе Евгений Карепанов. – Опера һәм балет театрының сәхнәһенә сығып өйҙөң һүрәтен күрһәткәс, Заһир ағай шатлығынан беҙҙе ҡосаҡлап алды. Ауылдың үҙәк урамында һалынған бейек өйҙө ул шул тиклем яратты. Һабантуйға ҡайтһа, ошонда рәхәтләнеп ял итә ине”.
­Евгений Яковлевич килгән ҡунаҡтарға шатлыҡ­лы хәбәр ҙә еткерҙе. Баҡтиһәң, Сермәндәге социаль-мәҙәни үҙәк (һүрәттә) хәҙер Заһир Исмә­ғилев исемен йөрөтәсәк.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры урын­баҫары Ранис Алтынбаев белдереүенсә, быйыл композиторҙың Сермәндәге йортон төҙөкләндереү буйынса байтаҡ эш башҡарылған. Был иһә Баш­ҡортостан Президентының 100 мең һумлыҡ гран­ты ярҙамында тормошҡа ашырылған.
Үҙ сиратында Башҡортостандың Композитор­ҙар союзы рәйесе, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, республика­быҙ­ҙың халыҡ артисы Ләй­лә Заһир ҡыҙы Исмәғилева район етәкселегенә атаһының исемен мәңгеләштереү йәһәтенән баш­ҡарған эштәре өсөн сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе.
...Заһир Исмәғилевте башҡорт операһына нигеҙ һалыусы тип атайҙар. Эйе, уның юғары рухта яҙылған сәхнә әҫәрҙәре милли сәнғәтебеҙҙе ниндәй бейеклеккә күтәрҙе! “Легендар батыр Салауат тураһында һин яҡшы әҫәр яҙмаһаң, мин яҙмаһам, халыҡ беҙҙе бер ҡасан да кисермәҫ”, — тип әйткән Заһир Ғарип улы Баязит Бикбайға. Ысынлап та, “Салауат Юлаев” операһы — композиторҙың иң мәшһүр әҫәрҙәренең береһе. Бының менән ул милли батырыбыҙҙың исемен тотош Советтар Союзына танытыуға ҙур аҙым яһай.
Заһир моңо – халыҡ моңоЗаһир Исмәғилев үҙ милләтенең сәсән теленә, бай рухи ҡомартҡыларына, шанлы-данлы тарихына, сәнғәтенә ихтирамлы ҡарашта булған. Ул ижад иткән йөҙәрләгән йыр, романс­тар, “Салауат Юлаев”, “Шәүрә”, “Ағиҙел тулҡындары”, “Урал илселәре”, “Аҡмулла”, “Ҡаһым түрә” кеүек мәшһүр опералар башҡорт сәнғәтен юғары кимәлгә күтәрҙе. Бының менән ул үҙе лә халыҡ күңелендә түрҙән урын алды.





Вернуться назад